Шатили
Шатили | |
груз. შატილი | |
Рәсми атамаһы | შატილი |
---|---|
Тау һырты | Оло Кавказ |
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Душетский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 22 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1400 метр |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (v)[d] һәм (vi)[d] |
Шатили Викимилектә |
Шатили (груз. შატილი) — Грузияның Хевсурети тарихи өлкәһендәге бейек тауҙағы ауыл. Хәҙер Мцхета-Мтианети крайының Душети муниципалитеты составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шатили Төп Кавказ һыртының төньяҡ битләүендә, Аргун йылғаһы тарлауығының башында, Шатилисцкали тамағында[1], Рәсәй Федерацияһы Чечен Республикаһының Итум-Калинский районы сигенән 2 км алыҫлыҡта ята.
Төҙөлөштәр торлаҡтарҙың берҙәм нығытылған комплексынан һәм 60 оборона башняларынан тора. Шатили Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исеменә инеү буйынса дәғүә итә[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл исеме - შატილი (иҫке форманан შანდილი) грузин теленең тау диалектында "беркетелеш" тигәнде аңлата. Ләкин, Рәсәйҙә атама чечен теленән «боҙлоҡ иле» тип тәржемә ителә тигән фекер бар[3]. Рәсәй халҡы фекеренсә шулай уҡ, топоним чечен Шедалаһына — боҙлоҡ иле, ә шедалой — боҙлоҡ кешеһе тигән һүҙгә барып тоташа[4], әммә урта быуат грузин сығанаҡтарында был улай түгел икәнлеге тураһында иҫбатлауҙар бар. Шатили - боронғо грузин ауылы һәм чечендарға, күршелектән тыш, бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Уның халҡы борондан чечендарға дошмандарса ҡараған һәм уларҙың һәр ваҡыт аныҡ дөйөм грузин үҙаңы булған[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шатили халҡы грузин теленең хевсур диалектында һөйләшкән[6].
ЭСБЕ-ға ярашлы: «1843 йылда Шамилдың иң батыр һәм һәләтле хәрби етәкселәренең береһе чечендарҙың ҙур өйкөмө менән Шатилиға һөжүм иткән һәм хевсурҙарҙың рустарҙан айырылып, Шамилға буйһоноуҙарын талап иткән: Шатили халҡы дошмандан ҡотолоп ҡына ҡалмаған, үҙҙәренең ике кешеһен юғалтып, Шамилды һәм уның өйөрөнән йөҙләгән кешеһен үлтергән [1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йыл башында Шатили ауылының һайлау участкаһында 130 һайлаусы теркәлгән[7].
Әммә Грузияла 2014 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 22 кеше генә билдәләнгән[8]
2014 йылдан һуң, күп кеше ауылға ҡайтып йәшәй, әммә улар тарихи кварталдар эргәһендә төпләнә һәм яңы кварталға нигеҙ һала[9]
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Шатиль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ World heritage. Shatili
- ↑ Часть 4: Т - Я / Топонимический словарь Кавказа / Т: / Абхазская интернет-библиотека / Абхазская интернет-библиотека(недоступная ссылка)
- ↑ Сулейманов А. Топонимия Чечни. Грозный: ГУП «Книжное издательство», 2006
- ↑ 6
- ↑ Этнический состав населения Северного Кавказа в XVIII — начале XX века. — М., 1974 [общ. свед.]
- ↑ Выборы в Шатили не пройдут 2008 йыл 4 сентябрь архивланған.
- ↑ მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014 . საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). Дата обращения: 6 სექტემბერი 2016.
- ↑ ТематичеÑ�кие программы. Родники жизни. Шатили . Дата обращения: 22 ғинуар 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Топографическая карта K-38-55. Шатили
- Описания Шатили с фотографиями 2018 йыл 19 февраль архивланған.
- Shatili (Tourism Department of Georgia)
- «Облака сверху и снизу», журнал «Вокруг Света», февраль 1970 г.
- Краткое описание села Шатили.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шатиль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)