Эстәлеккә күсергә

Фрэнсис Дрейк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фрэнсис Дрейк
ингл. Francis Drake
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Королевство Англия[d][4]
Тыуған көнө 1540
Тыуған урыны Тависток[d], Королевство Англия[d][5]
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1596({{padleft:1596|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[6][7][4][…]
Вафат булған урыны Портобело[d], Испан империяһы[d][8]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Дизентерия
Атаһы Эдмунд Дрейк[d][2]
Әсәһе Mary Mylwaye[d][9]
Хәләл ефете Мэри Ньюман[d] һәм Элизабет Сиденхам[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, моряк, хәрби хеҙмәткәр, капер, сәйәсмән, инженер
Биләгән вазифаһы Member of the 1572-83 Parliament[d][10], Member of the 1584-85 Parliament[d][10] һәм Member of the 1593 Parliament[d][10]
Префикс титула сэр[d]
Хәрби звание вице-адмирал[d]
Һуғыш/алыш Англо-испанская война[d]
Ғәскәр төрө Королевский военно-морской флот Великобритании[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
рыцарь-бакалавр
Изображается на Sir Francis Drake (1540?-1596)[d], Sir Francis Drake[d] һәм Sir Francis Drake (1540?-1596) (after Marcus Geeraerts, the younger)[d]
 Фрэнсис Дрейк Викимилектә

Сэр Фрэнсис Дрейк[11] (ингл. Francis Drake; яҡынса 1540 йылдар — 28 ғинуар 1596 йыл) — инглиз диңгеҙсеһе, корсар, вице-адмирал (1588). Ер шары буйлап сәйәхәт иткән беренсе инглиз кешеһе (1577—1580 йй.). Гравелин һуғышында испан флотын тар-мар итеүҙә әүҙем ҡатнашыусы (Еңелмәҫ Армада) (1588): Дрейктың оҫта эш итеүе арҡаһында инглиздәр дошмандың ҡеүәтле ут көстәренән өҫтөнлөк алыуға ирешә.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрэнсис Дрейк Йелвертонда Баклэнд-Эбби усадьбаһының хужаһы була, әммә Девон графлығында Тавистондан алыҫ түгел фермер, аҙаҡ рухани Эдмунд Дрейк ғаиләһендә Кроундейлда тыуған. Дрейктар ғаиләһендә барлығы ун ике бала була, Фрэнсис өлкәне була. 1549 йылда Дрейктар ғаиләһе Кентҡа күсеп килә. 12 йәшендә сауҙа карабында (барка) юнга булып китә. Судно хужаһына, үҙенең алыҫ туғанына, ул ныҡ оҡшай, теге үҙенең үлеменән һуң карапты Дрейкҡа васыятнамә итеп ҡалдыра, һәм Дрейк 18 йәшендә тулы хоҡуҡлы капитан була.

1567 йылда үҙенең туғаны Джон Хокинстың ҡолдар менән һатыу итеү карабында етәкселек итеп, Гвинея һәм Вест-Һиндостанға йөҙөп китә, Был экспедиция барышында, мексика ҡәлғәһе Сан-Хуан-Улуа янында инглиздәрҙең карабы испандарҙың һөжүменә дусар була, һәм караптарҙың күп өлөшө һыуға батырыла. Ике карап ҡына иҫән ҡала— Хокинстыҡы һәм Фрэнсистыҡы. Инглиздәр испан короленән юғалған караптары өсөн түләүҙе талап итә. Король, әлбиттә, баш тарта. Шул саҡ Дрейк Испания короленән нимә мөмкин, бөтәһен дә аласағы тураһында иғлан итә.

1572 йылда Вест-Һиндостандағы испан биләмәләренә үҙ экспедицияһына сығып китә, Панама муйынындағы Номбре-де-Дьюс ҡалаһын баҫып ала, аҙаҡ — Картахена гаванендәге бер нисә карапты эләктерә. Был рейд барышында Дрейк Панама муйынында Панаманан Номбре-де-Дьосҡа йүнәлгән испан «Көмөш каруанын» (30 тоннаға яҡын көмөш) ҡулға төшөрә. 1573 йылдың 9 авгусында Дрейк Плимутҡа бай һәм бөтә Англияға билдәле капитан булып ҡайта.

1577 йылдың 15 ноябрендә Дрейк королева Елизавета тарафынан Американың Тымыҡ океан яры буйына экспедицияға ебәрелә. Сәйәхәттең рәсми маҡсаты яңы ерҙәрҙе, башлыса, Австралияны асыу була. Ысынында иһә Дрейк мөмкин тиклем күберәк испан алтынын талап йыйып, был йөк менән Англияға ҡайтырға тейеш була. Фрэнсис дүрт ҙур һәм ике бәләкәй ярҙамсы караптарҙан торған флотилия менән етәкселек итә. Магеллан боғаҙын үткәс, Дрейк Утлы Ерҙән көньяҡҡа шторм менән алып ташлана, шул уҡ ваҡытта уның Көньяҡ континент өлөшө түгеллеге асыҡлана. Антарктида менән Утлы Ер боғаҙы һуңынан уның исеме менән атала.

