Ҡарткиҫәк ауылы топонимдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ҡарткиҫәк ауылы топонимдары — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы Ҡарткиҫәк ауылының топонимдары.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асҡын районында Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡарткиҫәк исемле ике ауыл бар. Телебеҙ һәм илебеҙ тарихын өйрәнеүселәргә ошо ауылдың тарихы ла, исеме лә ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бирә. Ауыл халҡы Ҡарткиҫәк тарихы тураһында түбәндәге риүәйәтте һөйләй: "Был ауыл төҙөлгәнгә өс йөҙ йылдар самаһы ваҡыт барҙыр. Ауыл урынында элек мариҙар ултырған булған. Бер ваҡыт Ҡарткиҫәк тигән бабай үҙенең 9 улы менән ошо яҡтарға килеп сыҡҡан. Улар Асҡыш йылғаһы буйын оҡшатҡан һәм ауыл төҙөп ебәргән. Аҙаҡтан Ҡарткиҫәк ауылына нәҫелдәре лә күсеп килгән. Ҡарткиҫәк бабай улдары йылғаның бер яғында өй һалған, һуңғараҡ килгәндәр йылғаның икенсе ярында урынлашҡан. Ҡарткиҫәктең улдары йәшәгән яҡты «Иҫке ауыл» тип йөрөткәндәр. Ҡарткиҫәкте Ҡубыяҙ улусына старшина итеп һайлағандан һуң, ул Ҡубыяҙға йәшәргә күсә, ә улдары атаһының ауылында ҡала.

Тарихи сығанаҡтарҙа Ҡарткиҫәк ауылының борон Һыу-Танып улусының Өфө-Танып, Байҡы түбәләренә ҡарағаны теркәлгән. Ауылда 1795 йылда 18 йорт булып, унда 299 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында ауылдың административ-территориаль буйһоноуы үҙгәрә төшә. Ул саҡта Ҡарткиҫәктең аҫаба башҡорттары 10-сы Башҡорт кантонының 20-се йортона ҡараған булған. Ауылға аҫаба башҡорттар типтәрҙәрҙе лә, мишәрҙәрҙе лә йәшәтергә алмағандар. 1902 йылда Ҡарткиҫәктә Бөрө өйәҙе Ҡубыяҙ улусындағы Ҡарткиҫәк ауыл йәмғиәтенең үҙәге урынлашҡан. Унда 706 аҫаба башҡорт йәшәгән. Ҡарткиҫәк башҡорттарына 9 мең 287 дисәтинә ер тейгән. Ауылда ул саҡта мәсет, уҡыу йорто (училище), һыу тирмәне эшләгән. Халыҡ малсылыҡ менән дә, игенселек менән дә берҙәй үк тигеҙ шөғөлләнгән. Шулай ҙа сығанаҡтарҙа умартасылыҡтың ныҡ үҫешкән булыуын айырым билдәләгәндәре асыҡ һиҙелә.

Ауылдың исеменә килгәндә, уны тел һәм тарих, этнография материалдарына таянып аңлатырға кәрәк. Халыҡ араһында киң таралған легенда-риүәйәттәрҙә Ҡарткиҫәк атамаһы шул ауылға нигеҙ һалған кешенең исеменән алынған булырға тейеш, тип әйтелә. Ҡайһы бер информаторҙар ауыл исемен икенсе төрлөрәк аңлата, һуңғыһы буйынса «киҫәк» һүҙе «өлөш», «бүлек» тигәнде белдерә. Сөнки йылғаның бер яғы ауылға нигеҙ һалған «Ҡарттың бүлкәһе, пайы, ере, өлөшө» тигәнде белдерә. Беҙҙеңсә ошо һуңғы аңлатыу дөрөҫкә яҡын, әммә бөтөнләйгә дөрөҫ түгел. Был ауыл исеме, ысынлап та, ҡарт һәм киҫәк тигән һүҙҙәрҙән тора. Ҡарт һүҙе «бабай», «өлкән кеше», ҡарт русса «старик» тигән мәғәнәлә ҡулланылған булырға тейеш. Ә бына киҫәк һүҙе — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенә хас лексик берәмек. Ул яҡта, бигерәк тә Пермь өлкәһендә йәшәгән ғәйнә башҡорттарында киҫәк, кесек һүҙҙәре «ырыу, нәҫел, зат, ара, аймаҡ, түбә» мәғәнәһендә ҡулланыла. Быны Пермь өлкәһе Барҙым районы Ҡайынауыл халҡы үҙҙәрен саҡайкисәк, таукисәк, турғайкисәк, әрәмәкисәк, юғарыкисәк тигән ара-аймаҡтарға бүлеп йөрөткәненән дә белеп була[1].

