Элинор Остром

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элинор Остром
ингл. Elinor Ostrom
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Elinor Claire Awan
Тыуған көнө 7 август 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары[1]
Вафат булған көнө 12 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Блумингтон[d], Индиана[d], Америка Ҡушма Штаттары[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак поджелудочной железы[d]
Хәләл ефете Винсент Остром[d][4]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, политолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Эш урыны Индианский университет[d][5]
Университет штата Аризона[d][5]
Cabot Corporation[d][5]
Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d][5]
Биләгән вазифаһы компания президенты[d][6]
Уҡыу йорто Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d]
Школа Беверли Хиллз[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Dwaine Marvick[d]
Аспиранттар John Paul McIver[d][7]
Кемдә уҡыған Джек Хиршлейфер[d][8] һәм Армен Альберт Алчиан[d][8]
Сәнғәт йүнәлеше common goods movement[d] һәм энвайронментализм[d]
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d][9], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d] һәм Американская ассоциация содействия развитию науки[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Элинор Остром Викимилектә

Элинор Остром (тыумыштан Аван, ингл. Elinor Ostrom; 7 август 1933 йыл, Лос-Анджелес — 12 июнь 2012 йыл, Блумингтон) — Америка политологы һәм иҡтисадсыһы, 2009 йылғы иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты, Блумингтон мәктәбен нигеҙләүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элинор Остром 1933 йылдың 7 авгусында Лос-Анджелеста йәһүд һәм протестант ғаиләһендә тыуа[11]. Атаһы Эдриан Аван (ингл. Adrian Awan, 1903—1968) — Hollywood Bowl and Civic Light Opera’ла ҡуйыусы рәссам һәм сценограф; әсәһе, Көньяҡ Дакотанан музыкант Лия Клэр Аван (тыумышта Хопкинс, ингл. Leah Claire HopkinsLeah Claire Hopkins, 1895—1985) Сан-Франциско симфоник оркестрының менеджеры була. Элинор Остромдың ире — политолог Винсент Остром (ингл. en:Vincent Ostrom, 25 сентябрь 1919 — 29 июнь 2012).

1954 йылда — сәнғәт бакалавры, 1962 йылда — сәнғәт магистры, 1965 йылда Лос-Анджелеста Калифорния университетының философия докторы дәрәжәһен ала. 1974—2012 йылдарҙа — Блумингтонда Индиана университеты профессоры.

Академик эштән тыш, Остром АҠШ милли ҡала сәйәсәте комитетында эшләй, Уртаҡ һайлау йәмғиәтенең һәм Америка сәйәси фәндәр ассоциацияһының етәксеһе була.

АҠШ Халыҡ-ара үҫеш агентлығы, Федераль юстиция департаменты, Форд фонды, Швеция Халыҡ-ара кооперацияны үҫтереү агентлығы проекттарында ҡатнаша. XX быуаттың һуңғы тиҫтә йыллығында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы заказы буйынса Ерҙең урман ресурстарын файҙаланыу өҫтөнән күҙәтеүҙең инновацион системаһын эшләй[12].

«Иҡтисади ойоштороу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн» 2009 йылда иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты була[13], был номинацияла премияны алған тәүге ҡатын-ҡыҙ. 19821984 йылдарҙа Йәмәғәт һайлауы йәмғиәте президенты[14], 1996—1997 йылдарҙа Америка сәйәси фәндәр ассоциацияһы президенты була. 20012012 йылдарҙа — АҠШ Милли фәндәр академияһы ағзаһы[15].

Төп фекерҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшерәк сағындағы хеҙмәттәрендә йәмәғәт уңайлыҡтарын һәм хеҙмәттәрен етештереүгә йоғонто яһаусы ҡарарҙарҙы ижтимағи һайлауға ҙур әһәмиәт бирелә. Һуңғыраҡ осор хеҙмәттәре кешеләрҙең оҙайлы һәм тотороҡло уңыш биреүсе ресурстарға эйә булыу өсөн экосистемаларға мөнәсәбәтенә арнала. Ресурстарҙың дөйөм тупланмаһына урмандар, балыҡ запастары, нефть ятҡылыҡтары, көтөүлектәр һәм һуғарыу селтәрҙәре инә. Африкала ерле халыҡтың — көтөүлектәргә, Көнбайыш Непал ауылдарында һуғарыу селтәрҙәренә идара итеүе буйынса тикшеренеүҙәр үткәреп, ул йәмғиәттең тәбиғәт ресурстарына идара итеүҙең институциональ механизмдар эшләүен һәм ресурстар бөтөп барғанда ла нисек итеп экосистемаларҙың ҡыйралыуына юл ҡуймауын өйрәнә[16].