Флагман «Пеликан» — бөтә караптарҙан берәүһе генә — Тымыҡ океанға үтеп инә, ул «Алтын лань» тип үҙгәртелә. Дрейк Көньяҡ Американың Тымыҡ океан яры буйлап испан порттарына, шул иҫәптән Вальпараисоға һөжүм итеп, төньяҡҡа үтә, ә аҙаҡ испан колонияларынан төньяҡтараҡ яр буйын, яҡынса хәҙерге Ванкуверға тиклем өйрәнә. 1579 йылдың 17 июнендә Дрейк, фаразлауҙарынса, Сан-Франциско районына (башҡа фараз буйынса, хәҙерге Орегон) төшә һәм был ярҙы инглиз биләмәһе («Яңы Альбион») тип иғлан итә.

Аҙыҡ-түлекте тулыландырып һәм ремонттан һуң, Дрейк Тымыҡ океанды киҫеп үтә һәм Молукк утрауҙарына сыға. Африканы көньяҡтан урап үтеп, Дрейк 1580 йылдың 26 сентябрендә Англияға әйләнеп ҡайта, үҙе менән бәрәңге бүлбеләре һәм инглиз короллегенең йыллыҡ килеменән ике тапҡырға артыҡ 600 000 фунт стерлингҡа торошло хазиналар алып ҡайта. Дрейкты милли герой кеүек ҡаршы алалар, королева уға рыцарь дәрәжәһе бирә. Сираттағы Вест-Һиндостанға экспедиция ваҡытында Дрейк испан гавандәре Виго, Санто-Доминго (Гаити утрауында), Картахена (Яңы Гранада) һәм Сан -Аугустинды (Флорида) ҡыйрата. 1587 йылда испан порты Кадисҡа тәүәккәл һөжүме менән дан ала.

1588 йылда ул испан Еңелмәҫ Армадаһын еңгән инглиз адмиралдарының береһе була. Бынан һуң Дрейк Елизаветаға испанлылар тарафынан Кратунан ҡыуылған Антониоға португал тәхетен ҡайтарып бирергә тәҡдим итә. Дрейк етәкләгән инглиз Армадаһы Лиссабонды баҫып алырға ниәтләнә, әммә һөҙөмтәлә инглиздәрҙең ҡамау орудиелары юҡлыҡҡа һылтанып, был ниәтенән баш тарта . Дөйөм алғанда был кампания, 1595—1596 йылдарҙа Джон Хокинс менән Вест-Һиндостанға барған Дрейктың һуңғы экспедицияһы кеүек, уңышһыҙ тамамлана. 1596 йылдың 28 ғинуарында Пуэрто-Бельонан алыҫ түгел ерҙә (Панамала хәҙерге Портобело) дизентериянан вафат була. Ҡурғаш табутта океанда ерләнә[12][13]

Ике тапҡыр өйләнгән — 1569 һәм 1585 йылда (1581 йылда беренсе ҡатыны вафат булған.). Уның балалары булмай, бөтә мөлкәте уның ир туғанына күсә.

Һуғыш алып барыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрэнсис Дрейк диңгеҙ һуғышы барышын үҙгәртә. Әгәр элек күп һанлы орудиелар менән карап еңһә, Дрейктан һуң өҫтөнлөк караптың тиҙлегенә бирелә. Быны Дрейк үҙенең «Алтын лань» галеонында бер нисә тапҡыр иҫбатлай. Мәҫәлән, книппелдәре арҡаһында Дрейк дошманды хәрәкәтһеҙ ҡалдыра һәм уны баҫып торған сәпкә әйләндерә. Артабан Дрейк ҙур алыштар өсөн брандерҙар ҡуллана башлай. Улар Гравелин алыштарында киң ҡулланыла.

Фрэнсис Дрейк хөрмәтенә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Баклэнд-Эббила һаҡланған Дрейк барабаны

Фрэнсис Дрейктың исеме географияла мәңгеләштерелгән: Утлы Ер һәм Антарктида араһындағы боғаҙ Дрейк боғаҙы тип атала. Шулай уҡ Калифорния яры буйҙарында Дрейк ҡултығы бар, унда 1579 йылда ер шары тирәләй йөҙөп сыҡҡанда төшә.

Немец ҡалаһы Оффенбургта, 1853 йылда рәссам Андре Фридрих юнып эшләгән ташта корсар ҡулында бәрәңге сәскәһе тотоп тора. Постаменттағы яҙыу: «Европала бәрәңгене таратыусы сэр Фрэнсис Дрейкҡа. Донъяның миллионлаған ер эшкәртеүселәре уның үлемһеҙ иҫтәлеген данлай. Был ярлыларға ярҙам, әсе мохтажлыҡты еңеләйтеүсе Хоҙайҙың ҡиммәтле бүләге» тип белдерә. 1939 йылда һәйкәл нацистар тарафынан юҡ ителә.

1971 йылда СССР-ҙың Үҙәк киностудияһында сыҡҡан «Фрэнсис Дрейк» фильм-спектакле (төп ролдә Марков Леонид), Дрейктың Еңелмәҫ Армада менән алышта ҡатнашыуы тураһында һөйләй.