Ҡайһы бер төрки халыҡтарынан үзбәктәрҙә һәм ҡаҙаҡтарҙа кисәк һүҙенең «ырыу, зат, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылғаны билдәле. Мәҫәлән, үзбәктәрҙә моллакесек, мирзакесек тигән аймаҡ, ҡаҙаҡтарҙа ҡаракисәк тигән ырыу бар[2]. Р. Ғ. Кузеевтың буйынса, кесек тигән һүҙҙең «ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылыуы ҡырғыҙ теленә лә хас икәнлеге күренә[2].

Аҙаҡтан килгән 6 нәҫел йылғаның ҡаршы ярына йорт һалған. Тәү башлап килгән яҡ «иҫке ауыл» тип йөрөтөлгән. Унда ултырған нәҫелде Ҡарт нәҫеле, Карт ырыуы,Ҡарткиҫәк тип йөрөтә башлағандар. Шул һуңғы исем нәҫел исеме ауыл атамаһы булып ҡулланылған да инде.

Тимәк, Ҡарткиҫәк «Ҡарт нәҫеле» тигән мәғәнәне аңлата. Ауылда 5 киҫәк бар, уларҙың һәр береһе тиерлек үҙ милкенә айырым тамға һалыр булған. Ауылда яҙып алынған тамғалар уларҙың төрлө сығышлы булыуына ишара яһай. Әммә ҡайһы тамғаның ниндәй киҫәккә(аймаҡҡа, нәҫелгә) ҡарағаны әлегә билдәле түгел.

Ауылдың исеменә бәйле легенда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарткиҫәк ауылы исеменә бәйле киләһе легенда Мәүлимйән Нурғәле улы Нурғәлиевтан хат яҙышыу ваҡытында алынды. Ул Ҡарткиҫәк ауылында тыуып үҫкән, элекке уҡытыусы, отставкалағы майор, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Өфө ҡалаһында йәшәне.

Ҡарткиҫәк ауылы тәбиғәттең бик матур һәм уңайлы урынында урынлашҡан. Төньяғында һалҡын елдәрҙән һаҡлаусы бейек тау бар. Тау аҫтында шишмәләргә бай Ашҡыш йылғаһы аға. Тау артында — йүкә урманы, Ҡарағатлы, Тауғыкүл, Усманкүл исемле күлдәр бар. Нәҡ бына ошо уңайлы урынды һайлап, беҙҙең ата-бабалар бирегә төпләнгән, ауылға нигеҙ һалған. Ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы тураһында теүәл билдәле түгел. Өлкән кешеләр ауылға 300 йылдан артығыраҡ булыуын әйтә. Шунан сығып, 16 быуат аҙағы йәки 17 быуат башында күсеп килгәндәр, тип фекер йөрөтә алабыҙ.

Беренсе булып үҙ ғаиләһе менән бер Ҡарт күсеп килгән. Уның ике улы һәм бер ҡыҙы булған. Мөмкин ҡәҙәр күберәк ер алып ҡалыу нейәте менән Ҡарт үҙенең балаларын башта төрлө урындарға урынлаштырған. Өлкән улы тау артындағы күл янына ултырған, был күл әле лә Усманкүл тип атала. Кесе улы Үтәкәйҙе Ҡарт ауылдың көньяҡ-көнбайыш яғындағы күл янына урынлаштыра. Был күл Үтәкәйкүл тип атала. Ҡыҙы Мәрйәм, үҙенең ғаиләһе менән, ауылдың төньяғындағы күл ситенә төпләнгән. Был күлде Мәрйәмкүл тип атайҙар.

