Мари мифологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мари мифологияһы
Барлыҡҡа килгән Марыйҙар
Өлөшләтә тура килә Мари традицион дине
 Мари мифологияһы Викимилектә

Мари мифологияһы  мифологик күҙаллауҙар комплексы мариҙарҙың — болон, көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм тау.мариҙарының мифологик күҙаллауҙар комплексы. Дөйөм урал буйы һәм фин-уғыр мифологияһының бер өлөшө. Мари мифологияһы формалашыу нигеҙе мари традицион дине. Мари мифтары бер үк ваҡытта удмурт һәм мордва мифтарына яҡын[1].

Пантеон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Куго-Юмоның күтәрелеүе иң һуңғы күренеш булып тора. Тәүҙә мариҙар Кугурак кеүек үҙҙәренә яҡын булған ҡәбилә илаһтарына (Курук кугуза, Кукарка, Шенгел Кугу Енг) һәм Водыжға табынған, уларға, үҙ сиратында, вағыраҡ илаһтар һәм рухтар (Ужедыш, Имэ, Толэ) буйһонған. Шуның менән бергә дөйөм алғанда Кугурак менән Водыжға ҡарағанда түбәнерәк урын биләгән Кугу Йомшо һыу илаһы культы айырыла[2][3].

Куго-Юмоның иң һуңғы булып күтәрелә башлауы, уның тукым шольыжо Куго-Юмо, йәғни Оло Алланың ике туған ҡустыһы, булыуы менән иҫбатлана[4].

Мариҙарҙа хужалыҡтың етештереү формалары, бигерәк тә игенселек һәм малсылыҡ үҫешеү менән, күк илаһы Кугу Юмо тәүге планға күтәрелә. Ул бик күп малға эйә бай игенсе булып күренә башлай. Тәүге әҙер Алланың кешеләргә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмаған, шуға күрә улар уны белмәгән. Алла менән кеше араһында бәйләүсе звено булып уның ҡыҙы Юмын Удыр торған[5].

Юғары илаһты уратып алған үрге илаһтарға: Тӱн юмо - күк эштәре, йыһан менән идара итеүсе илаһ; Ош кече кугу юмо - ҡояш һәм яҡтылыҡ илаһы, Кава юмо - күк илаһы, күк йөҙө илаһы, Мэр кугу юмо - илаһ, халыҡты ҡурсалаусы илаһтар ҡараған[6]. Шулай уҡ Вомелличе юмо - йәшен илаһы ҙур абруй менән файҙаланған. Һыу алиһәһе Вюд Ава белем һаҡсыһы тип хөрмәтләнгән. Ут алиһәһе Тул-Ава кешеләр һәм аллалар араһында аралашсы һымаҡ уларҙың үтенесен Куго Юмоға еткергән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ер алиһәләре Мланде Аваға табыныу менән бер рәттән, урман һәм ҡырағай тәбиғәт илаһтары: Кожла, Чодра Ава ла үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡалған. Мари алиһәләре мордва алиһәләренә айырыуса яҡын тора. Мәҫәлән, мари Мланде Аве алиһәһе - мордва Мод Аваға тап килә, Вюд Аве - Ведь Ава, Тул Аваға - Тол Ава, Мардеж Авеға - Варма Ава, Чодра Аве - Вирь Ава, Нур Аве - Норов Ава һәм башҡалар тап килә.

