Эстәлеккә күсергә

Халыҡ йыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Возле речки, возле мосту» урыҫ халыҡ йыры. Революцияға тиклемге асылмалы открытка

Халыҡ йыры — фольклорҙың музыкаль-шиғри жанры, ғәҙәттә ҙур күләмдә булмаған куплетлы (строфик) музыкаль-шиғри әҫәр[1], халыҡ музыкаһының киң таралған төрө, коллектив ауыҙ-тел ижады продукты.

Халыҡ йыры һәр халыҡ характерын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра, жанр йөкмәткеһенең үҙесәнлеге, музыкаль теле, структураһы менән айырыла. Халыҡ музыкаһының ҡайһы бер боронғо һәм өлөшләтә заманса формаларында бейеү, уйын, инструменталь музыка, һүҙ һәм һынлы фольклор менән синкретик берҙәмлектә йәшәй.

Халыҡ йыры жанрҙар байлығы менән айырылып тора — эпик, лирик, хеҙмәт, сатирик, көнкүреш, революцион һәм башҡалар[1]. Күпселек традицион жанрҙарҙың мөһим үҙенсәлеге булып халыҡ йырҙарының көндәлек тормош һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйләнеше тора, мәҫәлән, төрлө хеҙмәт төрҙәрен оҙатып барған хеҙмәт йырҙары — бурлаҡ, бесән сабыу, утау, урып-йыйыу, һуғыу һәм башҡалар; игенселек һәм ғаилә йолаларын һәм байрамдарҙы оҙатып барған йырҙар — миҙгел, туй, ерләү һәм башҡалар. Ҡайһы бер жанрҙар (йолалар, әйлән-бәйлән, уйын, бейеү) драматик хәрәкәт, бейеү уйындары менән бәйле[1]. Халыҡ йырының формаһы — дүрт юллыҡ шиғыр (куплет)[1]. Монофоник халыҡ йырҙарын бер йырсы йәки төркөм унисонда башҡара (хор, ансамблдә). Полифоник халыҡ йырҙары (башлыса хор) ике, өс, дүрт һәм унан да күберәк тауыштан (партияларҙан) тора — тотороҡло баслы полифонияның иң ябай формаларынан (мәҫәлән, ҡабарҙыларҙа) халыҡ полифонияһының үҫешкән формаларына тиклем (урыҫ подвокаль полифонияһы, грузин халыҡ полифонияһы), йыш ҡына йыр башлаусының йәки солистар төркөмөнөң өлөшө менән[1]. Халыҡ йырҙары акапелло йәки халыҡ музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарыла.

Башҡорттарҙа халыҡ йыры күп быуаттар дауамында бер тауышта башҡарыла:

«Башҡорттар һәр ваҡыт берешәр кеше йырлай, бер тауыш менән… уларҙың хор йырлауы юҡ», — тип шаһитлыҡ итә Р. Г. Игнатьев[2].

Музыка һәм шиғырҙарҙы ижад итеү — берҙәм ижади процесс, ҡанундар нигеҙендә барлыҡҡа килгән хәл иткес әһәмиәткә эйә традиция: йыр һәр йыр төркөмөндә эстетик яҡтан һөҙөмтәле булған закондар нигеҙендә барлыҡҡа килә, шуға күрә музыкаль-шиғри типология нормаларына буйһона. Шулай итеп, халыҡ йырының һәр жанрында төп һәм периферия йыр төрҙәре (ритмик, мелодик), уның нигеҙендә йырҙарҙың үҙгәреүсәнлеге барлығы билдәле. Халыҡ ижадында йырҙың төп төрҙәренең вариацияһы менән бер рәттән, элекке көйҙәргә ҡабаттан текстар яҙыу ҙа ҡулланыла.

Халыҡ йыры күп кенә локаль варианттарҙа йәшәй һәм әкренләп үҙгәреп тора. Йыш ҡына бер үк көйгә бер нисә, хатта күп текстар ҡулланыла (мәҫәлән, таҡмаҡтарҙа)[1].

Йырлауҙың халыҡ манераһы — урындағы тарихи, мәҙәни һәм художество традициялары нигеҙендә көндәлек йыр мөхите йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән вокаль башҡарыу саралары һәм алымдары комплексы.

Халыҡ йыры төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрҙәре буйынса халыҡ йырҙары бер тауышлыларға һәм күп тауышлыларға айырыла.

Көнсығыш славяндарҙа осраған халыҡ йырҙары төрҙәре:

  • ялбарыу
  • хөрмәтләү, данлау
  • шелтәләү
  • уйын
  • лирик
  • әйлән-бәйлән
  • хеҙмәт
  • календарь йолалары

Балтика буйы халыҡтарында:

  • сутартинес — боронғо литва полифоник йырының төрө, башлыса ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт йырҙарына хас. Эш ваҡытында, шулай уҡ туйҙарҙа, башҡарыла; ҡайһы берҙә бейеүҙәрҙе оҙата[1].
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Музыкальная энциклопедия / Под ред. Ю. В. Келдыша. — Советская энциклопедия. — М.: Советский композитор, 1973—1982.
  2. Музыкальная культура автономных республик РСФСР.Под ред. Г. И. Литинского. стр. 67.
  • Народная песня / Земцовский И. И. // Корто — Октоль. — М. : Советская энциклопедия : Советский композитор, 1976. — (Энциклопедии. Словари. Справочники : Музыкальная энциклопедия : [в 6 т.] / гл. ред. Ю. В. Келдыш ; 1973—1982, т. 3).
  • Народная песня // Большой энциклопедический словарь. Электронная версия / Главный редактор — академик А. М. Прохоров. — М., 2000.
  • Народная песня // Музыкальный словарь Римана