Ҡарт үҙе Ашҡыш йылғаһы буйына, шишмә (тоҙло шишмә) янына ултырған. Башҡа күсеп килеүселәр ҙә уның йәнәшәһенән урын алған. Шулай итеп, ауыл барлыҡҡа килгән. Был урын хәҙер Иҫке ауыл тип атап йөрөтөлә. Ауыл исеме Ҡарткиҫәк — был ергә беренсе күсеп килгән Ҡарттың ҡушаматы менән бәйле. Уны ололап Ҡарт тип кенә йөрөткәндәрҙер. Ул ер алып, тормош хәлен нығытҡас, балаларын үҙ янынараҡ ала, һәр береһе үҙ йортон һала.

Ауыл биләмәһенә ингән ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауылдың күлдәр исемлеге:Упҡын,Мағазы,Ромаш күле,Ҡыҙыл күл,Тауғы күл,Ҡарағатлы,Мырай күл,Усман күле,Мәрйәм күле,Әтәсле күле,Имәнле күле,Кәмәле күле, Ҡыҙыл эйәк,Мунсала күле,Ғыйлмай күле,Йәмит күле,Абдал күле
  • Һаҙҙар исемлеге:Мүкле һаҙ,Әбрәр һаҙы,Торна һаҙы,Алты ҡарыш,Ҡарлы һаҙ,Ғыйлмай һаҙы,Яманһаҙ
  • Ҡыуаҡлыҡтар:Ҡотой ҡыуаҡ,Рәжәп ҡыуаҡ,Муйыллы ҡыуаҡ,Моҡой ҡыуаҡ,Айыу ҡыуаҡ,Оҙон ҡыуаҡ,Зыяда ҡыуаҡ,Йүкәле ҡыуаҡ,Вәлит ҡыуаҡ,Арҡа ҡыуаҡ,Йәнғир ҡыуаҡ,Оҙон типтәр ҡыуағы,Усаҡлы ҡыуаҡ,Ҡыбра ҡыуаҡ
  • Тауҙар исеме:Сейәле тау,Иген тауы,Пирәмән тауы,Бурташ тауы,Балкан тауы,Ҡыятау,Фидаси тауы,Солодов тауы,Аҡбикә тауы,Барый тауы
  • Ҡулдар исеме:Олоҡул,Ҡуяштыр,Яман ҡул,Ҡыйғазы арҡа,Тәрән ҡул,Урыс тәрән ҡулы,Урта ҡулы,Күк бүре
  • Урмандар исеме:Имәнлек,Ҡайынлыҡ,Сибәр ҡайынлыҡ,Тауғы бүләк, Башбүләк,Карнайбүләк, Ямашаръяҡ, Олобүләк, Ҡыҙырымтал, Имәнәй,Үтәкәй,Ямаш
  • Яландар, ҡайынлыҡтар:Баязит яланы,Таш киҫеү,Үтәкәй,Әскәр ҡайынлығы,Сәхәй ҡайынлығы,Имәнәй йылғаһы,Ашҡыш йылғаһы,Таш күпер,Песмән,Ғизбулла ере,Тибеү,Али болон,Сәүән яланы,Ямаш йылғаһы