1770 йылда Н. П. Рычков ун һигеҙ илаһтан торған мари илаһтары һәм алиһәләре пантеонының ҙур булмаған исемлеген төҙөй. Төп аллалар иҫәбендә ул Юмо, Куго-Юмо, Пуйршо-Юмо, Азрека, Кудурчо-Юмо, Пиамбарҙы һанап киткән[7]. И. Г. Георги 1799 йылда «Рәсәй дәүләтендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙы тасуирлау» хеҙмәтендә мари аллалары иерархияһына төшөнөргә маташа. Уның, сирмештәрҙең һауа биләмәләрендә йәшәүселәре Кого юма менән Юман абыларҙың балаһы йәки туғаны, тигән фекере айырыуса мөһим һәм емешле тип һанала[8]. В. М. Черемшанский (1859) иң төп илаһтары иҫәбендә юғары илаһ Куго-Юмо, Пуйршо-Юмо - күк илаһын, Кюдюрчо-Юмо - йәшен, күк күкрәү илаһын, Юмыш-Аву - тормош әсәһен, Мляндэ-аву - ер әсәһен, Шочэн-Аву- тыуыу әсәһен, Кече-Аву - ҡояш әсәһен, Мардэж-Аву - ел әсәһен атай. Түбән мифологик персонаждар араһында ул төпкөл урмандарҙа йәшәгән шишмә рухы Ямшинэрҙы (Йомшо), ер аҫты ятҡылыҡтары һәм тауҙар рухын - Одыр-Памашты, тау хакимы Одыр-Памашты һәм йортто һаҡлаусы Кудо-Вадишты телгә ала[9].

Г. Яковлев (1887) ике йөҙҙән ашыу сирмеш илаһтарын һәм кереметтары (рух) исемлеен килтерә. Каве алиһәгә иғтибарын йүнәлтә, шулай уҡ Кюртно-Юмо — металл илаһын айырып күрһәтә[10]. В. И. Филоненко (1912) Шочектшо-Ава Пуэмбарҙың әсәһе икәнен өйрәнгән. Шулай уҡ ғалим ҡояш алиһәһе Кэчаваның фәҡәт ҡатын-ҡыҙ культлы булыуын һәм һауа алиһәһе Кава башҡа илаһтарҙан айырым йәшәүен билдәләй[11].

Халыҡ шиғриәтендә, эпоста мифологик образдар һәм мотивтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мифологические представления мари нашли своё отражение в народных обрядовых песнях, так называемых «песнях жрецов» карт-влак муро. Они исполнялись картами — служителями марийских языческих культов — во время молений. В этих песнях, напоминающих древние молитвы и заклинания, жрецы обращались к богам с просьбой ниспослать им хорошую жизнь и защитить от зла. Об архаичности данного типа песен говорят образы древних божеств, упоминаемых в текстах — Пиямбар, Кинде-ава (мать-богиня урожая), Юмынӱдыр (дочь бога), Юмо колтымо мӱкшава (божья пчеломатка) и др.[12].

Мари эпосының ҡайһы бер геройҙары (Кугурак, Тюкан Шур һәм башҡалар) сығышы буйынса мифик булып тора. Шулай итеп, мәҫәлән, Кугурак мариҙың геройы ғына түгел, ә аллаһы, рухы булып һанала[13].

