Анри Матисс
Анри Матисс | |
франц. Henri Matisse | |
Фотография Карла ван Вехтена | |
Исеме: |
Henri Matisse |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: | |
Уҡыған урыны: | |
Стиль: | |
Влияние на: | |
Имза: | |
Работы |
Анри́ Мати́сс (франц. Henri Matisse; 31 декабрь 1869, Ле-Като-Камбрези, Нор, Франция (Икенсе француз империяһы) — 3 ноябрь 1954, Ницца, Франция) — француз рәссамы һәм скульпторы, фовистар ағымы лидеры. Төҫ һәм форма аша эмоциялар еткереүҙә үҙенең эҙләнеүҙәре менән билдәле.
Биографияһы һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анри Эмиль Бенуа Матисс (франц. Henri Émile Benoît Matisse) 1869 йылдың 31 декабрендә Ле-Ката-Камбрези ҡаласығында, Францияның төньяғында Пикардияла тыуған. Ул Эмиль Ипполит Матисстың һәм Элоиза Анна Жерарҙың ғаиләһендә өлкән улдары була Бала сағы күрше Боэн-ан-Вермандуа ҡаласығында үтә, унда атаһы, уңышлы сауҙагәр, ашлыҡ һатып, кибет тота. Әсәһе атаһына кибеттә ярҙам итеп, керамиканы биҙәү менән шөғөлләнә[1].
1872 йылда уның ҡустыһы Эмиль Огюст тыуа. Атаһының теләге буйынса, өлкән улы ғаиләнең эшен үҙләштерергә тейеш була, әммә Анри, 1882 йылдан алып 1887 йылға тиклем Сен-Кантен ҡаласығында урта мәктәптә һәм лицейҙа күпмелер уҡып алып[2], Парижға Юридик фәндәр мәктәбенә юриспруденция өйрәнергә китә.
1888 йылдың авгусында, уҡыуҙы тамамлағандан һуң, йәш Анри һөнәре буйынса эшләү хоҡуғына эйә була. Сен- Кантенға ҡайтып, присяжный вәкиленең клеркы булып эшкә урынлаша[1][3].
Ижадының формалашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1889 йылда Анриның аппендицит өйәнәге була. Операциянан йүнәлеп ятҡанында, әсәһе уға рәсем төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар һатып ала. Анри дауаханала ике ай булғанында төҫлө асылмаларҙы күсереп һүрәт төшөрә башлай. Ул шул тиклем мауыға, атаһының ҡаршылығын еңеп, рәссам булырға ҡарар итә һәм туҡыу сәнәғәте өсөн чертежсылар уҡыған Кантен де ля тур (франц. Ecole Quentin de la Tour) рәсем мәктәбенә яҙыла[4][5].
1891 йылда юридик практикаһын ҡалдыра һәм Парижға килә, унда Жюлиан Академияһына уҡырға инә. Анри билдәле салон сәнғәте оҫтаһы Виллиам Адольф Бугрола уҡый, унда нәфис сәнғәт мәктәбенең (франц. École nationale supérieure des beaux-arts de Paris) имтихандарына әҙерләнә, әммә уҡырға инә алмай[1].
1893 йылда ул декоратив сәнғәт мәктәбенә күсә (франц. École nationale supérieure des arts décoratifs de Paris), унда йәш Альбер Марке менән таныша. 1895 йылда икеһе лә нәфис сәнғәт мәктәбенә имтихан тота һәм Гюстав Моро оҫтаханаһына ҡабул ителә, унда 1893 йылдан улар саҡырылған уҡыусылар сифатында уҡый[3]. Бында Анри Жорж Руо, Шарль Камуэн, Манген Шарль һәм Анри Эвенепул менән таныша.
Уҡыған ваҡытында Луврҙа ул иҫке француз һәм голланд оҫталарының әҫәрҙәрен күсерә. Уҡыусылыҡ осоронда уғ Жан-Батист Симеон Шардендың ижады айырым йоғонто яһай, уның дүрт картинаһының күсермәһен эшләй[6]. Анриның ижады был ваҡытта заманы һәм япон традицион сәнғәте йоғонтоһо аҫтында була.
1894 йылда рәссамдың шәхси тормошонда иҫтәлекле ваҡиға була. Уның моделе Каролина Жобло (франц. Caroline Joblau) ҡыҙы Маргаританы таба (1894—1982).
1896 йылдың йәйен ул Бретань ярындағы Бель-Иль утрауында Париждағы баҫҡыс майҙансығы буйынса күршеһе Эмиль Бери менән үткәрә.
Анри бында Австралиянан Огюст Родендың дуҫы, Эмиль Бернар һәм Винсент ван Гога әҫәрҙәренең коллекционеры, рәссам Джон Питер Рассел менән таныша. 1897 йылда ул тағы бер ҡат уға бара[1].