Топонимик атамаларҙы лексик яҡтан төркөмләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һөнәргә, игенселеккә бәйле ер-һыу атамалары: Иген тауы,Тирмән туғайы, Таш киҫеү яланы.
  • Кеше исеме менән бәйле ер-һыу атамалары: Мырай күле, Солтан шишмәһе, Файҙа шишмәһе, Ғилмай һаҙы, Әсҡәр ҡайынлығы, Баязит яланы, Усман күле, Мәрйәм күле, Ғилмай күле, Йәмит күле, Абдал күле, Абрар һаҙы, Рәжәп ҡыуаҡлығы, Зыяда ҡыуаҡлығы, Вәлит ҡыуаҡлығы, Йәнгир ҡыуаҡлығы, Фидаси тауы, Аҡбикә тауы, Барый тауы, Сәхәй ҡайынлығы, Ғизбулла ере, Али болоно, Сәүән яланы, Илдар бесәнлеге, Баҡый шишмәһе һ.б.
  • Ҡош-ҡорт исеме ҡушылған атамалар : Әтәсле күле, Өйрәкле күле, Торна һаҙы.
  • Тупраҡ, ҡаҙылма байлыҡтар сағылыш тапҡан ер-һыу атамалары: Бурташ тауы, Аҡбалсыҡ тауы, Эзбиз баҙы.
  • Йорт, ҡыр хайуандары исемен йөрөткән ер-һыу атамалары: Айыу ҡыуаҡлығы, Кәзәтау, Күк бүре күле.
  • Теге йәки был урындағы объекттың төҙөлөш материалына бәйле: Таш күпер, Ағас күпер.
  • Бесән сабыуға бәйле атамалар : Бесәнлек.
  • Урмансылыҡ һөнәренә бәйле атамалар: Дегет яҡҡан соҡор, Мунсала күле
  • Ағас исемен йөрөткән ер-һыу атамалары: Уҫаҡлыҡ урманы, Имәнлек урманы, Йүкәлек урманы, Ҡарама ҡойоһо.
  • Бүтән халыҡтарҙың күсеп килеүе йәки үҙ-ара мөнәсәбәттәре арҡаһында барлыҡҡа килгән атамалар: Солодов тауы, Урыҫ тәрән күле, Оҙон типтәр ҡыуағы.
  • Объекттың күләмен, иңен-буйын, тышҡы билдәһен белдергән топонимдар: Оло күл, Оҙон ҡыуаҡ, Тәрән күл, Урта күл, Оло бүләк урманы, Оло шишмә.
  • Топономияла оҡшатыу, сағыштырыу, метафора, образлылыҡ ҙур урын алып тора. Оҡшатыу, сағыштырыу алымы кешенең тәбиғәтте йәнле итеп күҙ алдына килтереү өсөн ярҙам итә. Эйе, ысынлап та, ҡайһы бер йылғаның, тауҙың өлөштәре, ҙур йылғаларҙың ҡушылдыҡтары, ғәҙәттә, кеше тәненә, кейемдең өлөштәренә оҡшатып әйтелә: буй, баш, тамаҡ, түбә, маңлай, морон, арҡа, һырт, итәк, аяҡ: Арҡа ҡыуаҡ, Ҡыйғаҙы арҡа күле, Башбүләк урманы, Ҡыҙыл эйәк күле.
  • Бик күп исемдәрҙә иҫәп-хисап төшөнсәһе белдерелә, шул маҡсаттан ғәҙәттә һүҙҙең алдында яңғыҙ, ҡуш, пар, иш, өс, дүрт, биш, ете, ун, туҡһан, йөҙ һ.б. һымаҡ нумератив һәм, ғөмүмән, күплекте йәки бик күп булыуҙы аңлатҡан һандар ҡулланыла: Алты ҡарыш һаҙы.
  • Ҡортсолоҡҡа бәйле атамалар: Ҡортсолоҡ.
  • Үлән исеме менән йөрөгән ер-һыу атамалары: Ромаш (Ромашка) күле, Мүкле һаҙ, Киндер күле.* Бөжәк исемдәре булған ер-һыу атамалары : Серәкәй күле, Ҡортсолоҡ.
  • Географик объекттарҙың үҙенсәлекле айырым билдәләренә ишара яһаусы топонимдар:

а) төҫтәре буйынса: Ҡыҙыл күл, Ҡыҙыл эйәк күле , Ҡыҙылъяр, Ҡараяр.
б) географик атаманың эмоциональ баһалау характеристикаһы: Саф шишмә, Һыуыҡ шишмә, Татлы шишмә, Яманһаҙ, Яман күл, Сибәр ҡайынлыҡ,Тоҙло шишмә.
в) географик обьекттарҙың ниндәй урында, ҡайҙа урынлашҡандарын, уларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүен белдергән топонимдар: Тәүге күл, Ҡыятау, Ямашаръяҡ, Айыс (Айыш) түбәһе.

  • Өн ассоциацияһы буйынса яһалған топонимдар: Шылтыр шишмә (һай ғына шылтырҙап аҡҡан шишмә).
  • Күк есемдәренә оҡшаған топонимдар: Ҡуяштыр күле, Ай төшкән күл.
  • Көнкүреш предметтарына бәйле топонимдар: Кәмәле күл.
  • Тыуғанлыҡ терминдары менән бәйләнгән топонимдар: Ҡыҙҙар тауы, Кейәүҙәр тауы, Әбейҙәр тауы.
  • Климат һәм катаклизмдар менән бәйле атамалар: Упҡын күле, Ҡарлы һаҙ, Әсе ел яланы.
  • Ҡыуаҡ исемдәрен йөрөткән топонимдар: Ҡарағатлы күл, Ҡурай еләге яланы

