Эстәлеккә күсергә

Эз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эз
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Èze
Дәүләт  Франция
Административ-территориаль берәмек Вильфранш-сюр-Мер[d], Приморские Альпы[d] һәм Ницца[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q3551068?
Ассоциацияләшкән сайлау округы Босолей (кантон)[d][1]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Èze[d]
Хөкүмәт башлығы Stéphane Cherki[d][2]
Халыҡ һаны 2189 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ир-егеттәр 1088[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 1151[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 424 метр, 0 метр[5] һәм 700 метр[5]
Сиктәш Кап-д’Ай[d], Ницца, Ла-Трините[d], Ла-Тюрби[d] һәм Вильфранш-сюр-Мер[d]
Майҙан 9,47 км²[6]
Почта индексы 06360[7]
Электрон почта contact@ville-eze.fr[8]
Рәсми сайт ville-eze.fr[8]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Эз Викимилектә


Эз (франц. Èze, окс. Esa) — Францияның көньяҡ-көнсығышындағы коммуна. Был коммуна Прованс — Альп — Зәңгәрһыу Яр (Лазурный берег) төбәгендәге Диңгеҙ буйы Альпы департаментының Ницца округында урынлашҡан. Коммуна Босоль кантонына ҡарай. 2015 йылдың мартына тиклем коммуна бөтөрөлгән Вильфранш-сюр-Мер кантоны составында торған (Ницца округы).

Коммуна Ниццанан көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 3 мең кеше (2006 йыл). Зәңгәрһыу Яр курорттарының береһе булып тора. (Француз Ривьераһы).

Коммунаның майҙаны — 9,47 км2, халҡы — 2932 кеше (2006) кәмеү тенденцияһы менән: 2535 кеше (2012), халыҡ тығыҙлығы — 267,7 кеше/км2.

Бер теорияға ярашлы, ҡалаға Эз исеме боронғо Мысыр алиһәһе Изиданың исеменән алынған. Йәнәһе, был крайҙы колонизациялаған финикийлылар тап Изида хөрмәтенә боронғо ҡорамды изгеләндергән.

Эз районында тәүге кешеләрҙең эҙҙәрҙе б. э. тиклемге XX—XXI быуатта күренә башлаған. Һуңғы ваҡытта был территория римляндар һәм маврҙарға (яҡынса 80 йыл буйына, 973 йылда уларҙы Гийом I Прованский ҡыуып сығарғанға тиклем) ҡараған.

1383 йылда Эз Савоя династияһы хакимлығы аҫтына эләгә. Ҡала Ниццаға яҡын торғанлыҡтан был династия ҡаланы нығыта, фортификация ҡоролмалары төҙөй.

Эз бер нисә быуаттар дауамында ҙур ҡыйралыштарға дусар була: XVI быуатта ул француздарҙан төрөктәр ҡулына күсә, 1706 йылда Испания мираҫы өсөн һуғышта Людовик XIV үҙ ғәскәре ҡамап торған ҡәлғәнең диуарҙарын тулыһынса ҡыйрата. Бары тик 1860 йылда Эз ҡалаһы рәсми рәүештә ҡала халҡының бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары буйынса Францияның бер өлөшөнә әүерелә.

2011 йылда халыҡ — 2550 кеше, ә 2012 йылда — 2535 кеше.

Ницца һәм Монаконан Эзға тиклем төрлө юлдар менән барырға мөмкин: автомобилдә, автобуста, поезда һәм вертолетта.

Иҫтәлекле урын (фотогалерея)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Француз Ривьераһы