Джон Питер Рассел Анрины импрессионизм һәм үҙе ун йыл дауамында дуҫ булған Винсент ван Гоганың эштәре менән таныштыра, хатта Анриға уның ике һүрәтен бүләк итә[7]. Уларҙың аралашыуы рәссамдың ижадына кардиналь рәүештә йоғонто яһай, һәм һуңыраҡ ул төҫ теорияһын аңлатҡан Джон Питер Расселды үҙенең уҡытыусыһы тип атай[8].
1896 йылда Анриның биш картинаһы нәфис сәнғәттең Милли йәмғиәт салонына ҡуйыла, ике картинаһы дәүләт тарафынан һатып алына, шул иҫәптән, 1894 йылда яҙылған һәм Рамбуйелағы Франция президенты резиденцияһы өсөн һатып алынған Китап уҡыусы картинаһы ла була[9]. Күргәҙмәнән һуң, Пьер Пюви-де-Шаван тәҡдиме буйынса Анри Матисс нәфис сәнғәттең Милли йәмғиәт салонының ағза-корреспонденты була[1].
Өлгөрөп еткән йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1898 йылдың 10 ғинуарында Анри Матисс Амель Парейрға өйләнә(франц. Amélie Noellie Parayre), уларҙың улдары Жан-Жерар (1899—1976) һәм Пьер (1900—1989) тыуа. Шулай уҡ ул никахтан тыш тыуған ҡыҙы Маргарита ғаиләгә алына. Ҡатыны һәм ҡыҙы рәссамдың яратҡан моделдәре була[10].
Камиль Писсарро кәңәше буйынса ул үҙенең баллы айында ҡатыны менән Уильям Тернерҙың картиналарын өйрәнеү өсөн Лондонға китә. Һуңынан парҙар Корсика буйлап буйлап сәйәхәт ойоштора, шул ваҡытта Тулуз һәм Генуяла булып китәләр. 1899 йылдың февраль айында улар Парижға ҡайта[11].
1899 йылда Гюстав Мороның үлеп ҡалғандан һуң уның вариҫы Фернан Кормон менән Анриның килешмәүсәнлеге килеп тыуа,һәм ул Нәфис сәнғәт мәктәбенән китә. Жюлиан Академияһында сираттағы ҡыҫҡа уҡыуынан һуң, рәссам Эжен Каррьер курстарына уҡырға инә. Бында Анри Андре Дерен, Жан Пюи, Жюль Фландрен һәм Морис де Вламинк менән таныша.
Уның скульптурала беренсе һынауы булып Антуан-Луи-Бариның 1899 йылдағы эшенең күсермәһе тора[12]. 1900 йылда, картиналар өҫтөндә эштәре менән бер рәттән, Анри де ля Гранд-Шомье Академияһында Бурдель Антуандың киске курстарына йөрөй башлай. Иртәнсәк Альбер Марке менән Люксембург баҡсаһында һүрәт төшөрә, ә кистәрен скульптура буйынса дәрестәргә йөрөй.
Ғаиләнең артыуы, даими килемдең булмауы һәм партнеры менән ҡатыны хужа булған эшләпә магазинының юғалыуы,балаларҙың Анриның ата-әсәһенә күсеп барыуына сәбәп була[1]. Едти аҡсаһыҙлыҡ ҡыйынлыҡтар арҡаһында ул рәссам-биҙәүсе булып эшкә урынлаша. Альбер Марле менән берлектә ул 1900 йылда Парижда Гран-Палэлағы Бөтә донъя күргәҙмә объекттарын биҙәү менән шөғөлләнә. Эш үтә ауыр була, һәм Анри бронхит менән ауырып китә. 1901 йылда, Швейцарияла оҙайлы булмаған дауаланыуҙан һуң, ул унда ла эшен дауам итә, күпмелер ваҡыт Анри ғаиләһе менән Боэн-ан-Вермандуала ата-әсәһендә була[3]. Ул ваҡыттарҙа рәссам шул тиклем көйһөҙләнә, хатта рәсем менән шөғөлләнеүенән баш тартырға ла уйлай.
Импрессионизм осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1890 йылдан 1902 йылға тиклем Матисс рухы менән импрессионистарға яҡын бер нисә картина яҙа. Бутылка схидама (1896), Десерт (1897), Фрукты и кофейник (1898), Посуда и фрукты (1901) шундай натюрморттары. Уның тәүге ике пейзажы Булонский лес (1902) һәм Люксембургский сад (1902), рәссамдың сәнғәттә үҙ юлын табырға маташыуы тураһында һөйләй[3].
1901—1904 йылдар уның өсөн интенсив ижади эҙләнеү ваҡыты була. Матисс башҡа рәссамдарҙың әҫәрҙәрен тикшереүгә сума, һәм едти финанс ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан ҡайһы бер авторҙарҙың үҙенә оҡшаған картиналарын һатып ала. Шул ваҡытта яҙылған бер полотноһында Огюст Роден эшләгән гипс бюсы, Винсент ван Гоганың һүрәте, Поль Гогендәң һәм Поль Сезанндың картиналары һүрәтләнгән. Һуңғыһының рәсем структураһы һәм төҫ менән эш итеүе Матисс ижадына айырыуса ҙур йоғонто яһай, уны Матисс төп рухландырыусы тип атай[13].
