Телеграф
Телеграф | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Шиллинг, Павел Львович[d] һәм Франсиско де Сальва[d] |
---|---|
Телеграф Викимилектә |
Телегра́ф (бор. грек. τῆλε — «алыҫ» + γράφω — «яҙам ») хәҙерге мәғәнәһе —сигналды сым, радио йәки башҡа канал аша тапшырыу ысулы. Мәғлүмәтте телеграф ысулы менән тапшырыу- телеграфия.
Бәйләнештең ябай саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо заманда тиҙ сигнал тапшырыу өсөн ҡалҡыу урындарҙа усаҡ яҡҡандар, ут йәки төтөн менән дошман яҡынлашыуы, йәки тәбиғи ҡаза тураһында хәбәр ебәргәндәр. Ҡайһы бер ҡәбиләләр, халыҡтар төрлө музыка ҡоралдары сығарған тауыштарҙы ҡулланғандар ( там-там, мөгөҙ), ҡайһы береһе көҙгөләрҙә ҡояш нурҙарын уйнатып, ниндәй ҙә булһа хәбәр еткергән. Был бәйләнеш системаһы- «гелиограф», ябай яҡтылыҡ телеграфы.
Оптика телеграфы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1792 йылда Францияла Клод Шапп мәғлүмәтте яҡтылыҡ ярҙамында тапшырыуҙы уйлап сығарған («оптика телеграфы»). Ул күҙ күреме ерҙә урынлашған бер нисә ҡоролманан ғибәрәт булған. Ҡоролма ҡыйығында арҡылы таҡталы семафорҙар ҡуйылған. Улар менән эстә ултырған операторҙар трос аша идара иткән.
Семафор эшләгән фигура алфавиттағы хәрефтәргә тап килгән, шулай итеп бер минутта ике һүҙ тапшырып булған. Шапп системаһы Европала бик тиҙ тарала. Швецияла оптика телеграфы станциялары 1880 йылға тиклем эшләй.
Улар бик уңайлы булһа ла, тик ҡояш яҡтыһында ғына эшләй ала, һауа торошона ныҡ бәйле була ( электричествоны ҡулланыу 1880 йылда ғына башлана). Уларҙа эшләү өсөн операторҙар кәрәк була, бер-берһенән улар 30 километр алыҫ урынлаша алмай. Хөкүмәт ҡуллана алһа ла, коммерция маҡсатында был системаны ҡулланыу ныҡ ҡыйбатҡа төшә. Электр телеграфы утыҙ тапҡырға арзаныраҡ була, уны тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында , һауа торошона ҡарамай, ҡулланып була.
Электр телеграфы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың яртыһында электричество ҡулланып, бәйләнеш булдырырға тырышып ҡарайҙар. 1774 йылда Ж.-Л. Лесаж Женевеала электростатик телеграф эшләгән. 1798 йылда Испания уйлап табыусыһы Франциско де Сальва электростатик телеграфтың үҙ конструкцияһын тәҡдим итә. 1809 йылда немец ғалимы Самуил Томас Земмеринг газ күбектәрендә эшләгән электрохимик телеграф төҙөй[1].
1824 йылда инглиз физигы Питер Барлоу телеграф үҫешен тотҡарлаған « Барлоу законы»н яҙа.
Тәүге электромагнит телеграфты Рәсәй ғалимы Павел Львович Шиллинг 1832 йылда эшләй. Алфавиттағы хәрефтәргә телеграф аппаратында аҡ һәм ҡара түңәрәктәрҙән торған символдар комбинацияһы тура килгән. Һуңыраҡ электромагнит телеграфын Германияла Карл Гаусс менән Вильгельм Вебер эшләй (1833), Бөйөк Британияла — Кук менән Уитстон (1837), АҠШ-та Сэмюэл Морзе 1840 йылда электромагнит телеграфҡа патент ала[2]. Шиллинг, Гаусс-Вебер, Кук-Уитстон электромагнит телеграфтары уҡлы төргә,ә Морзе аппараты иһә электромеханик төргә ҡарай. Морзе телеграф кодын уйлап сығара. Алфавиттағы хәрефтәргә оҙон һәм ҡыҫҡа сигналдар тап килә— «нөктә» һәм «һыҙыҡ» ( Морзе коды). 1837 йылда Лондонда электр телеграфы коммерция маҡсатында ҡулланыла башлай .
Рәсәйҙә П. Л. Шиллинг эшен Б. С. Якоби дауам итә, ул 1839 йылда яҙыусы телеграф аппаратын, ә 1850 йылда — хәрефтәр баҫыусы телеграф аппаратын эшләй.
1858 йылда Атлантика аша телеграф бәйләнеше булдырыла. Һуңыраҡ Африкаға табан кабель һалына, 1870 йылда Лондон менән Бомбей араһында (Мысыр һәм Мальталағы реле станцияһы аша) тура бәйләнеш булдырыла.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Телеграфия
- Телеграмма
- Телеграфная марка
- Тикерный аппарат
- CROWD36
- Абонентское телеграфирование
- Сеть авиационной фиксированной электросвязи
- Водяной телеграф
- Радиотелеграф
- Телеграфный код
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Снимок №1 // «Советское фото» : журнал. — 1957. — № 3. — С. 77. — ISSN 0371-4284.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гезехус Н. А. Телеграфия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Телеграф в древности // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Телеграф, экономическое значение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Центральный музей связи имени А. С. Попова: аппарат П. Л. Шиллинга.
- История факсимильных машин и фототелеграфов (инг.).
- Виртуальный музей телетайпов(недоступная ссылка) (инг.).
- Североамериканский музей коммуникаций (фото и запись звука телетайпа) (инг.).
- Античная телеграфия.