Эстәлеккә күсергә

Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәҙерге сәнғәт музейы
ингл. Museum of Modern Art
Нигеҙләү датаһы 1929[1][2][3]
Логотип
Ҡыҫҡаса атамаһы MoMA
Нигеҙләүсе Lillie P. Bliss[d][4][1], Mary Quinn Sullivan[d][4][1] һәм Эбби Олдрич Рокфеллер[d][4][1]
Менеджер/директор Glenn D. Lowry[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[5][6]
Административ-территориаль берәмек Манхэттен[d][6]
Урынлашҡан урамы 53-я улица[d]
Урын Мидтаун[d]
Ойошма ағзаһы International Confederation of Architectural Museums[d][7] һәм International GLAM Labs Community[d][8]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы организация 501(c)(3)[d][9]
Дөйөм килем 262 144 582 $ (2020)[9]
Бойһонған ойошма (филиал) MoMA PS1[d][10]
Милке Авиньонские девицы[d], Still Life with Carafe, Milk Can, Bowl and Orange[d], Museum of Modern Art online collection[d] һәм Thomas Walther Collection[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[9]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Архитектор Ёсио Танигути[d][11], Эдуард Дьюрелл Стоун[d][11] һәм Philip Lippincott Goodwin[d][11]
Рәсми асылыу датаһы 7 ноябрь 1929[12]
Йылына инеүселәр һаны 2 788 236[13], 1 992 121[14] һәм 1 160 686[15]
Почта индексы 10019
Рәсми сайт moma.org
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL github.com/MuseumofModer…
github.com/MuseumofModer…
Изображается на Haunting MoMA: The Forgotten Story of ‘Degenerate’ Dealer Alfred Flechtheim[d][16] һәм Museums Faulted on Restitution of Nazi-Looted Art[d][17]
Кто представляет ARS[d][18][18]
Представляет Альфред Стиглиц[d][18] һәм Джорджия О’Киф[d][18]
Аккредитован Американский альянс музеев[d][19]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Чикаго сәнғәт институты[d], Тейт[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Городской музей[d][20][21], Смитсон американ сәнғәте музейы[d] һәм MTA Arts & Design Permanent Art Collection[d][22]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][23][24]
Пожертвования 166 731 106 $[25]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5 274 540 һәм 538 000 ± 999[26]
URL-адрес онлайн-каталога moma.org/collection/
Сайт официального магазина store.moma.org
Страница учреждения на Викискладе Museum of Modern Art
Карта
 Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк) Викимилектә

Хәҙерге сәнғәт музейы (ингл. Museum of Modern Art, ҡыҫҡартмаһы MoMA), Нью-Йорк Манхеттен — хәҙерге сәнғәт буйынса донъяла тәүге һәм иң бай музейҙарҙың береһе[27], ошондай башҡа йыйылмалар өсөн эталон тип иҫәпләнә.

Кешеләрҙең йөрөүе буйынса АҠШ-та өсөнсө, донъяла тәүге егерме художестволы музей иҫәбенә инә  — 2013 йылда 3 066 337 кеше булған. Нью-Йорктың күренекле урындарының береһе.

1928 йылда Манхеттендағы офис бинаһының алты залында урынлаша, Рокфеллерҙар ғаиләһенең ҙур булышлығы һәм ярҙамы тейә. Сәнғәт белгесе Альфред Барр музейҙың беренсе директоры була.

Йыйылмаларына XX быуаттың иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәре — «Звездная ночь» (Винсент Ван Гог)), «Танец» (Анри Матисс), «Авиньонские девицы», «Спящие крестьяне» (Пабло Пикассо), «Постоянство памяти» (Сальвадор Дали), «Птица в пространстве» (Брынкуши) инә.

Әлеге бинаһының төҙөлөшө 1939 йылда башлана, 1950-се йылдарҙа «интернациональ стилдә» Филип Джонсон тарафынан яңыртып төҙөлә, 1980-се һәм 2000-се йылдарҙағы реконструкциялар ваҡытында музей майҙандары бер нисә тапҡырға ҙурайтыла.