1902 йылдың февралендә яңы асылған Берта Вейль галереяһында ул берлектәге күргәҙмәлә ҡатнаша. Шул уҡ йылдың июнь, июль айҙарында тәүге тапҡыр уның әҫәрҙәре һатып алына[14]. 1904 йылдың июнендә Амбруаз Воллар галереяһында Анри Матисстың беренсе шәхси күргәҙмәһе ойошторола, әммә был ҙур уңыш яуламай. Шул уҡ йәйҙә, неоимпрессионист рәссамдар Поль Синьяк һәм Анри Кросс менән бергә францияның көньяғына Сен-Тропеға күсеп китә. Поль Синьяктың «Эжен Делакруа һәм Неоимпрессионизм» эше йоғонтоһо аҫтында Матисс айырым төрткө-төрткө буяу алымдары менән дивизионизм техникаһында эшләй башлай[11]. Сен-Тропела рәссамдәң тәүге шедевры — Роскошь, покой и наслаждение (1904/1905) барлыҡҡа килә. Әммә тиҙҙән Матисс киң, етеҙ штрихтар файҙаһына пуантилизм техникаһын ҡулланыуҙан баш тарта.
Фовистик осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың йәйен Матисс Андре Дерен менән Урта диңгеҙ буйындағы балыҡсылар ауылында үткәрә. Был ваҡыт рәссамдың ижади эшмәкәрлегенең мөһим боролошо кеүек билдәләнә. Андре Дерен менән бергә Матисс сәнғәт тарихына фовизм исеме менән ингән яңы стиль булдыра. Шул осорҙағы уның картиналарына яҫы формалар, аныҡ линиялар һәм ҡәтғи пуантилизм хас.
Фовизм, сәнғәт йүнәлеше булараҡ, эксперимент киәмлендә 1900 йылда барлыҡҡа килә һәм 1910 йылдарға тиклем актуаль була, был хәрәкәт бер нисә йыл ғына дауам итә, 1904 йылдан 1908 йылға тиклем, һәм өс күргәҙмәгә эйә була[15][16]. Фовизм хәрәкәте рәссамдар Анри Матисс, Андре Дерен һәм Морис де Вламинканан.торған ҙур булмаған фекерҙәштәр төркөмөнән үҙенең исемен ала.
Матисс Андре Дерен менән бер рәттән фовистар лидеры булып таныла. Уларҙың һәр береһенең үҙ эйәрсене бар. Хәрәкәттә башҡа мөһим рәссамдар булып Жорж Брак, Рауль Дюфи, Кеес ван Донген һәм Морис де Вламинк тора. Улар бөтәһе лә (Кеес ван Донгендан тыш) уҡыусыларын формаль сиктәрҙән тыш уйланырға һәм үҙҙәренең күҙ алдына килгән нәмәләренә эйәрергә этәргән Гюстав Мороның уҡыусылары була.
1906 йылда фовизм роленең кәмеүе һәм 1907 йылда төркөмдөң тарҡалыуы Матисстың ижади үҫешенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Уның иң күп һәм иң яҡшы эштәре 1906 һәм 1917 йылдар араһы осоронда ижад ителә.
1905 йылдың көҙөндә буласаҡ фовистар Париждың Көҙгө салонында тәү башлап киң публикаға эштәрен күрһәткәндән һуң, уларҙың ҡырҡа, дәртле буяуҙары һүҙмә-һүҙ тамашасыларҙы тетрәндерә һәм тәнҡитселәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙыра. Камиль Моклер күргәҙмәне йәмәғәтселек йөҙөнә ташлаған буяуҙар көршәге менән сағыштыра. Башҡа тәнҡитсе, Луи Воксель, 1905 йылдың 17 октябрендә Жиль Блаз гәзитендә баҫылған Донателло ҡырағайҙар араһында [17] (франц. Donatello parmi les fauves!) рецензияһында, рәссамдарға мыҫҡыллы «фовист», йәғни «ҡырағай» ҡушаматын бирә (франц. fauves)[18][19].
Матисс күргәҙмәлә ике эшен, Открытое окно һәм Женщина в зелёной шляпе картиналарын тәҡдим итә. Луи Векселдең тәнҡите бигерәк тә Женщина в зелёной шляпе картинаһына юнәлтелә. АҠШ-тан коллекция йыйыусы Лео Стайн рәссамдан был картинаны 500 франкҡа һатып ала[20]. Ғауғалы уңыш Матисс эштәренең баҙар хаҡын күтәрә, был уға һынлы сәнғәт менән шөғөлөн дауам итергә мөмкинлек бирә.
