Эстәлеккә күсергә

Тәгәрмәс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәгәрмәс
Рәсем
Нимә менән тоташа ступица[d]
3D-модель
 Тәгәрмәс Викимилектә
Австралияның тарих паркында тарихи арба

Тәгәрмәс — өҫтөнә ҡуйған есемде тәгәрләтеп хәрәкәткә килтереү өсөн, уларҙың күсәренә кейҙерелгән көпсәкле түңәрәк ҡулайлама. Тәгәрмәс төрлө механизм һәм ҡоролмаларҙа киң ҡулланыла. Уйлап сығарыу ваҡыты билдәһеҙ.

«Тәгәрмәс»- «тәгәрләп барыу», «тәгәрләү» (катиться, двигаться хорошо) һүҙҙәре менән тамырҙаш («тәкәрләк»- юрматы диалектында «улитка», «тәгәрәмәй»- ҡайһы бер төньяҡ-көнбайыш башҡорт диалекттарында «тәгәрмәс»).

Урыҫ телендәге «колесо» боронғо һинд-европа телдәрендәге «кол»- «вращаться, поворачиваться» һүҙенән килеп сыҡҡан.[1][2]

Есем арауыҡта урын алмаштырғанда тәгәрмәс энергия сарыф итеүҙе күпкә кәметә. Тәгәрмәс ҡулланғанда эш тәгәрәү көсөн еңеү өсөн башҡарыла, ә тәгәрәү көсө (ru:сила трения качения) ышҡылыу көсөнә ҡарағанда күпкә әҙерәк.

Польшалалағы Броньочицела табылған көршәктә төшөрөлгән тәгәрмәс һүрәте
Боронғо арба тәгәрмәсе

Әлегә иң боронғо «тәгәрмәс» тип Румынияның Яссы жудецында табылған тәгәрмәс һанала. Ул б.э. 5 меңыллығы аҙағында эшләнгән тип иҫәпләйҙәр. Кукутень мәҙәниәтенә ҡараған бер тораҡта румын археологы М. Дину 1981 йылда балсыҡтан эшләнгән уйынсыҡ арба тәгәрмәстәрен таба.Германияла Цюшен ҡәберлегендә (вартбергская культура) б.э.т. 4 меңенсе йылға ҡараған мегалитик плитала арбаға егелгән үгеҙҙәр сыймаҡлап төшөрөлгән гравировкалар табылған.[3].

Польшала Броночицела табылған үгеҙҙәр егә торған арбаларҙың схематик һүрәте төшөрөлгән керамик конус кеүек һауыт беҙҙең эраға тиклем 3635-3370 йылдарға ҡарай.

Археологтар Д. Резепкин Төньяҡ Кавказда майкоп мәҙәниәте (Фагугап, Пшикуйхабл, Чишхо) һәм А. В. Кондрашов Краснодар крайындағы Новосвободненский мәҙәниәте (беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ уртаһы) ҡәберлектәрендә лә тәгәрмәстәр тапҡан. [4][3]. Любляна-Барджала ( Словения) табылған 72 см диаметрлы ҡорос ағасынан эшләнгән тәгәрмәс йәше биш мең йылдан ашыу (беҙҙең эраға тиклем 3350—3100 йылдар).[5]. Балсыҡтан эшләнгән дүрт тәгәрмәсле арба моделдәре Будакалас һәм Сигецентмартонда (Көнсығыш Венгрия) һуңғы баден мәҙәниәтенең ике ҡәберендә табылған, улар беҙҙең эраға тиклем 3300—3100 йылдарға ҡарай. Прессехауста (Швейцария) Хорген мәҙәниәтенә ҡараған бороно тораҡ урынында күсәрҙе беркетеү өсөн квадрат тишекле тәгәрмәс табыла, ул тәгәрмәстәр менән бергә әйләнә.

Дендрохронология ысулы буйынса б.э.т. 3200 йылдарға ҡарай. Швейцария һәм Германияла, дала төбәгендә, шулай уҡ Нидерландта һәм Данияла табылғандарҙан айырмалы рәүештә, тәгәрмәстәрҙәге тишектәр түңәрәк булған, күсәр арбаның корпусына беркетелгән, тимәк, беҙҙең эраға тиклем 3200 йылға тиклем Европала арба эшләүҙең төрлө традициялары барлыҡҡа килгән.