1947 йылда МоМА етәкселеге Нью-Йорктың «Метрополитен» музейы менән контракт төҙөй, уға ярашлы, хәҙерге заман сәнғәте разрядынан классик сәнғәт әҫәре разрядына күскән әҫәрҙәр МоМА-нан «Метрополитен»ға тапшырылырға тейеш була.

Музейҙа 150 000-дән ашыу әҫәр һәм 4 миллион самаһы кинофильм һаҡлана[28].

Коллекцияһы XIX быуат аҙағынан XXI быуат башына тиклемге донъя сәнғәте әҫәрҙәренән тора. Музейҙың бүлектәре: архитектура һәм дизайн (биналарҙың макеттары һәм рәсемдәре; Л. Мис ван дер Роэ архивы), һынлы сәнғәт һәм скульптура ( постимпрессионизмдан, ХХ быуаттың авангардистик йүнәлештәренән алып иң заманса сәнғәткә тиклем), һүрәт, баҫма графика һәм иллюстрацияланған китаптар, фотоһүрәттәр, кино, сәнғәт һәм перформанс сәнғәте [1] 2020 йыл 8 август архивланған..

Һәр бүлектең уҡыу үҙәге бар. Музейҙа әүҙем нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыла, китапхана һәм архивтар бар. Подвал ҡаттарында урынлашҡан кинотеатрҙарҙа музей фондындағы фильмдар күрһәтелә [2] 2020 йыл 8 август архивланған..

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.moma.org/about/who-we-are/moma-history
  2. https://artfacts.net/institution/museum-of-modern-art-moma/2228
  3. https://theluxurytravelexpert.com/2020/11/09/top-10-best-museums-in-the-world/
  4. 4,0 4,1 4,2 Holcomb A. M. Women as interpreters of the visual arts, 1820- 1979 (ингл.) // Womans Art Journal — 1980. — P. 74. — ISBN 978-0-313-22056-2 — ISSN 0270-7993; 2158-8457
  5. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  6. 6,0 6,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  7. http://www.icam-web.org/memberlist.php?subnode_id=1&key=U
  8. List of members
  9. 9,0 9,1 9,2 https://www.charitynavigator.org/ein/131624100
  10. http://www.momaps1.org/about/
  11. 11,0 11,1 11,2 https://www.archdaily.com/430903/ad-classics-the-museum-of-modern-art
  12. Elderfield J. de Kooning: A Retrospective (ингл.)MoMA, 2011. — P. 53. — 504 p. — ISBN 978-0-87070-798-8
  13. Visitor Figures 2016 (ингл.) // The Art Newspaper — 2017. — Iss. 289. — ISSN 0960-6556
  14. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
  15. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
  16. http://web.archive.org/web/20161021074006/https://observer.com/2012/02/haunting-moma-the-forgotten-story-of-degenerate-dealer-alfred-flechtheim/
  17. https://www.nytimes.com/2013/07/01/arts/design/museums-faulted-on-efforts-to-return-art-looted-by-nazis.html
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 © 2019 The Museum of Modern Art / Artists Rights Society (ARS), New York // https://www.moma.org/artists/8901 (ингл.)
  19. http://ww2.aam-us.org/resources/assessment-programs/accreditation/accredited-museums
  20. Projects: General Idea
  21. Amerikaanse grafiek uitgegeven door Universal Limited Art Editions
  22. https://new.mta.info/agency/arts-design/collection/the-subway-design-for-a-modern-icon
  23. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211450&find_code=SYS
  24. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211449&find_code=SYS
  25. https://www.charitynavigator.org/index.cfm?bay=search.summary&orgid=4139&oldpage
  26. Интерфейс программирования приложения YouTube
  27. Kleiner, Fred S.; Christin J. Mamiya. The Development of Modernist Art : The Early 20th Century // Gardner's Art Through The Ages : The Western Perspective. — Thomson Wadsworth (инг.)баш., 2005. — С. 796. — ISBN 0495004782.
  28. William E. Jones, introduction to Cruising the Movies, South Pasadena, California, Semiotext(e), 2015, ISBN 9781584351719, p. 31.