Күпселек башҡорт ауылдарының, йәйләүҙәрҙең исемдәре башҡорт теленең дөйөм һүҙлек составына ингән башҡорт һүҙҙәренән, шулай уҡ башҡорт исемдәренән, йәғни башлап килеп ултырыусыларҙың исемдәренән яһалған. Шулай итеп, ысынлап та, топонимдарҙың атамалары барлыҡҡа килгәндә, теләһә ҡайһы һүҙ ҡулланылмай, һәр береһенең мәғәнәһе бар, барлыҡҡа килеү өсөн нимәлер, ниндәйҙер ваҡиға сәбәпсе булып тора. Һәр бер топоним кеше эшмәкәрлеген, үҫемлектәр, хайуандар донъяһын, ерҙең географик үҙенсәлектәрен күрһәтә.

Ер-һыу атамаларына бәйле легендалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әтәсле күл. Был күл элек бик тәрән һәм ҙур булған. Ауылдан йыраҡ түгел Ашҡыш йылғаһының һул яғында урынлашҡан. Был хәл революция йылдарында була. Власҡа ҡыҙылдар килгәс, байҙарға тығыҙлыҡ керә. Байҙар ҡурҡыуҙарынан бөтә байлыҡтарын ошо күлгә йәшерәләр. Ваҡыт үтеү менән был күлдән әтәс ҡыскырған тауыштар ишетелә башлаған. Ауылдан йыраҡ булмаған был күлгә, әтәс алтын-көмөштәр күреп эйәләшеп алған була. Ошо күлгә кешеләр әтәс килгәнен күрәләр һәм был күлде Әтәсле күл тип йөрөтә башлайҙар.
Кәмәле күл. 1 вариант. Был күл ауылдың көнсығыш яғында урман эсендә урынлашҡан. Шул күлдә бер бай үҙенең ғаиләһе менән кәмәлә йөрөргә яратҡан. Бай булғанға күрә ярлы халыҡ уны яратмаған. Уны һигеҙ кеше(ярлылар) күҙәтеп тороп үлтерергә булғандар. Сөнки был бай үҙе лә ярлыларҙы яратмаған, гел уларҙан көлгән. Уның ярға йөҙөп килгәнен көтөп алғас, байҙы туҡмап үлтерәләр. Ә байҙың кәмәһе яр буйында тороп ҡала. Һәм был кәмә оҙаҡ йылдар яр буйында тора. Ошонан һуң ата-бабаларыбыҙ был күлде Кәмәле күл тип йөрөтә башлайҙар. 2 вариант. Был күл Упҡанкүл һәм Ҡарткиҫәк ауылдары араһында урынлашҡан. Ул күл убылып барлыҡҡа килгән. Кәмәле күл бер ҡайҙа ла аҡмай, тик йотҡолоҡтарҙан ер аҫтына инеп китә. Элгәре был күлдә кәмәгә оҡшаған күтер йөҙөп йөрөгән. Шуға ла уны кешеләр Кәмәле күл тип атаған. Хәҙерге ваҡытта күтер яр ҡырыйына йәбешеп ҡалған.

Упҡын күле. Был күл урынында элек ҙур тупыл ағасы үҫкән. Ошо ерҙә бер бабай бесән сапҡан. Бер ваҡыт ул бесән эшләгән ер дөбөрҙәй башлаған. Уның тәүҙә аты ысҡынып сапҡан.Үҙе лә йыраҡ китә алмаған, боролоп ҡараһа,ҙур булып ер упҡан. Ул ауылға йүгереп ҡайтып халыҡҡа: Упты, упты! -тип ҡысҡырған. Халыҡ килеп ҡараһа, убылған ер һыу менән тулып,ҙур күл барлыҡҡа килгән. Шунан бирле барлыҡҡа килгән күлде Упҡын күле тип атап йөрөтә башлағандар.