Мифик заттар, артефакттар, геройҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шем Кишке (Ош Кишке, Азырен Кишке) — Ҡара Йылан (Аҡ Йылан, Азырен Йылан), әхирәттә йәшәүсе имәнес зат[14].
  • Турни — өс башлы аждаһа, һаҙ хакимы һәм ҡыҙҙарҙы урлаусы[15].
  • Онар (Нар, Тютя) — ағастарҙы тамыры менән ҡуптарыусы тарихҡаса осорҙар алпамышаһы. Ҡайһы саҡта — Юмо алланың улы[16].
  • Овда — ҡара сәсле бик матур яланғас ҡыҙ йәки ҡатын күренешендәге урман заты. Ҡайһы берҙә сәстәре туҙған, иңбаштары аша һелтәп ебәрерлек оҙон түшле имәнес заттар йә ҡанатлы алпамышалар һымаҡ күренгән. Шулай уҡ овда — Ветлуга һәм Вятка йылғалары араһында мариҙар килерҙән алда йәшәгән мифик бәләкәй халыҡ вәкиле [17].
  • Кучкыж (Арслан-кайык) — Түбәнге донъяла оя ҡорған һәм аждаһа йылан менән алышҡан бик ҙур бөркөт (Арыҫлан-ҡош)[18].
  • Курныж-пий — эт-төйлөгән[19].
  • Вюлтак — Бейә улы, Тылчак (Ай улы) һәм Кечамыш (Ҡояш улы) менән бер рәттән мари әкиәте геройы [18].
  • Шёртнё лудо (Алтын өйрәк) — бал һалынған ағас киҫмәктә (чан) йөҙөп йөрөүсе һәм Акпатыр тарафынан илаһи хәрби көс сығанағы, дини культ итеп табынған нәмә (фетиш)[20].
  • Юзо ече — Пегеней, Полтыш һәм Тюкан Шураларҙың тылсымлы үҙҙәре йөрөгән саңғылары[19].
  • Юзо керде — Юанай өсөн урланған ҡыҙҙарҙың биҙәүестәренән сүкелгән һәм уларҙың әсәләренең күҙ йәштәре менән сыныҡтырылған мөғжизәле ҡылыс[15].
  • Немда (Лемда, Акпатыр, Акпарс, Чоткар, Чумбулат, Изима, Редваг һ.б.) — үҙе вафат булғандан һуң да кешеләргә ярҙамға килергә әҙер тороусы мари геройының йыйылма образы[21].
  • Арын патыр — мәҙәни герой. Мариҙарҙы һиртмәк йәки һапҡын тип аталған таш атыусы ҡоралды ҡулланып һуғышырға өйрәткән ир[22].
  • Алтыбай, Урса һәм Ямшан — малмыж мариҙарының легендәр етәкселәре, ватандаштарын баҫыуҙарҙы сәсеүҙгә әҙерләү маҡсатында таҙартырға өйрәткән мәҙәни геройҙар[23].
  • Вегеней (Пегеней) — әкиәтсә уңыш ҡаҙанышына эйә һунарсы ҡарт [19].
  • Тюкан Шур — вятка мариҙары менән идара иткән легендар кенәз[24].
  • Акмазик — Тюкан Шурҙың вариҫы[24].
  • Унавий — Тюкан Шурҙың ҡыҙы[24].
  • Сави — баһадир-ҡыҙ, одо (удмурттар) юлбашсыһы Кюльмездың ҡыҙы һәм Шуэттың кәләше[25].
  • Юанай — Турниҙы еңгән ҡурҡыу белмәҫ һунарсы{Sfn|Марийские народные сказки|2003|с=3—7}}.
  • Полтыш — малмыж мариҙарының легендар хәрби начальнигы[26].
  • Пёсьеносые (эт танаулылар) — эт танаулы кеше ашаусы мифик заттар. Вятка йылғаһы аръяғында төпкөл урмандарҙа йәшәгәндәр.
  • Таргылтыш — үлектәр (мәйеттәр) рухы.
  • Мужо — ауырыуҙарҙың яуыз рухы.
  • Тоштыен — боронғо ата-бабалар рухы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Айхенвальд А. Ю., Петрухин В. Я., Хелимский Е. А. К реконструкции мифологических представлений финно-угорских народов // Балто-славянские исследования. 1980. — М.: Наука, 1982. — С. 162—192.
  • Георги И. И. Описание всех обитающих в Российском государстве народов их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, упражнений, забав, вероисповеданий и других достопамятностей / Творение, за несколько лет пред сим на немецком языке Иоганна Готтлиба Георги; В 4-х частях. — Санкт-Петербург, 1799.
  • Акцорин В. А. Историко-генетические связи финно-угорских племён по данным мифологии // Вопросы марийского фольклора и искусства. — Йошкар-Ола, 1980. — С. 13—27.
  • Акцорин В. А. Мировоззренческие представления финно-угорских народов по данным фольклора // Современные проблемы развития марийского фольклора и искусства. — Йошкар-Ола, 1994. — С. 5—19.
  • Акцорин В. А. Прошлое марийского народа в его эпосе. — Саров: Альфа, 2000. — 87 с.
  • Витсен Н. Северная и Восточная Тартария, включающая области, расположенные в северной и восточной частях Европы и Азии. — Амстердам: Pegasus, 2010. — Т. 2. — 1225 с.
  • Васильев В. Материалы для изучения верований и обрядов народа мари. — Краснококшайск: Мариздат, 1927. — 128 с.
