Ыһыах
Ыһыа́х (саха Ыhыах) — саха (яҡут) халҡының милли байрамы. Тәбиғәттең терелеүенә һәм үрге донъя (күк) тәңреләре хөрмәтенә үткәрелгән байрам, йәйге Ҡояш торошо осоронда уҙа. Асылда ул — саха халҡының Яңы йыл байрамы. Унда күп төрлө милли йолалар, шул иҫәптән күк тәңреләренә табыныу, бергәләп иртәнге ҡояшты ҡаршылау, күмәкләп ҡымыҙ эсеү үтәлә, шулай уҡ «Осуохай» бейеүен башҡарыу, милли уйындар ойошторола, ат сабыштырыу, көслөләр һәм етеҙҙәр ярыштары һәм башҡа бәйгеләр үткәрелә[1] .
Байрам итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ыһыах — Саха Республикаһының иң оло байрамы. «Ыһыах» һүҙе «муллыҡ» тигән мәғәнәне аңлата, күк тәңреләре һәм улар йөҙөндә тәбиғәткә табыныу, халыҡтың иң изге теләктәрен еткереү йолаһы менән бәйле. Ғәҙәттә был байрам 21 июндә — йәйге ҡояш торошонда, йәғни көн менән төн тигеҙләнгәндә уҙғарыла.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ыһыах 22 июндә — йәйге ҡояш торошоноң икенсе көнөндө үткәрелгән. Һуғыштан һуңғы осорҙа байрам хәҙерге Хәтер һәм матәм көнөнә тура килмәһен өсөн уны 10 — 25 июнь арауығындағы ял көндәренең береһендә билдәләйҙәр. Был осраҡта улустар (беҙҙәге райондар) халҡы теләге иҫәпкә алына.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшереүселәр билдәләнеүенсә, Урта Азия далалары ҡымыҙ байрамының тыуған төйге булып тора. Саха халҡының төп милли байрамында башҡа төрки халыҡтарҙың йәйге байрамдары менән оҡшаш урындары бар. Малсылыҡ менән көн күргән күсмә халыҡтар йолаһына ярашлы, Ыһыах йылды ике өлөшкә бүлеүсе сик кенә түгел, бер үҡ ваҡытта иҫке менән яңыны, үткән менән киләсәкте айырып тора.
Байрам тураһында беренсе яҙма мәғлүмәтте һоланд сәйәхәтсеһе И. Плес көндәлегендә осратырға була. Ул Ыһыах хаҡында тәьҫораттарын XVII быуат аҙағында Себер аша Ҡытайға барған ваҡытта теркәгән. Сәйәхәтсе билдәләүенсә, байрамды оло тантана менән үткәргәндәр, усаҡтар яҡҡандар һәм уларҙы көнө буйы һүндермәгәндәр.
Тәбиғәттең уяныуына һәм йәй башланыуға арналған тантанала ата-бабаларҙы иҫкә алалар һәм боронғо йолаларҙы үтәйҙәр. Этнограф Екатерина Романова билдәләүенсә, был байрам ябай күңел асыу ғына түгел, ә оҙон ҡыштан һуң бөтә ырыу менән бергә осрашыу сараһы ла.
Осуохай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осуохай — тормош ҡуласаһын белдергән әйлән-бәйлән бейеүе кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтә. Бейеүселәр ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡояш йөрөшө буйынса түңәрәктә әйләнә. Бейеү ваҡыт һәм мөхит әйләнәшен ҡабатлау, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ биреүе өсөн ҡояшҡа рәхмәт әйтеү йолаһын сағылдыра. Әйлән-бәйләнде алып барыусы тәбиғәтте ололауға арналған йыр башҡара. Осуохай әйләнеше таң атып, ҡояш сыҡҡансы дауам итә. Оло йыйынға килгән ҙур ырыу кешеләре, бер-береһен алмаштырып, әйлән-бәйләнде өсөр тәүлек бейер булған. Кем Осуохай бейеүендә әйләнә, шул кеше йыллыҡ илаһи көс туплай тип иҫәпләнә. Байрамдың төп ваҡиғаһы — утҡа, үләндәргә һәм ағастарға ҡымыҙ бөркөп, уларҙы ашатыу (туйындырыу) йолаһы. Был Йыһандың һәм кешенең тыуыуын кәүҙәләндерә.
Үткәреү урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багаччах
- Туймаада
- һәм сахалар йәшәгән башҡа урындар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сост. Н. А. Алексеев, Н. В. Емельянов, В. Т. Петров. Предания, легенды и мифы саха (якутов). — Новосибирск: Сибирская издательская фирма РАН, 1995.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Людям о людях. Лица Якутии. Республиканская газета, № 1, 23 июня 2007 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Журнал «ИЛИН», № 3 (50), 2006 2016 йыл 4 март архивланған. Содержит посвященные Ысыаху статьи Е. Н. Романовой и других авторов.