Эстәлеккә күсергә

Юпитер (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юпитер
лат. Iuppiter
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Ҡушамат Optimus Maximus
Атаһы Сатурн (мифология)
Әсәһе Опа[d]
Бер туғандары Юнона, Веста[d], Плутон, Нептун[d] һәм Церера[d]
Хәләл ефете Юнона
Внебрачный партнёр Латона[d] һәм Ютурна[d]
Балалары Вулкан, Диана, Геркулес[d], Бахус[d], Ювента[d], Марс[d], Беллона[d], Минерва, Аполлон[d], Иарбант[d], Меркурий[d], Прозерпина һәм Гарамантис[d]
Иконографический атрибут Молния Зевса[d], Бөркөт[d] һәм гаста[d]
Алла ... ҡарай древнеримская религия[d][1]
Изображается на Jupiter[d]
Эпитет Cimistenus[d], Maleciabrudes[d], Assaecus[d], Adceneicus[d], Nennicus[d], Tamitenus[d] һәм Uxlemitanus[d]
 Юпитер Викимилектә

Юпи́тер (лат. Iupiter) — боронғо рим мифологияһында рим мифологияһында иң юғары илаһ, бар илаһтарҙың атаһы, күккә, көндөҙгө яҡтылыҡҡа, йәшенгә идара итә. Сатурн һәм Опаның өсөнсө улы. Ағаһы Плутон, Нептун, Церера һәм Вести. Ҡатыны Юнона алиһә, үҙенең ҡыҙ туғаны. Боронғо грек мифологияһына ярашлы - Зевс[2]; өлөшләтә шулай уҡ боронғо этруск мифологияһындағы Тинияға тап килә. Юпитерҙы убалар, тауҙар түбәһендәге таш рәүешендә күреп табынғандар. Тулы ай ваҡыты көндәре уға арналған — ид.

Юпитер ҡорамы Капитолий убаһында торған, унда Юпитер менән бергә, Римдең өс төп илаһы Юнона һәм Минерва ла (Капитолий триадаһы) булған.

«Юпитер» (лат. Iupiter Iovi-/Iove-) архаик латин теленән килеп сыҡҡан (Iovis pater/Diēspiter), праиндоевропа мифологияһына барып тоташа, ул көндөҙгө яҡтылыҡ илаһы булып һаналған. Һинд-европа халыҡтары илаһтары : гректа Зевс (Ζεύς), боронғо һиндтә Дьяус пита (санскр. Dyáus Pitā, иллирий телендә Dei-pátrous һәм башҡалар[3]

Юпитер илаһтың төрлө рәүеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юпитер функциялары күп төрлө булып, урындағы италий илаһтарының бер нисә үҙ аллы һыҙаттар бергә йыйған.

Юпитер. Мәрмәр статуя. I быуат.
  • Юпитер Тонанс (Iuppiter Tonans) (күкрәүсе) — ямғыр ебәреү, йәшен йәшнәтеү;
  • Юпитер Фульгур (Iuppiter Fulgur) (ялағайлы, ялтыраусы) — йәшен ебәреү ;
  • Рим дәүләт культында Юпитер «Максимус Сотер Оптимус» (Optimus Maximus Soter) тип аталған («Иң яҡшы, Иң Бөйөк Ҡотҡарыусы»);
  • Юпитер Виктор (Iuppiter Victor) — еңеү биреү;
  • * Юпитер Лациарис (Iuppiter Latiaris) — латин ҡәбиләләре берләштереүсе илаһ;
  • Сәсеү алдынан Юпитер Дапалисҡа (Iuppiter Dapalis) ҡорбан килтерелгән, ул игенселекте уны ҡурсалаусы һаналған, уға йөҙөм йыйғанда — виналий байрамы арналған, тип тоғролоҡ анты гаранты һаналған;
  • Юпитер Терминус (Iuppiter Terminus) — ил сиктәрен һаҡлаған;
  • Юпитер Либертас (Iuppiter Libertas) — азатлыҡ һаҡсыһы;
  • Юпитер Феретриус (Iuppiter Feretrius) — һуғышы һәм еңеү илаһы, триумф йолалары уның менән бәйле. Еңп сыҡҡан полководец Капитолийға бара, унда Юпитерға ғәнимәт малдан ҡорбан килтерелгән һәм уның һыны аяҡ аҫтына лавр веногы һалынған.

M. Volteius осоронда Капитолий Юпитеры ҡорамы һүрәте беҙҙең эраға тиклем 75 йыл элек денарий аҡсаһында төшөрөлгән [4]

Юпитер илаһ исеме менән Ҡояш системаһындағы бишенсе планета аталған.