1906 йыл башында Берней-Жён галереяһындағы күргәҙмәнән һуң 1906 йылдың 20 мартында Бойондороҡһоҙҙар Салонында рәссам, сюжетында пастораль һәм вакханалия мотивтары булған үҙенең яңы Радость жизни картинаһын тәҡдим итә. Тәнҡитселәрҙең һәм академик даирәләрҙең реакцияһы был әҫәргә сиктән тыш ҡыҙма була. Тәнҡитселәр араһында «бойондороҡһоҙҙарҙың» вице-президенты Поль Синьяк та була. Пост-импрессионистар Матисстан ситләшә. Ләкин, Лео Стайн был картинала замандың мөһим образын күреп, был картинаны ла һатып ала.
Шул уҡ йылда Матисс йәш рәссам Пабло Пикассо менән таныша . Беренсе осрашыуҙары Парижда Рю де Флёрю урамындағы Стайн Салонында үтә, был Салонда Матисс йыл һайын күргәҙмәгә эштәрен ҡуя. Рәссамдарҙың ижади дуҫлығы көндәшлек рухы һәм үҙ-ара ихтирам менән тулы була[21]. Гертруда Стайн, АҠШ-тағы Балтиморҙан дуҫтары, һеңлеләре Кларабель һәм Этта Коэндар менән Анри Матисстың һәм Пабло Пикассоның меценаттары һәм коолекция йыйыусылары була. Әлеге көндә апалы-һеңлеле Коэндарҙың коллекцияһы Балтиморҙа сәнғәт Музейы экспозицияһының төп өлөшө булып тора[22].
1906 йылдың майында Матисс Алжирға килә һәм Бискра оазисында була. Ул сәйәхәт ваҡытында һүрәт төшөрмәй. Францияла булып ҡайтҡас та ул Голубая обнажённая картинаһын яҙа (Бискранан сувенир) һәм Лежащая обнажённая I (Аврора) скульптураһын төҙөй. Ике аҙналыҡ сәфәрҙән ул керамика алып ҡайта, уны үҙенең картиналарына фон сифатында ҡуллана.
Матисс сәфәр тәьҫораттары йоғонтоһо аҫтында мосолман Көнсығышының арабеск стилендәге һыҙыҡ биҙәктәр менән мауыға башлай. Был ваҡытта ул үҙе өсөн Африка халыҡтарының скульптураһын аса, ҡыҙыҡһыныу булырға примитивизм һәм классик япон ксилографияһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Шул ваҡытта рәссамдың тәүге литографиялары, ағаста гравюралары һәм керамика барлыҡҡа килә.
1907 йылда Матисс Италия буйлап сәйәхәткә сығып китә, Венеция, Падуя, Флоренция һәм Сиенаға бара.
Матисс академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майкл, Сара, Гертруда һәм Лео Стайндар, Ганс Пуррман, Мардж һәм Оскар Моллдар ярҙамы һәм кәңәше буйынса, Матисс шәхси һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һала. Унда ул 1908 йылдың ғинуарынан алып 1911 йылға тиклем уҡыта. Был ваҡыт эсендә академияла рәссамдың ватандаштарынан һәм сит илдәрҙән 100 студент белем ала. Ганс Пуррман Сара Стайн академияны ойоштороуҙа һәм адара итеүҙә яуаплы итеп тәғәйенләнә[23].
Студия тәүҙә Париждың Севр урамындағы элекке монастырҙа урынлаша[23]. Матисс 1905 йылда уҡ үҙенең Сен-Мишель яры буйындағы студияһына өҫтәп был бинаны файҙаланыуға ала. Шәхси академияға нигеҙ һалғандан һуң элекке монастырҙың тағы бер бинаһы ҡуртымға алына. Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә аҙнанан һуң мәктәп Рю де Вавилон урамы мөйөшөндәге һәм Инвалидтар бульварындағы элекке монастырға күсә[23].
Академияла уҡыу коммерция булмаған сифатта була. Матисс йәш рәссамдарҙың классик база әҙерлегенә ҙур әһәмиәт бирә. Аҙнаһына бер тапҡыр уҡыу программаһына ярашлы улар музейға баралар. Модель менән эш итеү күсермә техникаһын үҙләштергәс кенә башлана. Академия булған саҡта студент ҡыҙҙарҙың өлөшө иҫ киткес юғары була.
1908 йылда Матисс үҙенең тәүге сәфәрен Германияға ҡыла[24]. Унда ул Мост төркөмөнән рәссамдар менән таныша. 1908 йылдың 25 декабрендә Гран Ревюла үҙенең «Рәссам яҙмаларын» баҫтырып сығара (франц. Notes d’un Peintre), унда ул эмоцияларҙы ябай саралар иҫәбенә туранан-тура биреү кәрәклеге тураһында һөйләп, үҙенең сәнғәт принциптарын әйтеп бирә[25].