Мәрйәм күле. 1 вариант. Беҙҙең ауылдан 3-4 саҡрым йыраҡлыҡта Мәрйәм күл тигән урын бар. Матур ҡыуаҡлыҡтар, еләк-емешкә бай урын ул. Бесәнлектәре лә күп уның.Шул күлдең тарихын оло кешеләр былай һөйләгәндәр: -Бер ҡарттың бер нисә улы араһында, Мәрйәм исемле ҡыҙы булған. Ул ҡыҙ шундай уңған, шундай булдыҡлы, бик сибәр булған. Көндәрҙән бер көндө Мәрйәм бер ярлы егеткә ғашиҡ булған.Ҡыҙҙың ата-әсәһе был ярлы егет менән осрашырға рөхсәт итмәгән. Егет һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән көн күргән. Мәрйәм егеттең һунарға киткәнен белеп ҡала һәм ата-әсәһенән ҡасып, егет артынан урманға китә.Оҙаҡ урманда егетен эҙләй, йөрөй торғас аҙаша, ҡараңғыға ҡала. Урман аша сыҡҡанда күлгә батып үлә.Ошо ваҡиғанан һуң был күлде Мәрйәм күле тип йөрөтәләр.

2 вариант. Бик күп йылдар элек Ҡарткиҫәк ауылында бик сибәр, аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Уның исеме Мәрйәм була. Бер көндө уны ҡыҙҙар еләк йыйырға саҡыралар. Көн бик эҫе була. Улар йырлай-йырлай еләк йыялар. Улар еләк йыйған ерҙән йыраҡ түгел ҙур тәрән күл була. Ҡыҙҙар эҫелектән һыу инергә булалар. Тик Мәрйәмдең генә ни өсөндөр һыу инәһе килмәй. Шул арала бәләкәй бер ҡыҙ сисенеп һыуға һикерә һәм бата башлай. Ул ярҙам һорап ҡысҡыра. Мәрйәм күп уйлап тормай, ҡыҙҙы ҡотҡарырға һыуға һикерә. Ҡыҙҙар нисек кенә тырышһалар ҙа сыға алмайҙар, күлгә батып үләләр. Шул ваҡыттан бирле күлде Мәрйәм күле тип атап йөрөтә башлайҙар.

Мырай күле. Был күл Ҡарткиҫәк менән Тегермән ауылы араһында урынлашҡан. Был ерҙәр бесәнгә , еләк-емешкә бик бай булған. Күл урман уртаһында урынлашҡан. Ошо күл тирәһендәге ерҙәрҙе Мырай исемле бабайға бүлеп биргәндәр. Ул был ерҙәрҙә утын киҫкән, бесән сапҡан, еләк-емеш йыйған. Ошо ерҙәр менән көн күргән. Шуға күрә был күлде Мырай күле тип йөрөткәндәр. Ошо күлдән һыу эскәндә йығылып төшөп үлгән тигән легенда ла халыҡ араһында йөрөй. Күл бөгөн дә бар.

