Эстәлеккә күсергә

Элеонора Ульрика Датская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элеонора Ульрика Датская
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Дания короллеге[d]
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 11 сентябрь 1656({{padleft:1656|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Копенгаген
Вафат булған көнө 26 июль 1693({{padleft:1693|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4][5][…] (36 йәш)
Вафат булған урыны Karlberg Palace[d], Сольна[d], Стокгольм[d], Швеция
Ерләнгән урыны церковь Риддархольмена[d][6]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Фредерик III[d]
Әсәһе София Амалия Брауншвейг-Люнебургская[d]
Бер туғандары Фредерика Амалия Датская[d], Анна София Датская[d], Вильгельмина Эрнестина Датская[d], Георг Датский[d], Гюлленлёве, Ульрик Фредерик[d] һәм Кристиан V[d]
Хәләл ефете Карл XI[d]
Балалары Гедвига София Шведская, Prince Gustaf of Sweden[d], Принс Ульрик[d], Prince Karl Gustav of Sweden[d], Карл XII[5] һәм Элеонора Ульрика[5]
Нәҫеле Ольденбург династияһы[d]
Һөнәр төрө рәссам, бағыусы
Биләгән вазифаһы Queen Consort of Sweden[d]
Изображается на Queen Ulrica Eleanor of Sweden (1656-1693), consort of King Karl XI[d] һәм Ulrika Eleonora the Elder, Queen of Sweden[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d] һәм Национальная портретная галерея Швеции[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Ulrika Eleonora of Denmark
 Элеонора Ульрика Датская Викимилектә

Элеонора Ульрика Датская (дан. Ulrika Eleonora af Danmark; 11 сентябрь 1656 йыл, Копенгаген — 26 июль 1693 йыл, Стокгольм) — король Карл XII ҡатыны булараҡ Швецияның королева-консорты.

Ульрика король Фредерик III һәм уның ҡатыны София Амалия Брауншвейг-Люнебургсаяныңҙың ҡыҙы. 1675 йылда уның менән Швеция короле Карл XII йәрәшә. Дания-швед һуғышы барышында уны сәйәси сәбәптәр арҡаһында никахтан баш тартырға һәм һәм Изге Рим империяһы императоры Леопольд I менән йәрәштерегә уйлайҙар, әммә ул Карл менән йәрәшеүҙе өҙөүҙән баш тарта. Булаһы тыуған илендә ул яҡшы репутацияға лайыҡ була, һуғыш ваҡытында ул швед әсирҙәренә ҡарата изгелек күрһәтә: уларҙы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн бөтә затлы әйберҙәрен, шул иҫәптән никах балдағын да һала.

Карлға 1680 йылдың 6 майында кейәүгә сыға. Уларҙың ете балаһы була, шуларҙың тик өсәүһе генә бәлиғ булыу йәшенә етә:

  • София Гедвига (1681—1708), аҙаҡ герцогиня Гольштейн-Готторпская
  • Карл (1682—1718), 1697 йылдан алып 1718 йылға тиклем Швеция короле
  • Густав (1683—1685)
  • Ульрих (1684—1685)
  • Фредерик (1685—1685)
  • Карл Густав (1686—1687)
  • Элеонора Ульрика (1688—1741), 1718 йылдан алып 1720 тиклем Швеция королеваһы
Давид Эренштраль фон Клекер эшләгән портрет,1681 г.

Элеонора Ульрика тураһында замандаштары мәрхәмәтле һәм матур королева тигән фекерҙә була. Үҙ ара дошман булған ике ил араһында тыныслыҡҡа өмөттөң кәүҙәләнеше булараҡ, ул швед халҡының хуплауына лайыҡ була.

Легенда буйынса, уның ире бер ҡасан да ҡатынына хыянат итмәй, ул ваҡыт өсөн был һирәк күренеш була. Үлем түшәгендә ятҡанда ул әсәһенә, ҡатыны вафат булғандан алып, бәхетле булмағанлығы тураһында әйтә. Шуға ҡарамаҫтан, уның тураһында хистәрендә тотанаҡлы кеше кеүек һөйләйҙәр, бынан тыш ғүмере буйына ул әсәһе, Гедвига Элеонора Гольштейн-Готторпская йоғонтоһо аҫтында була, ә ул хакимлыҡ иткән королева позицияһын килененә бирмәй..

Ул ваҡытта Дания һәм Швеция араһындағы мөнәсәбәттәр һуғыш арҡаһында насар була, Гедвига Элеонора (парламент һымаҡ уҡ) улының дат принцессаһына өйләнеүен хуп күрмәй. Күрәһең, уларға ярарға тырышып һәм Элеонора Ульрика уға йоғонто яһай алмағанлығын күрһәтеп, король уны Минең ҡатыным тип, ә әсәһен — Королева тип атай. Сит илселәре, был турала белеп, король ғаиләһе ағзаларына үҙҙәренең хөрмәтен күрһәткәндә, беренсе сиратта Гедвига Элеонораға, ә һуңынан инде Элеонора Ульрикаға визит яһайҙар.