Тәгәрмәс беренсе тапҡыр б.э.т. 4 меңйыллыҡта «Ике йылға араһы»нда ((ru:Месопотамия) телгә алына. Тәгәрмәстән алда йөктө күсереү өсөн һалынған каток булған. Иң беренсе тәгәрмәс ағастан эшләнгән, ағастан бысылған дискыны күсәргә кейҙергәндәр. Ике йылға араһындағы Урук ҡалаһында б.э.т. 3000 йылда төшөрөлгән сана һүрәте табылған. Б. э.т. 2700 йылда төшөрөлгән арба һүрәте бар.

Көнбайышта Дунай йылғаһынан Маныч йылғаһының үрге ағымына тиклем дала һыҙатында тәгәрмәсле транспорт ҡалдыҡтары (тәгәрмәстәр, арбалар), шулай уҡ уларҙың балсыҡ моделдәре һәм һүрәт ҡалдыҡтары менән соҡор мәҙәниәтенең 160-ҡа яҡын ҡәбере бар. Табылған әйберҙәрҙең иң боронғолары калибрланған шкала буйынса беҙҙең эраға тиклем XXIII быуатҡа ҡарай[6].

Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта тәгәрмәстең конструкцияһы яҡшыртыла: Көньяҡ Уралда — арасалы тәгәрмәс, Кесе Азияла — көпсәкле һәм бөгөлгән туғынлы эшләй башлайҙар.

Б. э.т. 2000 йылдарҙа тәгәрмәс конструкцияһы камиллаштырыла. Кеса Азияла эшләнгән тәгәрмәстә араса ((:ru:спица), көпсәк ((ru:ступица), тәгәрмәс түғыны ((ru:обод) ҡуллана башлайҙар[7]. Б. э.т. 1 меңйыллыҡта тәгәрмәстең ныҡлығын көсәйтеү өсон кельттар тимер туғын ((ru:обод) ҡулланалар, амортизация өсөн резина шиналы тәгәрмәс эшләйҙәр[8]

Автомобиль тәгәрмәсе

Колумбҡа тиклем Америка цивилизацияһында тәгәрмәсте белмәгәндәр тип иҫәпләнә. Шулай ҙа Инк ҡәбиләләре тәгәрмәс асыуға яҡынлашҡан була.

Шулай уҡ Европа кешеләре килгәнсе Австралия һәм Африка ерле халҡы тәгәрмәсте белмәгән.

Тәгәрмәс асыу кәсепселекте үҫтереүгә ярҙам итә. Тәгәрмәс көршәксе түңәрәгендә, тирмәндә, иләүестә, ҡырыу станогында ҡулланыла. Мануфактура, фабрика, рудниктарҙа һ.б. һыу тәгәрмәсе ҡулланыла.

Тәгәрмәс уйлап табыу фән үҫешенә этәргес бирә. Ул астролябияла һәм башҡа фәнни инструменттарҙа ҡулланылһа, механикала редуктор тәгәрмәсе киң ҡулланыла.

Тәгәрмәстең иҡтисади өлкәләге әһәмиәте уның «Мәңгелек ҡайтарыу», реинкарнация һ. б. рәүешендәге метафорик деификацияһында (илаһҡа бәйле күреп, табыныу) сағыла. Төрлө мәҙәниәттәрҙә тәгәрмәс- Ҡояш хәрәкәте символы, буддизмда ул Дхарманың законлылығын һәм хәҡиҡәтен, симметрияһын һәм камиллығын, тыныс үҙгәрештәрҙе символлаштыра. Ҡанатлы тәгәрмәс тиҙлек, хәрби арба (колесница) тәгәрмәсе хакимлыҡ һәм ҡеүәт менән бәйле. Боронғо грек һәм рим мифологияһында алты арасалы (спицы) тәгәрмәс — Зевстың (Юпитерҙың) күк илаһы атрибуты.[9].

Цилиндрическая зубчатая передача. Һул һәм уң яҡта тәгәрмәстәр

Тәгәрмәс йөктө сағыштырмаса тигеҙ ерҙә күсереп йөрөүтөүгә энергия сығымдарын һиҙелерлек кәметә. Тәгәрмәсте ҡулланып эш башҡарғанда ҡаршылыҡ (сопротивление) көсө әйберҙе яһалма булдырылған юлдан шыуҙырып алып барғандағы ҡаршылыҡ көсөнә ҡарағанда әҙерәк була.