Рус коллекция йыйыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матисстың талантын баһалаусы иң беренсе рус эшҡыуары һәм коллекция йыйыусы Щукин Сергей Иванович була[3]. 1908 йылда ул рәссамға Мәскәүҙәге йорто өсөн өс декоратив панноға заказ бирә: Танец (1910), Музыка (1910) һәм Купание, или Медитация (һуңғы панноһы тик эскизда ҡала). Уларҙа сағыу төҫтәр өҫтөнлөк итә, ә бейеүҙә хәрәкәт иткән һәм музыкаль инструменттарҙа уйнусы шәрә кешеләр менән тулған композицияһы — һауа, ер һәм ут — тәбиғәт стихияһын кәүҙәләндерә. Рәсәйгә оҙатыр алдынан паннолар Парижда ҡуйыла[3].
Картиналарын урынлаштырыу менән бәйле, Сергей Иванович Щукин саҡырыуы буйынса, Анри Матисс шәхсән 1911 йылда Санкт-Петербург һәм Мәскәүгә килә, унда уны йылы һәм һоҡланып ҡабул итәләр. Ил тураһында үҙенең тәьҫораттары тураһында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, ул былай тип әйтә:
«Кисә мин иҫке иконалар коллекцияһын күрҙем. Бына был оло сәнғәт. Миңә уларҙың ябайлығы оҡшаны, улар минең өсөн Фра Анджелико картиналарынан да яҡыныраҡ һәм ҡәҙерлерәк. Рәсәйгә, ниһәйәт, килеп эләгеүем менән сикһеҙ бхетлемен. Мин рус сәнғәтенән күпте көтәм, сөнки рус халҡының күңелендә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлыҡтар һаҡлана, рус халҡы әле йәш. Ул әле ҡайнар күңел күтәренкелеген юғалтып өлгөрмәгән.[26]
Рус эшҡыуарҙары һәм коллекция йыйыусылары Щукин Сергей Иванович һәм Морозов Иван Абрамовичҡа картиналарын һатып[27], рәссәм, ниһайәт, тулыһынса матди ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға.
Исси-ле-Мулиноға күсеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылда Матисс Париждағы Сен-Мишель резиденцияһын ҡалдыра һәм Исси-ле Мулиноға күсеп килә, унда йорт менән студия төҙөй. Оҙайлы ваҡыт дауамында үҙенең ғаилә ағзалары уның өсөн модель булып хеҙмәт итә һәм рәссамдәң бөтә үтенестәрен башҡара, мәҫәлән, балалар, атайҙарының тупланғанлығын боҙмаҫ өсөн, аш ваҡытында өндәшмәй генә ултырырға тейеш.
Мюнхендағы ислам сәнғәтенең ҙур күргәҙмәһенә барғандан һуң, 1910 йылда Германияға икенсе сәфәре ваҡытында Матисс ике ай Италияның көньяғында мавритан сәнғәтен өйрәнеп, Севильяла үткәрә. 1911 йылда ул педагогик эшмәкәрлегенән ситләшә һәм үҙен тулыһынса ижадҡа бағышлай.
1912 йылда АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында 291 Галереяла Альфред Штиглиц ойошторған Матисстың беренсе күргәҙмәһе була[28]. Икенсе йылда инде Нью-Йорктың Амори Шоу күргәҙмәһенә Матисстың бер нисә картинаһы ҡуйыла һәм консерватив америка тамашасыһының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Шулай ҙа, рәссамдың әҫәрҙәре АҠШ-та Армори Шоуҙың казначейы Уолтер Пач тарафынан 1914 йылдан алып 1926 йылға иклем ҡуйылыуын дауам итә[29].
Яҡынса шул уҡ ваҡытта, Матисстың ҡайһы бер композициялары, күп тәнҡитселәр фекеренсә, рәссам тарафынан кубизм йоғонтоһо аҫтында ижад ителгән[30]. Быны улар Пабло Пикассо менән дуҫлығы арҡаһында тип табалар. Матисс, ике рәссам осрашыу һәм әңгәмә ваҡыттарында бер-береһенә күп файҙалы нәмәләр бирә, тип әйтә[30]. Пабло Пикассо, Матисстың әҫәрҙәрендә йомшаҡ яҡтарын табып, «шайтан адвокаты» ролен үҙ өҫтөнә ала[30].
1911 йылдан 1913 йылға тиклем рәссам ике тапҡыр Мароккола була. Был сәйәхәттең һөҙөмтәһендә фигуралы композициялар һәм ландашфттарҙың яҡтылыҡ бөрккән сағыу картиналары барлыҡҡа килә, мәҫәлән Бербер (1913) һәм Арабская кофейня (1913)[31][32] [33]
1914 йылдың йәйендә Матисс өсөнсө тапҡыр Германияға, был юлы Берлинға килә. Шул уҡ йылда Беренсе донъя һуғышы башланыу менән йәш булмаған рәссам хәрәкәт итеүсе армияға үҙ ирке менән ҡатнашыуға үтенес менән мөрәжәғәт итә, әммә сәләмәтлегенең торошо буйынса уға кире ҡағалар. Әсәһе оккупацияланған дошман территорияһында ҡала, ҡустыһы әсиргә алына, улдары һәм дуҫтары фронттарҙа һуғыша. Тик ҡатыны һәм ҡыҙы рәссам янында ҡала.