Элеонора Ульриканың ғаилә тормошо һиҙелерлек яҡшыра. Уның өсөн иң бәхетле мәл булып туғандары — һеңлеһе Амалия Фредерика һәм кейәүе Кристиан Альбрехт Гольштейн-Готторпскийға барыуҙары, һәм шулай уҡ балалары һәм ире менән бергә Стокгольмдан алыҫ түгел Карлберг һарайында ял итеүе була. Ул унда һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, театр һәм бейеүҙәр менән ҡыҙыҡһына, һарай яны ҡатындары менән бергә пьеса ҡуйылышында ҡатнаша. Уның һәүәҫкәр сығыштарында дворяндар араһынан апалы-һеңлеле Кенигсмарктар, Аврора һәм Амалия Вильгельмина, ә фрейлиналар араһынан апалы-һеңлеле Де ла Гардилар, йырсы Эбба Мария һәм шағирә Иоганна Элеонора була.

Шулай ҙа, ул иренә сәйәси йоғонто яһауға ирешергә маташа. Швед тажының милегенә ерҙәрҙе ҡайтарып биреү дәүерендә (күбеһе королева Кристина тарафынан әле дворяндарға йомарт бүләк ителгән булған), Элеонора Ульрика хөкүмәт тарафынан мөлкәттәре тартып алынған кешеләр исеменән сығыш яһарға маташа, әммә король уға дәүләт сәйәсәтендә кәңәштәренә ҡарата өйләнмәгәнен әйтә. Ул шулай ҙа иң ныҡ ауыр хәлдә булғандарға үҙенең бюджетынан аҡса бүлеп, йәшерен ярҙам итә.

Бынан тыш ул хәйриә эше менән әүҙем шөғөлләнә:етемдәр һәм тол ҡалағандар өсөн бик күп приюттар, эш йорттары һәм ниндәйҙер һөнәргә өйрәткән ярлылар өсөн мәктәптәр булдырыу уның исеме менән бәйле. Иң билдәле шундай типтағы проекттар Drottninghuset (Королева йорто), Стокгольмдағы толдар өсөн торлаҡтар, Карлбергта ҡыҙҙар өсөн шпалер туҡыуға өйрәтеү мәктәбе була. Үҙ аҡсаһын тотоноп, Ульрика Элеонора мохтаждарға: инвлид һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ протестантлыҡҡа күскән йәһүдтәргә, католиктарға һәм мосолмандарға (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға) — күп ярҙам күрһәтә.

Риддархольмен сиркәүендә Элеонора Ульрика кәшәнәһе

1690 йылда король Карл, әгәр улы бәлиғ булмағанға тиклем үҙе үлеп ҡалған осраҡта, Элеонора Ульриканы ихтимал булған регент тип атай. Әммә Элеонораның һаулығы йыш балалар табыуы арҡаһында ҡаҡшай, һәм өс йылдан һуң, 1692-93 й.й. вафат була. Тик ул үлгәс кенә, король уны королева тип атай.

Уның вафаты тураһында легенда бар. Риүәйәт буйынса, ул ваҡытта, королева Карлберг һарайында үлергә ятҡан ваҡытта, уның яратҡан фрейлинаһы графиня Мария Елизавета Стенбок та, Стокгольмда ауырып ята. Элеонора Ульрика үлгән төндә, графиня Стенбок Карлбергҡа килә һәм мәрхүмә ятҡан бүлмәгә инә. Офицерҙарҙың береһе, йоҙаҡ тишегенән ҡарап, королева менән графиняның тәҙрә эргәһендә һөйләшеп ултырғанын күрә. Ул быны күреп, ныҡ тетрәнә, хатта ҡан юткерә башлай. Шул мәлдә графиня һәм ул ултырып килгән экипаж юҡҡа сыға. Тикшереүҙәр үткәргәс, асыҡлана, ныҡ ауырып ятҡан графиня үҙенең өйөндә булған, ҡаланы ташлап китмәгән. Офицер мейеһенә ҡан һауыуҙан үлә, ә графиня саҡ ҡына һуңыраҡ вафат була. Король бының тураһында телгә алмаҫҡа бойороҡ бирә.

  • Herman Lindqvist (2006). Historien om alla Sveriges drottningar. Norstedts Förlag. ISBN 91-1-301524-9.
  • Lindqvist, Herman. Storhet och fall. Sweden: Bokförlaget Pan, 2000 (1997). Vol 4 of Historien om Sverige. 10 vols. 1992—2002. ISBN 91-7263-092-2.
  • «Ulrika Eleonora». vol 13 of Bra böckers lexikon. (ed. Jan-Öjvind Swahn). 25 vols.Bokförlaget Bra Böcker AB, 1986. (швед.)
    Lindqvist, Herman. Och fall Storhet. Sweden: Pan Bokförlaget, 2000 (1997). 4 om Sverige Historien of Vol. 10 vols. 1992—2002. ISBN 91-7263-092-2.  (швед.)
  • Carl Grimberg: Svenska Folkets underbara öden IV. 1660—1707 (The wonderful destinys of the Swedish people).
  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p853
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. 3,0 3,1 Ulrika Eleonora // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  4. 4,0 4,1 Ulrica Eleanor // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Lundy D. R. Ulrike Eleanore Oldenburg, Princess of Denmark // The Peerage (ингл.)
  6. Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 446.
  • Anteckningar om svenska qvinnor (швед.). Архивировано 11 мая 2012 года.