Тәгәрмәстең төрлө өлөштәре араһындағы төп кинематик һәм динамик мөнәсәбәттәр уны ҡаты есем итеп ҡарауҙан алына һәм геометрик үҙенсәлектәргә, башланғыс шарттарға, эксплуатация шарттарына һәм башҡа нәмәләргә ҡарап билдәләнә. Тәгәрмәс үҙәккә беркетелгән йәки үҙәктә әйләнеүсе күсәргә керетеп ҡуйылһа, иң ябай механизм тип һанала. Йыш ҡына тәгәрмәс хәрәкәтте тәьмин итеү маҡсатында ҡуйыла, был осраҡта ул транспорт сараһына инә. Ике тәгәрмәс күсәр менән тоташтырылһа, тәгәрмәстәр бер төрлө әйләнә.

Тәгәрмәс күсәре — иң ябай алты механизмдың береһе.Ҡулланылған көстө арттырыу иҫәбенә механик өҫтөнлөк (ингл. Mechanical өҫтөнлөгө) алырға мөмкинлек бирә. Механизм ергә тәгрәмәстең тик бер бәләкәй өлөшө менән генә тейә,был уны энергия юғалтыуҙы кәметеүсе транспорт сараһы итә. Тәгәрмәстәрҙе төрлө транспорт саралары өсөн ҡулланғанда уларҙың ергә тейешенсә тейеп тороуын тәьмин итергә кәрәк, быға һырланған тәгәрмәстәр ярҙамында өлгәшергә мөмкин.

Тәгәрәмәс төҙөлөшө һәм уның туҙыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автомобиль тәгәрмәсе составына диск, туғын (обод), шина, ҡайһы берҙә камера, болттарҙы беркетеү һ. б. инә, тимер юл вагонының күсәре һәм ике һалҡын юл менән тығыҙ ултыртылған дискыһы бар — шуға уны парлы тәгәрмәс (колесная пара) тиҙәр.

Автомобилдәр шиналарын туҙыу проблемаһы хәҙер тәгәрмәстәрҙе дөрөҫ көйләп ҡуйыу аша хәл ителә; хәҙерге заман шиналары 100 000 км-ҙан ашыу юл үтә. Һауа суднолары тәгәрмәстәре шинаһы туҙыуына бәйле проблема әлегә хәл итеүҙе көтә; самолет тәгәрмәсе осоу-ултырыу һыҙатының бетон япмаһы менән сәғәтенә бер нисә йөҙ километр тиҙлек менән бәйләнешкә ингәс, шиналар ныҡ туҙа.

Шестерняһыҙ бер механизм да тиерлек эшләй алмай. Улар иҫәбенә сәғәттәр (ҡул, стена һәм башня сәғәттәре лә), будильниктар, тирмәндәр (ел һәм һыу), йоҙаҡтар, шлюздар, фуникулёрҙар һәм башҡа механизмдар инә.

Үҙенсәлекле тәгәрмәс төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Башмаҡлы» тәгәрмәс баҫҡыстан менә. Уйлап табыусылар эшләгән мөғжизә. 1911 йыл

Эллипс формалы тәгәрмәс (ситтән ҡарағанда түңәрәккә оҡшаған ) — һыуҙа ишеү мөмкинлеген бирә.Был квадрат тәгрәмәскә 1959 йылда патентты америкалы Альберт Сфредда алған. Ҡар, ҡом, балсыҡ аша еңел генә үтеп, соҡорҙарҙы еңеп сыға. Шикләнеүҙәр булһа ла, бындай тәгәрмәсле машина «аҡһамай» һәм сәғәтенә 60 км-ға тиклем тиҙлек менән йөрөй ала.

Роторлы- фрезерлы движитель- ярҙамсы саңғылар менән бергә роторлы фрезералар ҙа ҡуйылған тәгәрмәс движителе варианты.

«Йәйәүле» тәгәрмәс ( Прага ғилми-тикшеренеү институтының директоры Ж. Матцкерле ротопеды, Рәсәй варианты һ. б.).

Пневматик прокат принцибы менән күп камералы тәгәрмәс.

