Эстәлеккә күсергә

Яубаҫарова Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яубаҫарова Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ҡотлобулат, Әбет ауыл Советы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Яубаҫарова Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы (25 декабрь 1948 йыл) — һауынсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы Яубаҫарова (Аҫылғужина) 1948 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуған. 1952 йылда атаһы (сығышы Үрге Нөгөш ауылынан) тыуған яғына — Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылына күсеп ҡайта. Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡый.

Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы Тимер ауылына тормошҡа сыға һәм 1967—2003 йылдарҙа Бөрйән районының «Ҡыҙыл таң» колхозында һауынсы булып эшләй. Ул 20-се саҡырылыш район Советына депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
  • Хеҙмәт ветераны (2002)

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.