Ниццаға күсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бронхит эҙемтәләренең киҫкенләшеүе арҡаһында табиптар кәңәше буйынса Матисс 1916 йылда күпмелер ваҡыт Ментокта үткәрә, ә 1916-1917 йылдарҙың ҡышын Симьяла, Ницца яны ҡаласығында, Бо-Риваж ҡунаҡханаһында үткәрә, әнан Медитерран ҡунаҡханаһына күсә. 1921 йылда Симьялағы Шарль-Феликс майҙанындағы ике ҡатлы фатирға урынлаша. Май айынан сентябрь айына тиклем рәссам Исии-ле- Мулиноға даими рәүештә ҡайтып тора, унда үҙенең оҫтаханаһында эшләй.
1918 йылда Гийом галереяһында Матисс менән Пикассоның берлектәге күргәҙмәһе үтә. Ниццала ул Огюст Ренуар һәм Пьер Боннар менән таныша.
Был ваҡытта уның яңы тигеҙһеҙ геометрия һәм ынйы- һоро һәм ҡара өҫтөнлөк иткән интенсив эске үҫеше була. Франция көньяғының көс алыу атмосфераһы уны Одалиски тойғоло серияһын булдырыуға дәртләндерә. Унда МАтисс декоратив фонда экзотик кекйемдәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы һүрәтләй. Ниццала ул эске һәм тышҡы арауыҡтар бер-береһе менән мотлаҡ бүленгән күп интерьерҙар яҙа. Шул уҡ ваҡытта рәссам тәбиғи һәм орнаменталь биҙәктәр һәм буяуҙар синтезына мөрәжәғәт итә[34].
Сергей Павлович Дягилев үтенесе буйынса 1920 йылда ул Игорь Федорович Стравинский музыкаһына Леонид Федорович Мясин.хореографияһындағы «Һандуғас» балеты өсөн костюм һәм декорация эскиздарын эшләй. Һуңыраҡ, 1937 йылда Дмитрий Дмитриевич Шостакович музыкаһына шул уҡ Леонид Мәсин хореографияһындағы «Ҡыҙыл һәм ҡара» балеты өсөн декорация эскиздары эшләй.
1920 йылдарҙа рәссамдың исеме бөтә донъя билдәлелеге ала. Уның күргәҙмәләре Америка һәм Европаның күп кенә ҡалаларында үтә. 1925 йылдың июлендә Матисс Почетлы легион ордены кавалеры исемен ала[35]. 1927 йылда уның улы, Пьер Матисс, галерист булып, атаһының күргәҙмәһен Нью-Йоркта ойоштора, шул уҡ йылда рәссам Питтсбургта Компотница и цветы картинаһы өсөн Карнеги Институтының премияһын ала[35][36].
1920 йылдар аҙағында Матисс башҡа рәссамдар менән хеҙмәттәшлек итә, һәм европалылар менән генә түгел — француз, голланд, немец, испан, һәм эмигрант- американлылар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Ул алдағы йылдарҙа ҡалдырған скульптураға ла әйләнеп ҡайта.
1930 йылда Альберт Понимаю, АҠШ-тан коллекция йыйыусы Матиссҡа үҙенең шәхси музейы өсөн стена декорацияһына заказ бирә. Шул уҡ йылда рәссам Таитиға килә, унда Барнс фонды өсөн декоратив панноның ике варианты өҫтөндә эшләй[37]. Танец II (1932) панноһын ижад иткәндә Матисс тейешле формалар ҡырҡып алыу өсөн тәүге тапҡыр төҫлө ҡағыҙҙар ҡуллана.
1930 йылдың сентябрендә Таитинан ҡайтыр юлда ул АҠШ-тың Филадельфия эргәһендәге Мерионға Альберт Барнсҡа бара, һәм Танец II(1932—1934) триптихын эшләү өсөн уның заказын ҡабул итә[38][39][40]. 1933 йылда Нью-Йоркта рәссамдың ейәне, Пьер Матисстың улы Поль Матисс тыуа.
Барнс фондына биҙәк һалыу буйынса күләмле эш ваҡытында Матисс йәш рус эмигранты Лидия Николаевна Делекторскаяны секретарь итеп ала, ул шулай уға модель булып та хеҙмәт итә. Әммә рәссамдың ҡатыны уны эштән сығарыуға ныҡыша, һәм ул эштән бушатыла. Ләкин ҡатыны барыбер айырылышыуға ғариза бирә. Матисс яңғыҙы ҡала һәм Лидия Делекторскаяны секретарь вазифаһына кире ҡайтыуын һорай[41].
Икенсе донъя һуғышы башланыу менән Матиссты туғандары АҠШ-ҡа йәки Бразилияға күсеп китеүен күндерергә маташалар[42]. Әммә ул Францияла, Ниццала ҡала, уны вафатына тиклем ташлап китмәй[43].
