Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы
Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы | |
Тыуған көнө: |
20 февраль 1955 (69 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР, Йылайыр районы, Һабыр ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы (20 февраль 1955 йыл) — уҡытыусы, журналист, прозаик. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2014) һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге (2010) премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған.
1972 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый, уны 1975 йылда тамамлап, фельдшер һөнәрен ала, һуңынан әрме сафтарында хеҙмәт итә.
1979—1984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. Йылайыр, Ейәнсура райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, һуңынан Һабыр ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй, Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында партия кабинеты мөдире, Һабыр ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын да башҡара, бер аҙ Йылайыр районы хакимиәтендә лә эшләп ала.
2000 йылда Сибай ҡалаһына күсеп килеп, «Ирәндек» лицейында уҡытыу менән бер рәттән Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең директоры (баш мөхәррире)[1].
Хәйҙәр Тапаҡов — 20-нән ашыу повесть, 100-ҙән ашыу төрлө күләмдәге хикәйә, алты йыйынтыҡ авторы. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Әҫәрҙәрендә ауыл кешеләренең тормошон, эске донъяһын яҡтырта, ғаилә, һөйөү, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һүрәтләй. Ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән гәзит-журнал биттәрендә йыш сығыш яһай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005),
- Йыл уҡытыусыһы −2007,
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007),
- Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2010).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ғүмер бүләк итәм», хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1997. — 240 бит.
- «Ҡаршы сығып ал», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2005.
- «Әсәйемдең аҡ күлдәге», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 512 бит.
- «Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2014. — 448 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Атайсал»: Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы, директор-баш мөхәррир 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Литературная карта Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 20 февралдә тыуғандар
- 1955 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Баш мөхәррирҙәр
- Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары