Харитонова Мария Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харитонова Мария Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Саметь[d], Костромской уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Саметь[d], Костромской район[d], Кострома өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мария Васильевна Харитонова (12 ғинуар 1904 йыл — 17 август 1978 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Кострома өлкәһенең Кострома районы «12 Октябрь» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Васильевна Харитонова 1904 йылда Саметь ауылында, хәҙер Кострома өлкәһендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәпте тамамлай. Бик иртә эшләй башлай. 1928 йылда ире менән бергә яңы ойошторолған ер эшкәртеү ширҡәтенә инә.

1930 йылдан 1932 йылға тиклем «12 Октябрь» колхозында баҫыусылыҡта эшләй. Һуңынан һауынсы булып эшкә күсә һәм 1959 йылға тиклем хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Кострома тоҡомо менән эшләй.

1948 йылда үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 5001 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә.

ССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 4 июлендәге Указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәре өсөн Харитонова Мария Васильевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ауыл хужалығында эшләүен артабан да дауам итә. Бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге эсендә миллион литрҙан ашыу һөт һауып ала.

Тыуған ауылында йәшәй. 1978 йылдың 17 авгусында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948—1974 гг. — Кострома, 2014.
  • Костромское созвездие. Ярославль, 1975

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]