Тушетия
Тушетия | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кахетия[d] |
Иң юғары нөктә | Тебулосмта[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Майҙан | 896 км² |
Рәсми сайт | tusheti.ge/?topid=1&id=0… |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d], (v)[d], (vii)[d] һәм (x)[d] |
Тушетия Викимилектә |
Тушетия (груз. თუშეთი, Тушети) — Грузияның төньяҡ-көнсығышындағы тарихи һәм географик таулы өлкә.
Төбәк, атап әйткәндә, Тушетиның милли паркы, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исмлегенә индереүгә тәҡдим ителгән[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тушетия административ яҡтан Кахети төбәге Әхмәт районының төньяҡ өлөшөн тәшкил итә.
Өлкә Андийское Койсу йылғаһы башындағы таулы соҡорҙан ғибәрәт.
Тушетия көнбайыштағы Оло Барбало (3294 м) түбәһенән көнсығыштағы Шавиклдегә (3578 м) тиклем Төп Кавказ һыртының киҫәге менән Кахетиҙан айырылып тора. Абано артылышы (2850 м) (унан аша 1980 йылда төҙөлгән Пшавели — Абано артылышы — Омало автомобиль юлы үтә), Тушетияның заманса ҙур ауылы Омалоны район үҙәге Әхмәт менән тоташтыра.
Төньяҡтан өлкә Рәсәйҙең Чечен Республикаһынан Сулако-Терский һырты менән көнсығышта Тебулосмта түбәһенән (4492 м) көнбайышта Диклосмта түбәһенә (4285 м) тиклем айырылып тора. Көнбайышта, боҙлоҡ стенаһы менән ҡапланған тау артында, Хевсурети тарихи өлкәһенә ингән Арчило йылғаһының үҙәне урынлашҡан. Көнсығышта, Андийское Койсу ағымының түбәнендә, Дағстан ерҙәре ята.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә территорияһында тарихи грузиндарҙың этнографик төркөмө — тушиндар, һәм көслө грузин йоғонтоһона дусар булған ҙур булмаған нах халҡы бацбиецтар (цова-тушин) йәшәгән. Халыҡтың ике төркөмө лә православие христиандары динен тота. Тушиндар һәм бацбиецтар, башлыса көнсығыш Грузияның башҡа тау халҡы — пшавалар һәм хевсурҙар менән дөйөм матди һәм рухи мәҙәниәткә эйә. Башня архитектураһы менән нығытылған ауылдар хас.
Халҡының төп шөғөлө һәр ваҡыт һарыҡсылыҡ.
1840 йылдарға өлкәнең халҡы дүрт йәмғиәткә берләшә: Гометцари, Чакма, Пирикити һәм Цова (бацбийский).
Ваҡыт үтеү менән халҡының өлөшө көньяҡҡа, Кахетияға күсә. 1950 йылдарҙа халҡының күпселеге Алазань үҙәненә күсеп китә: тушин-грузиндар Квемо-Алвани ауылына, ә бацбиецтар Земо-Алваниға.
Әлеге ваҡытта Тушетияла тиҫтәгә яҡын ауылда кеше йәшәй, әммә ҡышҡы осорҙа бөтә халҡы тиерлек Кахетияға күсеп китә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тушетияла, Омало һәм Шенако ауылдарында «Мимино» фильмы төшөрөлә. Сценарий буйынса осоусы Валико Мизандари (Мимино) тушин[2].1976 йылда «Тушетия көтөүселәре» телевизион сериалы төшөрөлә, ул үҙәк телевидениенан күрһәтелә. Төп геройҙан тыш, ҡатнашыусылары урындағы халыҡ. Сериалда документаль материалдарға нигеҙләнгән Тушетия көтөүселәренең көндәлек тормошо күрһәтелә.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Mta-Tusheti — UNESCO World Heritage Centre
- ↑ Алия Бегишева, Дмитрий Гомберг. Тушинский путь 2011 йыл 20 июль архивланған. // GEO, № 147, июнь 2010 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Тушетия
- Национальный парк «Тушети»: официальный сайт
- Тушети, описание региона
- Тушетская музыка и пейзажи, видео
- Тушети(недоступная ссылка) // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.