Эстәлеккә күсергә

Мари халыҡ йыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мари халыҡ йыры

Мари халыҡ йыры — мари мәҙәниәте үҫеше барышында йырҙың һүҙҙәре һәм көйҙәре тарихи яйға һалынған. Халыҡ йырының билдәле бер авторы юҡ, йәки авторы билдәһеҙ.

Йыр —мари фольклорының иң популяр жанрҙарының береһе. Ул ғүмере буйына: тыуғандан алып үлгәнгә тиклем кешене оҙата, эштә лә, ялда ла яңғырай, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм байрамдарҙы оҙатып йөрөй. Көй һәм һүҙҙәр уй-фекерҙәрҙе, хис-тойғоларҙы, борсолоуҙарҙы һүрәтләй. «Йыр — халыҡ күңеле», «Йыр менән йәшәүе еңелерәк», — тиелә мари мәҡәлдәрендә. Йырҙар ниндәй ҙә булһа йолаға арналған, уны үтәү менән бәйле, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Йола йырҙарына календарь, туй, байрам йырҙарына — ҡунаҡ, ерләү йырҙарына — мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, рекрут, хеҙмәт йырҙары, мәрхүмдәрҙең йырҙары инә.

Календарь йырҙар — ул ауыл хужалығы календарына бәйле аграр байрамдарҙың һәм йолаларҙың йырҙары[1]. Мариҙарҙың халыҡ-йыр мәҙәниәте бай жанр төрлөлөгө менән айырылып тора. Мариҙарҙың йыр ижадында лирика һәм драма бүлектәре тулы күрһәтелгән.

Лирик йырҙар өҫтөнлөк итә, улар шәхси лирикаға, гражданлыҡ лирикаһына, пейзаж лирикаһына, тамашаларҙа лирик йырҙарға бүленә. Йыр-драмалар ҙа халыҡ-йыр байлығының байтаҡ өлөшөн тәшкил итә. Улар — ғаилә-көнкүреш (туй, ерләү, бишек), календарь (ҡышҡы — Раштыуа һәм масленица; яҙғыһы; йәйгеһе — бесән сабыу, урыу һ.б.), таҡмаҡтар һәм инструменталь көйҙәр.

Кешелек ырыуының дауамы булған мәңгелек процесына иң бөйөк ҡомартҡылар булараҡ, беҙгә боронғо туй йолалары һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе йырҙар килеп еткән. Мари композиторҙары уларҙы мәңгеләштереп, туй йырҙарының һәм инструменталь көйҙәрҙең иҫ киткес хор эшкәртеүҙәрен ойоштора, уларға күп тауышлы хор башҡарыу саралары менән үҙенсәлекле сағыу яңғыраш бирә.

Башҡортостандағы мари халыҡ йыры йола йырҙары (туй, ҡунаҡ, мәрхүмде иҫкә алыу һ.б.) ғибәрәт. Таҡмаҡтар киң таралған. Мари халыҡ йырҙары — төрки, һуңыраҡ урыҫ йоғонтоһон кисерә.

1902 йылдан алып В. М. Васильев көнсығыш мариҙарының йырҙарын йыя, мари халыҡ йырҙарының 3 китабын баҫтыра. 1906—1910 йылдарҙа мари тикшеренеүсеһе Г. Г. Кармазин тарафынан Бөрө өйәҙенең Мишкә һәм Сурай улустарында 500 йыр яҙып алына, уларҙың бер өлөшө 1931 йылда фин ғалимы Ю. Вихманн китабына индерелә. 1941 йылда Ленинградта музыкант һәм композитор К. А. Смирновтың 30-сы йылдарҙың 2-се яртыһында Мари милли социалистик мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты (Йошкар-Ола) экспедицияларында, шул иҫәптән БАССР-ҙың Мишкә һәм Ҡалтасы райондарында йыйған мари йырҙары йыйынтығы нәшер ителә. 1951 йылда «Көнсығыш мариҙары йырҙары йыйынтығы» сыға. 2009 йылда Л. А. Абукаева тарафынан «Мишкә мариҙарының туй йырҙары» йыйынтығы баҫтырыла[2]. 1990-сы йылдарҙа Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институты тарафынан Башҡортостан Республикаһының төрлө райондарына фольклор экспедициялары ойошторола, «Көнсығыш мариҙары йырҙары» материалдары (1994) мари фольклоры йыйынтығына инә[3]. Халыҡ йырҙары мари мифологияһы менән дә бәйле[4].

  1. Марийская песенная культура
  2. Абукаева Любовь Алексеевна. Свадебные песни мишкинских мари / сост., перевод, предисл. — Йошкар-Ола, 2009. — 96 с.
  3. МАРИЙСКАЯ НАРОДНАЯ ПЕСНЯ
  4. Акцорин В. А. Мировоззренческие представления финно-угорских народов по данным фольклора // Современные проблемы развития марийского фольклора и искусства. — Йошкар-Ола, 1994. — С. 5—19.
  • Народная песня // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 565—566. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.
  • Абукаева Любовь Алексеевна. Свадебные песни мишкинских мари / сост., перевод, предисл. — Йошкар-Ола, 2009. — 96 с.