Эстәлеккә күсергә

Эмбриология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эмбриология
Рәсем
 Эмбриология Викимилектә
Яралғының 8 күҙәнәктән торған стадияһы
1 — морула, 2 — бластула
Гаструляция. 1 — бластула, 2 — гаструла бластопоры менән; һарғылт ҡыҙыл төҫтә эктодерма, ҡыҙылы — энтодерма

Эмбриология (бор. грек. ἔμβρυον — эмбрион, яралғы+ -λογία баш λόγος — тәғлимәт) —яралғының үҫешен (эмбриогенез) өйрәнеү фәне.

Яралғы тип организмдың иртә үҫеш стадияһын, йәғни тыуғанға тиклем йәки йомортҡанан сыҡҡанға тиклемге , ә үҫемлектәр осрағында шыта башлағанға тиклемге үҫеш дәүерен атайҙар.

Күп кенә ғалимдар эмбриология фәнен үҫеш биологияһына[1][2][3] синоним булараҡ ҡабул итәләр.

XX быуат уртаһына тиклем был фән тармағын «эмбриогения»[4] тип атап киләләр.

Эмбриология тере организмдарҙың түбәндәге үҫеш этаптарын өйрәнә:

  • аталаныуы
  • зигота барлыҡҡа килеүе,
  • зиготаның бүленеүе (ваҡланыуы),
  • гистогенез, йәғни туҡымаларға дифференцияланыу процесын,
  • органогенез, йәғни ағзаларҙың хасил булыуы һәм үҫеше
  • морфогенез,
  • регенерация.


Эмбриологияның фән булараҡ үҫеш тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмбриональ үҫеш тураһында тәүге күҙаллауҙар башлап Аристотель менән Гиппократ (б. э. тиклем iv быуат) хеҙмәттәрендә күренә башлай.

Гиппократ (460—370 до н. э.) хеҙмәттәрендә эмбриология фәне үҫешендәге преформация йүнәлешенең төп асылы ята: «Яралғының бөтә тән өлөштәте лә бер үк ваҡытта барлыҡҡа килә. Был тәғлимәткә ярашлы, буласаҡ организмдың барлыҡ ағзалары ла алдан уҡ формалашҡан була. Артабан ул бер ниндәй үҙгәреш кисермәй, бары үҫә генә».

Ҡараштары бик тәрәнгә киткән преформистар донъя яралғандан уҡ һәр организмға киләсәкке быуындарҙың яралғылары һалынған тип һанай. Был идея, йәғни преформизм (prae — алдан, formatio — белем, praeformo — алдан төҙөлгән) тәғлимәте 17 — 18 быуат тирәһе өҫтөнлөк итә.

Преформистар үҙҙәре ике төркөмгә бүленәләр:

  • анималькулистар, йәки сперматиктар(мәҫ. А. В. Левенгук) яралғы ата енес күҙәнәктәрендә була, ә йомортҡа күҙәнәк запас матдәләп сығанағы тип һанай;
  • овистар фекеренсә яралғы йомортҡа күҙәнәгендә була.

ХVII һәм ХVIII быуаттарҙың атаҡлы преформистары: А. Левенгук, Я. Сваммердам, М. Мальпиги, А. Галлер, Ш. Бонне.

Аристотелдең (беҙҙең эраға тиклем 384—322 .) хеҙмәттәре эмбриологиялағы эпигенез йүнәлешенә башланғыс бирә.

Ул күп хайуандарҙың яралғыларын өйрәнә. Тауыҡ йомортҡаһындағы яралғыларҙы төрлө үҫеш стадияларында асып ҡарай. Бик күп факттар туплай.

Эпигенез йүнәлеше яҡлылар йомортҡа матдәләрен файҙаланып яралғы формалаша һәм үҫешә тип һанай. «Эпигенез» терминының авторы һәм эпигенез тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы булып У.Гарвей тора.

Ул үҙенең «Хайуандарҙың тыуыуы» («О произрождении животных») тигән китабында «Бөтәһе лә (тереклек) йомортҡанан» тигән данлыҡлы принцибын иғлан итә.

Гарвей «Яралғының бер ағзаһы ла йомортҡала булмай, әммә унда ағзаларҙың барлыҡ башланғыстары ла („потенции“, то естьзадатки их развития) була» тип яҙа.

Яңырыу осоронда Д. Фабриций — итальян анатомы и хирургы акулаларҙың, ҡоштарҙың, имеҙеүселәрҙең йомортҡаларының төҙөлөшө һәм үҫеше араһында оҡшашлыҡтарҙы һәм айырмаларҙы асыҡлай.

Умыртҡалыларҙың яралғы үҫештәренә тулы сағыштырыу үткәрә һәм тикшеренеү һөҙөмтәләрен ентекләп һүрәтләй.

Тауыҡ яралғыһы үҫешенең төрлө стадияларын һүрәткә төшөрә .Бөтә асыштары 1600 йылда сыҡҡан "Яралғының үҫеше " тигән хеҙмәтендә урын алғандар (https://spravochnick.ru/medicina/dzhirolamo_fabrichi_lat_ieronim_fabriciy_italyanskiy_anatom/).

1759 йылда К. Ф. Вольфатың «Үҫеш Тәғлимәте» тигән диссертацияһы баҫылып сыға. Уның был хеҙмәте эпигенез яҡлылар позицияһын нығытыуҙа мөһим роль уйнай.

1828 йылда Петербург фәндәр академияһы академигы Карл Эрнст Фон Бэр яралғы япраҡтары тураһында тәғлимәт булдыра һәм эпигенез тәғлимәтен нигеҙләй. Ошо хеҙмәттәре менән эмбриология фәненә нигеҙ һала.

  1. Ю. а. Захваткин Эмбриология бөжәк. — М.: Юғары мәктәп, 1975
  2. Голиченков А. В, Е. А. Иванов, Е. Н Никерясов. Эмбриология: Уҡыу. студа өсөн. университеты. — М.: нәшриәт йорто «Академия», 2004
  3. Художнигы белоусов в. л. Нигеҙендә дөйөм эмбриология. (3-изд., переработ. һәм дополна.) — М.: изд-во МГУ-Фән, 2005
  4. Шимкевич В. М.,. Эмбриогения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
на русском языке
  • Антипчук Ю. П. Гистология с основами эмбриологии: Учеб. пособие для студентов пед. ин-тов по биол. спец. — М.: Просвещение, 1983. — 240 с.
  • Нидхэм Д. История эмбриологии. / Пер. с англ. А. В. Юдиной. Предисл. В. П. Карпова. — М.: Гос. изд-во иностр. лит., 1947. — 342 с.
  • Шимкевич В. М.,. Эмбриология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
на других языках
  • Lopata A. «History of the Egg in Embryology». // Journal of Mammalian Ova Research. 2009. Vol. 26. P. 2-9.
  • De Felici M. Gregorio Siracus, The rise of embryology in Italy: from the Renaissance to the early 20th Century // The International Journal of Developmental Biology (инг.)баш.. 2000. Vol. 44. P. 515—521,