Солтан шишмәһе. Ауылдың төньяҡ-көнбатышындағы таулыҡтан Солтан шишмәһе ағып сыға. Ауылдың Ахмәтшин Солтан исемле кешеһе таш сығарған ваҡытта юлыҡҡан был шишмәгә. Яхшылап таҙартҡан, улаҡ ҡуйған. Шишмәне ҡарап, таҙартып торған. Һыуы бик көслө булғанға, ҡатын-ҡыҙҙар унда кер сайҡаған. Уны «Изгеләр шишмәһе» тип тә атап йөрөтәләр. Борон-борондан беҙҙең әби-бабайҙарыбыҙ ҡиблаға таба аға торған барлыҡ шишмәләрҙе «изге» тигәндәр. Был шишмә ауыл уртаһында ағып ятҡан Ашҡыш йылғаһы буйындағы таулыҡта урнашкан. Бынан бик күп йылдар элек ул шишмәгә кисен ҡояш байыр алдынан ауыл кыҙҙары һыу ташырға йөрөгәндәр. Матур кейенгән, биҙәкле көянтә- силәк аҫҡан кыҙҙар араһынан егеттәр үҙҙәренә тиң пар һайлап алып, өйләнә торған булғандар. Шишмә яны ул- ғашиҡтар осрашыу урыны.
Файза шишмәһе. Был шишмә Ҡарткиҫәк ауылының төньяҡ-көнбатышындағы тау аҫтынан инешкә селтерәп аға. Гүмер буйы шишмәне Нурғалиева Файза апа ҡарап-тәрбиәләп торған: һыуға төшөүселәргә һуҡмаҡ яһаған, улағын ҡараған. Әбей үҙе исән түгел инде. Изге күңелле булғанға, уның исеме халыҡ телендә һаман йәшәй.
Ғилмай һаҙы. Ғилмай һаҙ тип йөрөткән ерҙәр минең Ғилмалтдин Ямалетдин улы ерҙәре булған. Ул ошонда бесән сапҡан, арыш сәскән, ураҡ урған. Унда бер ҙур күл булған. Күлдең тирә-яғын таҙартҡан, ағастарын киҫкән, шунан һыу эскән. Ғилмалтдин исемен ҡыҫҡартып, Ғилмай бабай, тип йөрөткәндәр. Был күл элек Ғилмай күле тип аталған. Хәҙер инде күл һаҙға әйләнгән. Әлеге ваҡытта һаҙҙы Ғилмай һаҙы тип йөрөтәләр.
Әсҡәр ҡайынлыҡ. Элек Ҡарткиҫәк ауылында Әсҡәр исемле бабай йәшәгән. Уның өйө урман эсендә булған. Өйөн ваҡ ҡайынлыҡтар уратып алған булған. Бабай ошо ерҙә яңғыҙы ғына ғүмер кисергән. Йылдар үткән, ауылға күсергә бабайға тәҡъдим иткәндәр. Ләкин Әсҡәр бабай ғүмер иткән ерен ташлап китәһе килмәгән.Ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем шунда йәшәгән. Үлгәндән һуң бабайҙы ошо ҡайынлыҡҡа хөрмәтләп күмгәндәр һәм был ҡайынлыҡты Әсҡәр ҡайынлығы тип йөрөтә башлағандар.
Айыс түбәһе тип аталған тау һыртының исеме ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Айыс түбәһендә ҡар бөтмәйенсә, яҙ етмәй, тигән әйтем дә йәшәй беҙҙә. Түбәнең ҡарҙан әрселеүе сәсеү етеүҙе аңлаткан. Атаманың килеп сығышын ике төрлө аңлаталар. Түбәгә ҡауҙылар (аист) төшә торған булған, ти берәүҙәр. Икенселәр «айыс» һүҙен «айыш» һүҙенә бәйләй. Ҡояш нурҙары түбәгә ҡыйыш, йәғни айыш, ауыш төшә. Ә вакыт үтеү менән айыш айыс булып киткән.
Ҡолама таштан арыраҡ — Эзбиз баҙы. Бында элек-электән баҙ ҡаҙып, эзбиз яҡҡандар. Был эш бөгөн дә дауам итә. Яғылған эзбиз үҙенең яҡшы сифаты менән айырылып тора. Ауылыбыҙҙың көньяҡ-көнсығыш яғында, тағы бер шишмә бар. Ул ер аҫтынан ҡойо булып ҡалҡа. Халыҡ телендә уны Һыуыҡ шишмә тип йөрөтәләр. Эйе, ысынлап та, йәй көндәре ҡулды сәңгетерлек һыуыҡ ул. Ә иң мөһиме: ул ҡышын туңмай.
Ҡарама ҡойоһо ла булған. Ҡарама ағасы төбөнән сығып ятҡанға шулай атағандарҙыр инде. Хәҙер был урын һаҙматҡа әйләнгән. Ә һыуы бәләкәй генә йырын булып ағып ята. Тәбиғәт үҙенә ҡыҫылғанды яратмай шул. Кешеләр ҡойоно тәрәнәйтеү маҡсаты менән төбөн ҡаҙғас, шишмәнең ер аҫтынан юлы юғалған.
