Эстәлеккә күсергә

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Энгель Зәйнетдинов битенән йүнәлтелде)
Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (22 ноябрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-геологы, ғалим, топ-менеджер, журналист. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2011)[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018).

«Башҡортостан нефте» исемле тарихи-иҡтисади йыйынтыҡтың тәүге төҙөүсеһе. Башҡортостанда нефть сығарыу тарихын өйрәнеүсе булараҡ билдәле (ҡара: Әҙәбиәт һәм библиография). Төп хеҙмәт урыны — «Башнефть» берекмәһе.

Энгель Әхмәт улы Зәйнетдинов 1937 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы[2]Арҡауыл ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Юғары белемле — Өфө нефть институтының тау-нефть факультеты «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса 1959 йылда тамамлай. Аспирантурала уҡый. 1975 йылда Э. А. Зәйнетдинов, «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, диссертация яҡлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылда «Башнефть» берекмәһенең «Башвостокнефтеразведка» тресына ҡараған Ҡалтасы быраулау контораһында быраулаусы ярҙамсыһы булып эш башлай. 1960 йылда берекмәнең норматив-тикшеренеү станцияһына эшкә күсерелә һәм бында инженерҙан етәксегә тиклем үҫешә (19651985). 1985-88 йылдарҙа Үҙәк инженер-техник хеҙмәт берекмәһендә (ЦИТС) эшләй. 1988—1992 йылдарҙа — ЦИТС-тың эштәрен ойоштороу буйынса Йәмен Халыҡ-демократик республикаһында генераль директор урынбаҫары. 1992-1995 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

70-кә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Нефть сығарыуҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу» монографияһы авторы (1976)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Э. Зәйнетдинов «Хеҙмәт ветераны», «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың йөҙ йыллығы хөрмәтенә», «СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы», СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм бронза миҙалдары, шулай уҡ өс тапҡыр — Нефть сәнәғәте министрлығының һәм профсоюздар Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. 1982 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ була.

Атаһы — Әхмәт Ҡәйүм улы Зәйнетдинов, фронтовик, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы[4].

Әҙәбиәт һәм библиография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зайнетдинов, Энгель Ахметович, Тищенко, Виктор Елисеевич. Повышение производительности труда в добыче нефти : монография. М.: Недра, 1976.208 с.: табл. Библиогр.: с. 205 (65 назв.)
  • Энгель ЗАЙНЕТДИНОВ. Эльза БАЙМУХАМЕТОВА. Буровик с душой романтика //Республика Башкортостан, 17.04.12
  • Зайнетдинов Э. Девонская нефть: 65 лет на службе родине : [Туймазин. месторождение] / Энгель Зайнетдинов // Истоки. — 2009. — 30 сент. (№ 39). — С. 3.
  • Зайнетдинов Э. У истоков башкирской нефти : ко Дню работников нефтяной и газовой пром-сти / Энгель Зайнетдинов // Истоки. — 2009. — 2 сент. (№ 35). — С. 5; 9 сент. (№ 36). — С. 12.[5]
  • Зайнетдинов Э. Слово об отце// Истоки, 07-04-2010. http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=559 2010 йыл 4 декабрь архивланған.
  • Зайнетдинов Э. Наш главный праздник//Истоки, 07-09-2011. http://is.park.ru/doc.jsp?urn=49715364(недоступная ссылка)
  • Энгелю Ахметовичу Зайнетдинову — 70 лет! // Нефтяное хозяйство. — 2007. — N 11. — С. 144[6]
  • Ринат Файзрахманов. Разведка открыла нефтяной фонтан// газ. Восход. http://www.voshod-news.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=1366:2010-05-20-10-53-30&catid=112:-81-20052010&Itemid=17 2016 йыл 4 март архивланған. (интервью)
  • Энгель ЗАЙНЕТДИНОВ, заслуженный экономист БАССР, академик МАНЭБ, ветеран нефтяной промышленности. Невежество пресмыкается только перед настоящим / Почему потерян интерес к истории башкирской нефти? //Республика Башкортостан, 24.05.11 http://www.agidel.ru/?param1=22875&tab=29 2016 йыл 4 март архивланған.