Моторлы тәгәрмәс

Американан Р. Бёрдтың тәгәрмәсле движителе

Рен тәгәрмәсе

Pedrail (англ.) системаһы тәгәрмәстәре ( туғынға шарнирҙар менән беркеп ҡуйылған таяныу «башмаҡтары» бар, с опорными «башмаками», шарнирно закреплёнными на ободе).

Кеше йыш ҡына тәбиғәткә оҡшатып яңы әйберҙәр уйлап барлыҡҡа таба (мәҫәлән, тәүге самолёттар ҡоштарҙы хәтерләтә),[10] әммә тәбиғәттә тәгәрмәскә оҡшаш конструкциялар бик аҙ. Тикшеренеүселәр быны түбндәгеләр менән бәйләй:

Тиреҫ ҡорто

- тәгәрмәстең өҫтөнлөктәре һирәк шарттарҙа ғына күренә. Тәгәрмәс кәрәкле һөҙөмтә бирһен өөсөн шыма ер кәрәк. Хайуандарҙың аяҡ-ҡулдары күп функциялы ҡоролма (движитель) булып тора: суҡыш (аяҡ) ярҙамында яҫылыҡ өҫтөндә генә түгел, ә һикереп тә, йөҙөп тә, һыуға сумырға, күтәрелергә, еңеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, ян-яҡҡа боролорға, урынына боролорға һ.б. мөмкин. Был ҡырағай тәбиғәттә эволюцион өҫтөнлөк бирә.

- тәгәрмәс күсәр тирәләй иркен әйләнергә тейеш, шуға күрә нервылар һәм туҡлыҡлы матдәләр запасы кәрәк булған орган була алмай.

Г.Шольц атап үткән тәгәрмәс аналогтары исемлеге:

- Nannosquilla decemspinosa креветкаһы, аҫҡа тәгәрәгәндә тәгәрмәс кеүе була, шулай хәрәкәт итә ала;

- Pleuroptya ruralis ҡаршлауығы, ул да тәгәрмәс кеүек бөгәрләнеп хәрәкәт итә


Тәбиғәттә пассив прокат (качение) миҫалдары байтаҡ. Мәҫәлән:

- ҡамғаҡ дала буйлап тәгәрәп йөрөй ;

- Capparaceae aureola үрмәксеһе аҫҡа табан шар кеүек хәрәкәт итә;

- Hippa pacifica крабы (диңгеҙ ярындағы тулҡындар ҡағылып торған ҡомда тәгәрәп хәрәкәт итә.

Микроскопик кимәлдә бактериялар аксиаль әйләнеүҙең биохимик механизмына эйә (флагеллум), әммә бактериялар был ҡылым мәғәнәһендә флагеллум күсәре тирәләй «әйләнмәй», макроскопик донъяла флагеллум аналогтары юҡ.

Тәгәрмәстең иң яҡын миҫалы (һәм мөмкин булған прототибы) булараҡ, Шольц ҡуңыҙҙы атай, ул хайуан экскрементын (тиҙәген) шарға әйләндерә һәм өңөнә тәгәрәтеп индерә. Ике артҡы аяғы тупты ике ҡапма-ҡаршы яҡтан тотоп тора- был күсәр аналогы.

Ҡан тамырҙарындағы эритроциттар ҡан тамырҙары стеналары буйлап та, плазмала ла тәгәрмәс кеүек хәрәкәт иткән ҡатмарлы структуралар барлыҡҡа килтерә, был ҡан ағымына ҡаршылыҡты кәметә. Был күренеште совет ғалимы Чижевский А. Л. 1951 йылда аса[11].

Аҡһым молекулаларынан торған үрмәксе ауы арҡандар кеүек боролмай, үрмәксегә горизонталь яҫылыҡта сикләнмәгән ваҡыт әйләнеү мөмкинлеген бирә.

Хәрәкәт итеүсе тәгәрмәс — циклдар алмашыныуы һәм ҡабатланыуының боронғо символы. Мәҫәлән, һинд чакра системаһы һәм ҡытай символы «Инь һәм Ян».

Боронғо Тибетта тәгәрмәстәрҙе көндәлек тормошта ҡулланыу тыйылған.

Панама гербындағы ҡанатлы тәгәрмәс прогресс символы булып тора.

Тәгәрмәс Боронғо Мысырҙа ҡояш символы булып хеҙмәт иткән[12].