1930 йылдар рәссам өсөн үҙенең асыштарына йомғаҡ яһарға маташыу ваҡыты була. Тәьҫирҙе көсәйтеү өсөн, ул монументаль сәнғәткә графика алымдары күсерә, мәҫәлән, Розовая обнаженная (1935) һәм Натюрморт с устрицами (1940) картиналарында был асыҡ күренә. Шул дәүерҙең эштәрендә экзотика әҙерәк һәм күберәк ассиметрия була. Уларҙа ҡатын-ҡыҙҙар байрамса күлдәктәрҙә балаҫтар, сәскәләр һәм вазалар фонындағы креслоларҙа һүрәтләнә.
Был йылдарҙа уның тарафынан гобелен өсөн эскиздар, китаптар өсөн иллюстрациялар эшләнә. Матисс Джеймс Джойстың «Улисс» романы өсөн Диссеянан күренештәр яҙа. 1931 йылдың рәссамдың иллюстрациялары менән беренсе китабы нәшер ителә. Был Стефан Малларменың шиғри йыйынтығы була.
Шул осорҙағы үҙенең күп эштәрендә Матисс картиналарының сиктәрен айыра, формалар ҡыҫандар арауығына китә, Уға миҫал булып Музыка II (1939) һәм Румынская блуза (1940) картиналары тора.
Һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда Матисс эсәктәренә ауыр операция кисерә. Һаулығы насарайыу сәбәпле стилен ябайлаштырырға мәжбүр була. Көсөн һаҡлау маҡсатында ул ҡағыҙ киҫентеләренән һүрәттәр эшләү техникаһын булдыра, был уға оҙаҡ көткән һүрәт һәм төҫтөң синтезына ирешеү мөмкинлеген бирә. 1943 йылда «Джаз» китабына гуашь менән буялған киҫентеләрҙән иллюстрациялар серияһын башлай. (1947 йылда тамамлай). 1944 йылда ҡатыны һәм ҡыҙы Ҡаршылыҡ эшмәкәрлегендә ҡатнашҡаны өсөн гестапо тарафынан ҡулға алына.
1946—1948 йылдарҙа Матисс тарафынан яҙылған интерьерҙарҙың буяуы тағы тағы сиктән тыш ҡуйы була: «Красный интерьер, натюрморт на синем столе» (1947) һәм «Египетский занавес» (1948), ошондай эштәре яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ араһында контрастҡа, шулай уҡ эске һәм тышҡы араһындағы арауыҡҡа төҙөлә.
- Матисстың һуңғы эше (1954) — 1921 йылда Нью-Йоркта Рокфеллер тарафынан төҙөлгән сиркәү витражы. Union Church of Pocantico Hills, New York.
Ҡалған түғыҙ витраж марк Шагал тарафынан эшләнә.
Рәссам 1954 йылдың 3 ноябрендә 84-се йәшендә Ницца янында Симиезала вафат була.
Матисс мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матисс хөрмәтенә Меркурийҙа кратер атала.
- Джеймс Бонд тураһында фильмда бер персонаждың оператив псевдонимы («Казино „Рояль“» һәм «Квант милосердия»), шулай уҡ Себастьян Фолкстың «Дьявол не любит ждать» романында Рене Матисса рәссам хөрмәтенә атала.
- Анри Матисстың геройы һирәкләп «Полночь в Париже», «Прожить жизнь с Пикассо» һәм «Модильяни» фильмдарында күренә
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матисстың картиналарының береһе — «Les coucous, et tapis bleu rose» — 2009 йылдың февралендә Кристис йортонда аукционда шәхси коллекция йыйыусы тарафынан 32 миллион евроға һатып алына. Натюрморт рәссам тарафынан 1911 йылда яҙылған була[44].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анри Матисс Викиөҙөмтәлә | |
Анри Матисс Викикитапханала | |
Анри Матисс Викимилектә | |
Анри Матисс Викияңылыҡтарҙа |
- AnriMatiss.ru 2014 йыл 17 май архивланған.
- henri-matisse.net — Henri Matisse: Life and Work
- Около 200 работ Анри Матисса, а также его биография 2010 йыл 11 май архивланған.
- Аллюзии на картину «Танец» Матисса
Галереи работ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Турчин В. С. По лабиринтам авангарда. — М.: Изд-во МГУ, 1993.
Был рәссам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 The Personal Life of Henri Matisse. 2016 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Henri Matisse. Life chronicle.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Матисс Анри на сайте Tonnel.ru
- ↑ Leymarie, Jean; Read, Herbert; Lieberman, William S. (1966), Henri Matisse, UCLA Art Council, стp.9.
- ↑ Bärbel Küster. «Arbeiten und auf niemanden hören.» Süddeutsche Zeitung, 6 July 2007.
- ↑ Spurling, Hilary. The Unknown Matisse: A Life of Henri Matisse, the Early Years, 1869—1908, стp. 86.
- ↑ Французский художник Анри Матисс. Биография.