  • Васильев В. М. Тотемистические пережитки в воззрениях марийского народа : [рус.] // НРФ МарНИИЯЛИ. Оп. 1. Ед. хр. 15. — 1949.
  • Вершинин В. И. Марий мут-влакын кушеч лиймышт. Этимологий мутер. Этимологический словарь марийского языка. — Йошкар-Ола, 2018. — Т. 2. — 741 с.
  • Веселовский А. Н. Народные представления славян. — М.: АСТ, 2006. — 667 с.
  • Глухова Н. Н. Символика антропонимов в марийской культуре: гендерный аспект // Грамота. — Тамбов, 2016. — С. 60—65.
  • Данилов О. В. Языческие культы древнего населения Марийского Поволжья. — Йошкар-Ола, 2016. — 336 с.
  • Калиев Ю. А. Мифологическое сознание мари. Феноменология традиционного мировосприятия: монография. — Йошкар-Ола: Изд-во Мар. ун-та, 2003. — 216 с.
  • Калиев Ю. А. Мифы марийского народа. — Йошкар-Ола: Издательский дом «Марийское книжное издательство», 2019. — 447 с.
  • Калиев Ю. А. Об астральных представлениях марийцев. — Йошкар-Ола, 1994. — С. 18—26. — (Современные проблемы развития марийского фольклора и искусства).
  • Марийские народные сказки. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2003. — 352 с.
  • Марийские народные сказки. — М.: Детская литература, 1985. — 111 с.
  • Марийский фольклор: Мифы, легенды, предания / Сост. В. А. Акцорин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1991. — 288 с.
  • Марийцы. Историко-этнографические очерки. — Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2013. — 482 с.
  • Напольских В. В. Древнейшие этапы происхождения народов уральской языковой семьи: данные мифологической реконструкции (прауральский космогонический миф). — М.: Институт этнологии и антропологии АН СССР, 1991. — 189 с.
  • Песни луговых мари. — Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2011. — 592 с.
  • Петрухин В. Я. Мифы финно-угров. — М.: «Издательство Астрель», «Издательство АСТ», 2003. — 464 с.
  • Попов Н. С. Отражение ветхозаветных мотивов в космогонических мифах мари о творении мира и человека. — 2016. — Т. 2 № 1. — С. 188—195. — (Международный журнал социальных и гуманитарных наук).
  • Потанин Г. Н. Очерки северо-западной Монголии. Результаты путешествия, исполненного в 1879 году по поручению Императорского Русского Географического Общества. Выпуск IV. Материалы этнографические. — СПб: типография В. Киршбаума, 1883. — 1025 с.
  • Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году.. — СПб, 1770. — 190 с.
  • Ситников К. И. Боги, духи, герои // Словарь марийской мифологии. — Йошкар-Ола, 2006. — Т. 1. — 160 с.
  • Смирнов И. Н. Черемисы: Историко-этнографический очерк. Статьи. Вступительная статья К. Н. Санукова. — Йошкар-Ола: РОО РМЭ ПРМ «СММ „У вий (Молодая сила)“», 2014. — 304 с. — («Историческое наследие марийского народа»).
  • Износков И. А. Пуйршо // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Пиамбар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ҡалып:Книга:Марийская мифология
  • Филоненко В. И. Языческие верования черемис Уфимской губернии. Погребальные и свадебные обряды. — Уфа, 1912. — С. 4—7.
  • Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. — Уфа, 1859. — 472 с.
  • Четкарёв К. А. О марийских преданиях и легендах // Труды МарНИИ. Вып. II: Вопросы истории, языка, литературы и фольклора мари. — Йошкар-Ола, 1940. — С. 150—179.
  • Яковлев Г. Религиозные обряды черемис. — Казань, 1887. — 87 с.
  • Шкалина Г. Е. Традиционная культура народа мари. — Йошкар-Ола, 2003. — 208 с.
  • Ярыгин А. Ф. Современные проявления дохристианских верований марийцев. — Йошкар-Ола, 1976. — 76 с.
  • Тошто марий ой-влак / Сост. В. А. Акцорин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1972. — 216 с.
  • Holmberg Uno. Die Religion der Tscheremissen. Porvoo, 1926. Русский перевод книги: НРФ МарНИИ. Оп.1. Д. 91.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Марийское язычество Ҡалып:Марийцы