1973 йылда британия почта маркаһында төшөрөлгән.

Шулай уҡ Фрэнсис Дрейк хөрмәтенә Uncharted видеоуйындар серияһының төп геройы аталған.

Дрейктың поход тураһында баҫма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1626 — Drake (Sir Francis) Baronet. Sir Francis Drake revived … by this relation of … a third voyage … set forth by Sir F. D., Baronet (his nephew), etc. London. 1626. 4°.
  • 1628 — The World encompassed by Sir F. D., being his next voyage to that to Nombre de Dios. London. 1628. 4°.
  • 1854 — (Очередное издание) The World encompassed. By Francis Fletcher. Edited by Wm. Sandys Wright Vaux. Map. (Hakluyt Soc. Pub., No. 17.) London. 1854. 8°.
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Lundy D. R. Sir Francis Drake // The Peerage (ингл.)
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118527207 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Bradford E., Fernández-Armesto F. Sir Francis Drake // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. http://www.bbc.co.uk/history/historic_figures/drake_francis.shtml
  6. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Lundy D. R. Francis Drake // The Peerage (ингл.)
  8. http://www.cnn.com/2014/08/14/travel/reasons-visit-panama/
  9. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  10. 10,0 10,1 10,2 http://www.historyofparliamentonline.org/volume/1558-1603/member/drake-francis-1540-96 (ингл.)
  11. В испанских колониях был известен, как Эль Драк, «Дракон» (El Draque, «Drac», «Drak»). Его имя на латыни было Franciscus Draco (Франциско Дракон). В английском языке Drake («селезень») — устаревшая форма слова «дракон».
  12. Sir Francis Drake (англ.). thepirateking.com.
  13. Kraus, Hans. Sir Francis Drake: A Pictorial Biography, 1970 (англ.). Loc.gov (13 October 2005).
  • Баландин Р. К. Знаменитые морские разбойники. От викингов до пиратов. — М.: Вече, 2012. — 352 с.
  • Белоусов Р. С. Под чёрным флагом: Исторические очерки. — М.: Олимп; АСТ, 1996. — 432 с.
  • Блон Жорж. Великий час океанов: Атлантический. — М.: Мысль, 1978. — 218 с.
  • Блон Жорж. Великий час океанов: Тихий. — М.: Мысль, 1980. — 208 с.
  • Герхард Петер. Пираты Новой Испании. 1575—1742 гг. — М.: Центрполиграф, 2004. — 240 с.
  • Глаголева Е. В. Повседневная жизнь пиратов и корсаров Атлантики от Фрэнсиса Дрейка до Генри Моргана. — М.: Молодая Гвардия, 2010. — 416 с.: ил.
  • Губарев В. К. Френсис Дрейк. — М.: Молодая Гвардия, 2013. — 374 с.
  • Констам Энгус. Пираты. Всеобщая история от Античности до наших дней. — М.: Эксмо, 2009. — 464 с.: ил.
  • Копелев Д. Н. Золотая эпоха морского разбоя (пираты, флибустьеры, корсары). — М.: Остожье, 1997. — 496 с.
  • Копелев Д. Н. Раздел Океана в XVI―XVIII веках: Истоки и эволюция пиратства. — СПб.: КРИГА, 2013. — 736 с.
  • Малаховский К. В. Кругосветный бег «Золотой лани». — М.: Наука, 1980. — 168 с. (о Френсисе Дрейке).
  • Малаховский К. В. Пять капитанов. — М.: Наука, 1986. — 428 с. (о Френсисе Дрейке, Уолтере Рэли, Педро Фернандесе де Киросе, Уильяме Дампире, Мэтью Флиндерсе).
  • Маховский Яцек. История морского пиратства. — М.: Наука, 1972. — 288 с.
  • Медведев И. А. Рыцари моря. — М.: Вече, 2012. — 320 с.
  • Можейко И. В. Пираты, корсары, рейдеры: Очерки истории пиратства в Индийском океане и Южных морях в XV—XX вв. 3-е изд. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1991. — 348 с.
  • Нойкирхен Хайнц. Пираты: Морской разбой на всех морях. — М.: Прогресс, 1980. — 352 с.
  • Перье Николя. Пираты. Всемирная энциклопедия. — М.: Гелеос, 2008. — 256 с.: ил.
  • Рябцев Г. И. Пираты и разбойники. Флибустьеры, корсары, каперы и буканьеры. — Минск: Литература, 1996. — 608 с.
  • Рогожинский Жан. Энциклопедия пиратов. — М.: Вече, 1998. — 679 с.
  • Узин С. В. Капитан «Золотой лани».— М.: Мысль, 1973. — 176 с.: ил.
  • Ханке Хельмут. Люди, корабли, океаны (6000-летняя авантюра мореплавания). — Л.: Судостроение, 1976. — 432 с.
  • Ципоруха М. И. Под чёрным флагом. Хроники пиратства и корсарства. — М.: НЦ ЭНАС, 2009. — 384 с.
  • Чумаков С. История пиратства от античности до наших дней. — М.: Издательский Дом «Техника — молодежи», 2001. — 144 с.: ил.