- ↑ Jill Kitson. About Hilary Spurlings The Unknown Matisse.
- ↑ Henri and Pierre Matisse. Cosmopolis, No 2. January, 1999. 2012 йыл 24 июль архивланған.
- ↑ Marguerite Matisse.
- ↑ 11,0 11,1 Oxford Art Online, «Henri Matisse»
- ↑ Leymarie, Jean; Read, Herbert; Lieberman, William S. (1966), Henri Matisse, UCLA Art Council, стp.19-20.
- ↑ Leymarie, Jean; Read, Herbert; Lieberman, William S. (1966), Henri Matisse, UCLA Art Council, стp.10.
- ↑ Spurling, Hilary. The Unknown Matisse. University of California Press, 2001. ISBN 0-520-22203-2, стр. 232.
- ↑ John Elderfield, The «Wild Beasts» Fauvism and Its Affinities, 1976, Museum of Modern Art, стр.13, ISBN 0-87070-638-1
- ↑ Freeman, Judi, et al., The Fauve Landscape, 1990, Abbeville Press, стp. 13, ISBN 1-55859-025-0.
- ↑ В зале, где проходила выставка художников, находилась скульптура работы Донателло, скульптора эпохи Возрождения. Отсюда название статьи.
- ↑ Chilver, Ian (Ed.). Fauvism(недоступная ссылка), The Oxford Dictionary of Art, Oxford University Press, 2004.
- ↑ John Elderfield: The Wild Beasts Fauvism and Its Affinities, 1976, Museum of Modern Art, стр. 43, ISBN 0-87070-638-1.
- ↑ Stefana Sabin: Gertrude Stein. Rowohlt, Reinbek 1996, ISBN 3-499-50530-4, стр. 36
- ↑ Spurling, Hilary. The Unknown Matisse: A Life of Henri Matisse, the Early Years, 1869—1908, стp 352—553.
- ↑ The Cone Collection. Baltimore Museum of Art. 2014 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ 23,0 23,1 23,2 Апель К. О. Матисс./Академия Матисса. М.:ОЛМА Медиа Групп, 2007, стр. 54
- ↑ Ulrike Lorenz, Norbert Wolf (Hrsg.): Brücke — Die deutschen «Wilden» und die Geburt des Expressionismus, Taschen Verlag, Köln 2008, стр. 12 f.
- ↑ Анри Матисс. «Заметки живописца», 1908. 2012 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Русаков Ю. А. Матисс в России осенью 1911 года. — В кн.: Труды Государственного Эрмитажа, XIV. Л., 1973, с. 167—184.
- ↑ Иван Абрамович Морозов. 2012 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Illustrated Chronology — Matisse. 2018 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Биография Уолтера Пача на сайте Askart.com
- ↑ 30,0 30,1 30,2 André Verdet: A Propos du dessin et des odalisque, Entretiens notes et écrits sur la peinture, 1978, Editions Galilée, Paris.
- ↑ Matisse in Morocco: The Paintings and Drawings, 1912—1913, NGA 2012 йыл 4 декабрь архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4138 дня))
- ↑ Review: John Russell, Matisse and the Mark Left On Him By Morocco, NY Times
- ↑ Мировая история. Новейшая история. XX век. В 2 книгах. Книга 1, А-М. М:ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2003, стр. 309.
- ↑ Jack Cowart and Dominique Fourcade. Henri Matisse: The Early Years in Nice 1916—1930. Henry N. Abrams, Inc., 1986. стp. 47. ISBN 978-0-8109-1442-1.
- ↑ 35,0 35,1 Биографии знаменитых людей. Анри Матисс. 2014 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Carnegie International. Дата обращения: 4 декабрь 2012. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2012 года. 2012 йыл 7 декабрь архивланған.
- ↑ Henry Matisse на сайте энциклопедии Британника
- ↑ А. В. Петухов. Дионисийский танец.
- ↑ Matisse’s Barnes 'Dance' mural & site-specificity
- ↑ Matisse’s 'The Dance' Is on View at the Barnes Foundation’s New Home
- ↑ Истории. Люди. Лидия Делекторская. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Апель К. О. Матисс./Военная реальность и радость творчества. М.:ОЛМА Медиа Групп, 2007, стр. 144.
- ↑ Phyllis Tuchman. Matisse the Master Hilary Spurling. The Washington Post, 25. September 2005
- ↑ Una obra de Matisse alcanza un precio récord de 32 millones de euros (исп.)
- 31 декабрҙә тыуғандар
- 1869 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Францияла тыуғандар
- 3 ноябрҙә вафат булғандар
- 1954 йылда вафат булғандар
- Францияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Франция рәссамдары
- XIX быуат рәссамдары
- XX быуат рәссамдары
- Алфавит буйынса скульпторҙар
- Франция скульпторҙары
- XIX быуат скульпторҙары
- XX быуат скульпторҙары
- Фовизм
- Натюрморт оҫталары
- Тел өсөн һылтанмалар