Таро кәрт уйынында иҫке аркандарҙың (таинства) ундан бер өлөшө фортуна тәгәрмәсе тип атала һәм үҙгәреш символы тип иҫәпләнә*[13].

Мәжүси мифологияла «Йыл тәгәрмәсе» термины миҙгел байрамдарының йыл һайын ҡабатланып торған эҙмә-эҙлелеген аңлата.

Тәгәрмәс — кельттарҙың йәшен илаһы Таранис атрибуты.

Вексиллология һәм геральдикала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эрфурт ҡалаһы гербы (Германия)

Геральдика тәгәрмәсе — үҙәктән сыҡҡан нурҙар менән ҡулсанан яһалма геральдик булмаған фигура. Фигурала шулай уҡ икенсе ҡулса, йәки уртаһында туп (безант) булыуы мөмкин. Нурҙарҙың һаны һәм формаһы, ҡулсаның һәм шарҙың формаһы төрлөсә, был фигураның күп төрлө варианттарын барлыҡҡа килтерә. Һүрәткә башҡа элементтар өҫтәлеүе мөмкин, мәҫәлән: ҡанаттар, уҡтар һ. б.

Хәҙерге геральдикала, ябай тәгәрмәстән тыш тәгәрмәстең түбәндәге вариациялары осрай:

Тимер юл

Тешле (шестерня)

Ҡанатлы

Ҡайһы бер илдәрҙең, ҡалаларҙың, муниципаль райондарҙың һәм башҡа илдәрҙең гербтарында шестернялар йәки уларҙың сегменттары бар.

  • 2001 йылдың июлендә «йөк күсереү өсөн ҡулланыла торған түңәрәк ҡоролма» тигән аңлатма менән патент[14]. алына.

Был патентты алыусы Мельбурн ҡалаһынан Джону Кэо Австралия патент закондары камил булмауын күрһәтергә теләгән.

  • 2009 йылда француз компанияһы Мишлен Active Wheel исемле автомобиль тәгәрмәсе эшләп сығара. Был тәгәрмәс эсендә электродвигатель, рессора, амартизатор һәм тормоз ҡуйыла[15].
  • 1959 йылда Америка кешеһе А. Сфредд квадрат тәгәрмәскә патент ала. Ул ҡар, ҡом, бысраҡ һәм соҡорҙар аша еңел бара. Башта ул шик тыуҙырһа ла, «аҡһамай» һәм тиҙлеге 60 км/сәғәткә етә.
  1. Черных П. Я. Историко-этимологический словарь современного русского языка: в 2 т. — 3-е изд., стереотип. — М.: Рус. яз., 1999. Т. 1. С. 411.
  2. Колесо // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  3. 3,0 3,1 «Российское открытие»: Колесо изобрели не на Востоке // МК, 16.06.2011
  4. Кондрашов A.B., Резепкин А. Д. Новосвободненское погребение с повозкой // КСИА. 1988. Вып. 193.
  5. Wheel with an axle. // koliscar.si. Дата обращения: 25 июль 2013. Архивировано 5 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 3 октябрь архивланған.
  6. Кульбака В., Качур В. Індоєвропейські племена епохи палеометалу. — Маріуполь: Рената, 2000. — 80 с.
  7. http://www.koryazhma.ru/usefull/know/doc.asp?doc_id=110
  8. История России. Всемирная, мировая история — История колеса
  9. Колесо // Словарь символов. — 2000.
  10. Шольц, 2008, с. 139
  11. Чижевский А. Л. Структурный анализ движущейся крови. М.: Изд-во АН СССР, 1959.
  12. Hall, Adelaide S. A Glossary of Important Symbols in Their Hebrew: Pagan and Christian Forms (инг.). — 2005. — P. 56. — ISBN 9781596055933.
  13. Моносов Б. М. 10-й аркан. Колесо Фортуны // Фаербол-3: Знакомство с астральным миром. — СПб: Невский проспект, 2003. — С. 91—99. — 128 с. — ISBN 5-94371-242-9..
  14. BBC News | ASIA-PACIFIC | Lawyer moves to patent wheel
  15. Томас Имхоф. «Французские инженеры заново изобрели колесо». 2000-Аспекты-Движение, 23 января 2009(недоступная ссылка)