Сыуаш дәүләт ауыл хужалығы институты бинаһы
Сыуаш дәүләт ауыл хужалығы институты бинаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чебоксар һәм улица Карла Маркса[d] |
Архитектура стиле | Классицизм |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Сыуаш дәүләт ауыл хужалығы институты бинаһы Викимилектә |
архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)
Сыуаш дәүләт ауыл хужалығы институты бинаһы (сыуаш. Чӑваш Патшалӑх Аграри Университечӗ) — Чебоксар ҡалаһындағы XX быуат уртаһында төҙөлгән бина, Сыуашстан Республикаһында урынлашҡан. Архитектор Елена Калашникованың проекты буйынса классик стилдә төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта — Сыуаш дәүләт аграр университетының төп корпусы.[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс яҡтан ҡала урамдары һәм майҙаны, дүртенсе яҡтан Кайбука йылғаһы менән сикләнгән урын институт биналар комплексын төҙөү өсөн (57200 метр күләмдәге уҡыу корпусы, студенттар дөйөм ятағы һәм торлаҡ йорт) бирелән.
1955 йылда Чебоксарҙың заманса төп майҙанында, ул ваҡытта Совет майҙаны тип йөрөтөлә, ауыл хужалығы институтының яңы бинаһын һала башлайҙар. Был төҙөлөш республика үҙәгенең визит карточкаһына әйләнә.
Илле метрлыҡ шпилле башня бинаның һәм бөтә майҙандың доминанты булырға тейеш ине.[2] Әммә 1955 йылдың 19 ноябрендә Чебоксар ҡалаһының баш архитекторы Феофан Сергеевич, "Совет Сыуашстан" гәзите биттәрендә, "экономиялы проектлау һәм төҙөлөш өсөн" исеме аҫтында материал баҫтырып сығара. Был мәҡәлә архитекторҙың ниәтен һәм проектты тормошҡа ашырыуҙы XXI быуат башына тиклем һуҙа. Шпиль - бинаның ҡиммәт һәм көнүҙәк булмаған өлөшө, тигән фекерҙе күптәр күтәреп алды. Проект ҡайтанан эшләнде, ә ҡоролма архитектураның үҙенсәлекле элементы булмаған көйө эксплуатацияға тапшырылды.
50 йылға яҡын башня булманы. Урындағы халыҡ шаярып «түбәтәй өй» тип атаны. 2004 йылда академия ректоры Николай Кирилловтың башланғысы буйынса башня ҡороу мәсьәләһе күтәрелде. Бинаның нигеҙ һәм каркас өлөшөн емермәҫ өсөн заманса материалдарҙан 25 метр металл конус башня өҫтәлде. Шпиль урынына сыуаш символы шәжәрә ағасы ҡуйыоды. Реконструкция 2005 йылда тамамланды, башня Сыуашстан баш ҡалаһының төп майҙанында архитектура күренешен тулыландырҙы. Проекттың авторы - Чебоксар балалар дауаханаһының, "Атал" кинотеатрының һәм башҡаларҙың архитектура объекттары авторы, йәш архитекторы Николай Емельянов булды.[3]
Был бинаға ҡаланың төп сәғәтғ ҡуйылды. Был элемент төҙөлөшөтөң тәүге проектында булманы, әммә сәғәт уҙған быуаттың 70-се йылдары башына барлыҡҡа килде. Уларҙы ентекле ҡарайҙар, хәҙмәтләндерәләр һәм ремонтлайҙар.
Объект төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ булып тора[4].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирбестөн төҙөлгән зигзаг формаһындағы ҡатмарлы төҙөлөш архитектор Е. Е. Калашникова тарафынан төҙөлән. Бина Республика майҙанына бөтөн төҫ бирә.[5]
Цоколь ҡаты булған дүрт ҡатлы бинаға Ярослав урамы яғынан өс ҡатлы төкәлмә эшләнгән. Фасад бай биҙәлгән. Төп фасад пилондар, ике ҡатлы диорик портит менән биҙәлгән. Беренсе ҡаттағы дүрт колонна әүәләп яһалған архитраль менән бәҙәлгән, улар икенсе ҡатты күтәреп тора.
2005 йылда баштың сатырлы тамамланыуы монтажланған. Ярославль урамы яғынан ике ҡатлы күләм өсмөйөш фронт менән дүрт хлалы инфский портигы менән тулыландырылды. Кронштейм һәм парапеттың балюстрадаһы менән үҫешкән карниздарҙы бина стеналарын тамамлай.
Бинаның стеналары горизонталь кәрниз менән бүленгән. Цоколь ҡат төҫө менән айырылып тора. Комозицияға алты ҡатлы күләмле башня тигәҙләнеш биреп тора.
2005 йылда башняның сатыры ремонтлана.
Документтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тульчинский М. Проектирование и строительство высших сельскохозяйственных учебных заведений // Архитектура СССР : журнал. — 1954. — № 9. — С. 18—22.
- ↑ Петрова О. Полвека без башни // Советская Чувашия. — 2016.
- ↑ Здание Сельскохозяйственной академии в Чебоксарах . visitvolga.ru. Дата обращения: 10 декабрь 2020.
- ↑ Архив культурного наследия — 2100287000 . nasledie-archive.ru. Дата обращения: 10 декабрь 2020.
- ↑ Историческое здание. - отзыв о Государственная Сельскохозяйственная Академия, Чебоксары, Россия . Tripadvisor. Дата обращения: 10 декабрь 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муратов Н. И. Здание Чувашской государственной сельскохозяйственной академии // Электронная Чувашская энциклопедия = Чувашская энциклопедия : в 4 т. / Гл. ред. В. С. Григорьев. — Чебоксары : Чувашское книжн. изд-во, 2006. — Т. 1: А—Е. — 587 с. — ISBN 5-7670-1471-X. // Чувашский государственный институт гуманитарных наук.
- Здание Чувашского государственного сельскохозяйственного института