Баязит яланы. Ҡарткиҫәктең көнсығыш яғында Баязит исемле ялан бар. Был яландың исеме былай башлана. Баязит исемле кеше ҡасып йөрөгән. Ул шул яланда ял итергә яратҡан. Баязит бер ҡасан да мосолмандарҙы рәнйетмәгән, халҡына зыян килтермәгән. Рустар Баязит яланына бесән эшләргә килгәндәр. Улар сымылдыҡ йәйеп ашарға ултырғас, Баязит эргәләренә килеп һөйләшеп ултыра һәм һиҙҙермәй генә сымылдыҡ ситен ат ҡойроғона бәйләп куя. Уңайлы ваҡыт еткәс, ул атына атланып сабып китә. Шулай итеп, рус халҡын төрлөсә этләгән. Был этлектәренән һуң, рустар Баязиттан үс алыу өсөн уны һағалап йөрөй. Бер ваҡыт Баязит ошо яланда ял итергә була һәм йоҡлап китә. Шунда рустар килеп, балта менән сабып үлтерә. Шул ваҡыттан башлап был яланды Баязит яланы тип йөрөтәләр.
Сибәр ҡайынлыҡ. Беҙҙең ауыл менән Куяштыр ауылы араһында бик матур күркәм ҡайын урманы бар. Уны элек ата-бабайҙар Сибәр ҡайынлыҡ тип атап йөрөткән. Сөнки унда үҫкән ҡайындар нәҙек, төҙ, матур булған. Улар сибәр һылыу ҡыҙҙарҙы хәтерләткән. Хәҙер ҡайынлыҡта ҙур-ҙур ҡайындар ғына ҡалған. Сибәр ҡайынлыҡтың эсендә бер ҡәбер бар. Уны хәҙер Изгеләр ҡәбере тип йөрөтәләр. Был урын элек бай ере булған. Уға ярлылар ялланып ер һөргән, иген сәскән. 12 йәшлек малай ҙа ошо байға ялланып Сибәр ҡайынлыҡта ат менән ер һөргән. Йәш бала ғына булғанға күрә, малай бик арыған һәм атын туҡтатып аҙ ғына ял итергә уйлаған. Ултырыуы була, ул иҙерәп йоҡлап та китә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, бай үҙ ерҙәрен, эшселәрен ҡарап ошо урынға килеп сыға һәм йоҡлап ятҡан балаға килтереп тибә. Малай шул тибеүҙән үк йән бирә. Уны ауыл кешеләре Сибәр ҡайынлыҡҡа ер ҡуйынына ҡәҙерләп күмәләр. Хәҙерге көнгә тиклем күпме һыуҙар акҡан, күпме ерҙәр һөрөлгән, ләкин Изгеләр ҡәбере һаҡланған һәм ул әле лә бар.
Киндер күле Бер матур урында күл булған. Уның тирә-яғын ағастар уратып алған, төрлө-төрлө төҫтәге сәскәләр хуш еҫ сәсеп ултырғандар. Ағас баштарында ҡоштар һайрап был матурлыҡҡа тағы ла йәм өҫтәгән. Ошо күлдән алыҫ тугел киндер баҫыуы булған, һәр йыл һайын кешеләр ул баҫыуға киндер һуғырға барғандар. Ә ял иткәндә ошо күл янына йыйылып төрлө-төрлө уйындар уйнап, күңел асып, был күлдең матурлығына һоҡланып ҡайтып киткәндәр. Шуға күрә был күлде Киндер күле тип йөрөтә башлағандар. (Барыев Мәғдән Мәснәүи улынан яҙып алынды)
Баҡый шишмәһе Элек йәшәгән, ти, беҙҙең ауылда Баҡый исемле бер кеше. Ул бик уңған һәм оҫта булған. Ул мейес сығарырға, балта эштәренә лә оҫта булған. Бер көндө ул ҡомло тауға барып ҡом ала башлаған һәм бер урынды соҡоғанда һыу ҡалҡып сыҡҡан. Һәм ошо тәмле шифалы һыуҙы маҡтай-маҡтай тирә-яҡтағы халыҡ эсә башлаған. Ошо көндән бирле был шишмәне Баҡый тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә унан кешеләр таҙа, шифалы һыу алалар. (Ғәрәева Рәлифә Әүхәҙи ҡыҙынан яҙып алынды)
Кейәүҙәр түбәһе. Бында борон егеттәр ҡыҙ күҙләргә, кейәүҙәр кәләш әйттерергә килгәндә аттарын ҡалдырыр булғандар, йә кеше күҙенә эләкмәҫ өсөн, кис еткәнен көтөп, шул түбәлә ултырғандар. Түбәнең исеме лә шунан киләлер инде.(Солтанова Нажиә Солтан ҡыҙы һөйләгән)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. 2,0 2,1 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 272, 419. — 572 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]