Сыуаш дәүләт аграр университеты
Сыуаш дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1 сентябрь 1931 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Чебоксар |
Урын | Чебоксар |
Рәсми сайт | чгсха.рф |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Чувашской государственной сельскохозяйственной академии[d] |
Сыуаш дәүләт аграр университеты Викимилектә |
Сыуаш дәүләт аграр университеты (чув. Чӑваш Университечӗ Патшалӑх Аграри) —Чебоксарҙың (Сыуашстан Республикаһы) үҙәк өлөшөндә урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 2020 йылдың апреленән тулы исеме — «Сыуаш дәүләт аграр университеты» юғары белем биреү Федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы (1995—2020 йылдарҙа ЧГСХА була, алдараҡ — ЧСХА)[2][3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығы академияһы 1931 йылдың 1 сентябренән асыла[4]. Студенттар ауыр шарттарҙа белем ала. Уҡыу әсбаптары, экспонаттар, препараттар, аудиториялар, квалификациялы уҡытыусылар етешмәй. 1939—1940 йылдарҙа институт коллективы Бөтә Союз Ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1941 йылда Сыуаш ауыл хужалығы институты тип аталған, СССР Наркомземының юғары уҡыу йорто булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы институттың эшен тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Уҡыу корпустары, ятаҡтар эвакуацияланған туҡыу фабрикаһына бирелә. Дәрестәр өулайлаштырылмаған биналарҙа, мәктәптәрҙә икенсе һәм өсөнсө сменаларҙа үткәрелә. Институттың күп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары фронтҡа китә.
1970 йылда әҙерлек бүлеге асыла, һәм ул институтҡа уҡырға инергә килеүсе эшсе һәм ауыл йәштәренең белем кимәлен күтәреүҙә сөһим роль уйнай. Мәҫәлән, 1994 йылдың сентябрендә «ауыл хужалығы етештереү технологияһы» һөнәре асыла. Шул уҡ йылда «Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе механизациялау» һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләнә башлай. Республиканың ауыл хужалығы ветеринарҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошо ихтыяждан сығып, 1997 йылдың сентябренән «Ветеринария» һөнәре асыла. 1998 йылда «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләнә башлай.
90 йылдар һуңында ветеринар табиптарын әҙерләү өсөн вузда яңы кафедралар асыла һәм лабораториялар тейешенсә йыһазландырыла (3-сө уҡыу корпусы, Ягодный тыҡырығы буйынса). 2001 йылда «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» һөнәре кадрҙарын әҙерләү буйынса яңы уҡыу корпусы сафҡа инә. 2009 йылдың 1 сентябрендә инженер факультетының яңы уҡыу корпусы асыла.
Юғары уҡыу йорто 1995 йылда — академия, ә 2020 йылда — университет статусын ала[2].
Академия етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ректоры — Андрей Евгеньевич Макушев
Академияның тарих музейы, спорт комплексы, студенттар клубы, УНПЦ, лаборатория.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- агрономия һәм биотехнологиялар;
- зоотехния һәм ветеринария медицинаһы;
- инженер;
- иҡтисади.
2014 йылдың апрелендә квалификация һәм кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу факультеты базаһында Өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәге ойошторола.
Тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александров Юрий Александрович — СССР ҡомалаҡсы-селекционеры; ауыл хужалығы фәндәрен ойоштороусы.
- Лоссиевский Михаил Васильевич — Сыуашстан Республикаһының элекке башлығы.
- Лаптев Валерий Янович — СССР боксеры, Европа чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры.
- Николаева Елена Николаевна — СССР һәм Рәсәй спортсыһы, еңел атлет, спорт йөрөшө буйынса белгес.
Рәсәй вуздары рейтингындағы урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт вуздарына ҡабул итеү сифаты рейтингында — 2010 йылда Рәсәйҙең 476 вузы араһында 355-се урында тора. Конкурс буйынса бюджет урынына алынған 323 абитуриенттың Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы — 55,8; БДИ-ның минималь балы имтиханының минималь балы — 49,2[5].
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1931 йылдың ноябрендә Октябрь революцияһының сираттағы йыллығын билдәләгән тантаналы йыйылышта институтҡа ВКП(б)-ның Сыуашстан Өлкә комитетының ул ваҡыттағы секретары С. П. Петров исеме бирелә[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ 2,0 2,1 Чувашская ГСХА преобразована в Чувашский государственный аграрный университет(недоступная ссылка). academy21.ru
- ↑ Приказ Минсельхоза России от 10 апреля 2020 № 188 "О переименовании федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования «Чувашская государственная сельскохозяйственная академия»
- ↑ Кузнецов А. И. Чувашская государственная сельскохозяйственная академия // Электронная Чувашская энциклопедия = Чувашская энциклопедия : в 4 т. / Гл. ред. Ю. Н. Исаев. — Чебоксары : Чувашское книжн. изд-во, 2011. — Т. 4: Си—Я. — 797 с. — ISBN 978-5-7670-1931-1. // Чувашский государственный институт гуманитарных наук.
- ↑ Рейтинг качества приема в российские государственные вузы–2010
- ↑ Венгасов Вен. В Чувашии — 2-ой ВУЗ // Красная Чувашия : газета. — 1931. — № 250. — С. 1. // Национальная библиотека Чувашской Республики.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт академии 2016 йыл 15 июнь архивланған.
- Ял хуҫалӑх академийӗнче — министрпа экс-министр