Маҡтаулы бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1997 — Фрэнк Сейдман премияһы
  • 1999 — Юхан Шютте премияһы
  • 2002 — Халыҡ-ара социаль тикшеренеүҙәр институты гранты
  • 2004 — Джон Карти премияһы
  • 2005 — Джеймс Мэдисон премияһы
  • 2008 — Уильям Х. Райкер премияһы
  • 2008 — Норвегия Тәбиғәт һәм техник фәндәр университетының почетлы докторы исеме
  • 2009 — Джонатан Тиш премияһы
  • 2012 — Time журналы Элинор Остромды «Донъяның иң йоғонтоло 100 кешеһе» исемлегенә индерә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Остром Э. Постановка задачи исследования институтов // Экономическая политика. 2009. № 6.C.89-110. (англ. An agenda for the study of institutions, 1986)
  • Остром Э. Управляя общим. Эволюция институтов коллективной деятельности. — М.: Мысль, ИРИСЭН, 2011. — ISBN 978-5-91066-045-2.(англ. Governing the commons: the evolution of institutions for collective action. 1990)
  • Остром Э. Теория рационального выбора коллективного действия. Бихевиористский подход. Обращение президента Американской политологической ассоциации, 1997 г// Вопросы государственного и муниципального управления.- 2010.-№ 1.- С. 5-52. (англ. A behavioral approach to the rational choice theory of collective action: Presidential address, American Political Science Association, 1997)
  • Остром Э. Зелёная политика «с низов» // Project Syndicate. — 12 июня 2012.
  • Ostrom E. Institutional Arrangements for Resolving the Commons Dilemma: Some Contending Approaches //The Question of the Commons: The Culture and Ecology of Communal Resources/ eds. McCay B.J., Acheson J.M. — Tucson: University of Arizona Press, 1987, — pp. 250–265
  • Ostrom E., Walker J., Gardner R. Rules, games, and common-pool resources. — Ann Arbor: University of Michigan Press. 1994. — ISBN 9780472065462
  • Ostrom E., Crawford S.E.S. A grammar of institutions// American Political Science Review, September 1995, 89(3), pp. 582–600
  • Ostrom E. A behavioral approach to the rational choice theory of collective action: Presidential address, American Political Science Association, 1997// American Political Science Review, March 1998, 92 (1), pp. 1–22
  • Ostrom E., Walker J. Trust and reciprocity: interdisciplinary lessons from experimental research. — New York: Russell Sage Foundation. 2003 — ISBN 9780871546470
  • Ostrom E. Understanding institutional diversity. — Princeton: Princeton University Press. 2005, — ISBN 9780691122380
  • Ostrom E., Kanbur R., Guha-Khasnobis B. Linking the formal and informal economy: concepts and policies. — Oxford: Oxford University Press. 2007 — ISBN 9780199237296
  • Ostrom E., Hess C. Understanding knowledge as a commons: from theory to practice. — Cambridge, Massachusetts: MIT Press. 2007, — ISBN 9780262516037
  • Ostrom E., Janssen M.A., Anderies J.M. Going Beyond Panaceas. Proceedings of the National Academy of Sciences U.S.A., 2007, 104(39):15176-15178
  • Ostrom E. A Diagnostic Approach for Going Beyond Panaceas. Proceedings of the National Academy of Sciences U.S.A., 104(39):15181-15187
  • Ostrom E. A general framework for analyzing sustainability of social-ecological systems //Science 325(5939), pp. 419–422
  • Ostrom E. Beyond markets and states: polycentric governance of complex economic systems//American Economic Review, June 2010, 100 (3), pp. 641–672
  • Ostrom E. Polycentric Systems: Multilevel Governance Involving a Diversity of Organizations //Global Environmental Commons: Analytical and Political Challenges in Building Governance Mechanisms/eds. E. Brousseau, T. Dedeurwaerdere, P.-A. Jouvet and M. Willinger. — Cambridge, MA: Oxford University Press, pp. 105–125.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #121145107 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Elinor Ostrom // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. https://www.latimes.com/local/obituaries/la-me-elinor-ostrom-20120613-story.html
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 https://ostromworkshop.indiana.edu/pdf/CVs/eostrom_vitae.pdf
  6. APSA Presidents and Presidential Addresses: 1903 to PresentАмериканская политологическая ассоциация.
  7. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  8. 8,0 8,1 https://econjwatch.org/file_download/758/OstromIPEL.pdf
  9. http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/45787.html
  10. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  11. The Sveriges Riksbank Prize in Economic Sciences in Memory of Alfred Nobel 2009., Nobelprize.org, p.1
  12. Роман Корнилюк Нобелевская история: первая женщина-лауреат по экономике Элинор Остром // Forbes Украина. — 2016.
  13. The Sveriges Riksbank Prize in Economic Sciences in Memory of Alfred Nobel 2009., Nobelprize.org, p.1
  14. Department of Political Science University of Rochester 2008 William H. Riker Prize in political science // National Academy of Sciences. — 2014. — С. 6.
  15. McKay B.J., Bennett J. Biographical Memoir of Elinor Ostrom (1933–2012) // National Academy of Sciences. — 2014. — С. 6.
  16. Капелюшников Р. И. Множественность институциональных миров: Нобелевская премия по экономике-2009 // Экономический журнал ВШЭ. — 2010. — № 1. — С. 24,25,37.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]