Хәлилов Ғилмислам Сәлихйән улы улы
Хәлилов Ғилмислам Сәлихйән улы улы (1912 йыл — декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].Рядовой.
Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1912 йылда хәҙерге Көйөргәҙе районы Беренсе Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Артабан Яҡуп тулы булмаған урта мәктәбендә дауам итә.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡатыны Мәрйәм Рамаҙан ҡыҙы ошо уҡ ауылдан. Ауыл муллаһы Хөсәйенов Рамаҙан хәҙрәттең ҡыҙы. Һуғышҡа тиклем уларҙың ике балалары тыуа. Ололары Ғәзизйән, кесе улдары Марат.