Ҡашмау
Ҡашмау — башҡорт халҡының милли баш кейеме. Ҡашмауҙы никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр, һәм ул ир ҡатынының баш кейеме тип иҫәпләнә[1].
Тегелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ырыуҙың ҡашмауҙары бер аҙ айырыла. Күбеһенсә ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелгән, сәйлән-мәрйендәр, аҡыҡ, көмөштән һуғылған тәңкәләр, көмбәҙҙәр һәм суҡтар менән биҙәлгән башлыҡ булараҡ билдәле. Мәрйендәренә ярашлы, ул ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл, көрән төҫтә булыуы мөмкин. Башлыҡты ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан (буҫтау, киндер) кейеҙ йә буҫтау эслек ҡуйып теккәндәр. Елкәнән арҡа буйлап биҙәкле «ҡойроҡ» — арҡалыҡ (олон) тегелгән, ул ҡатындың толомдарын ҡаплап торорға тейеш булған. Арҡалыҡҡа ла мәрйен-сәйлән баҫылған, сигеп биҙәктәр ҙә һалынған, ҡортбаш, мәрүәт төймәләр тағылған. Ҡатай ҡашмауы таҡыя кеүегерәк тегелгән, түбә өлөшөндәге тишекте таҫма менән сатрашлап беркетеп ҡуйғандар. Муйынсаҡ, мәрйендән теҙелгән арҡалығы айырым туҡымаға беркетелмәгән, ә таҡыя өлөшөнөң ситтәренә тығыҙ итеп тағылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡашмау бигерәк тә XIX быуатта Урал аръяғында, бөгөнгө Башҡортостандың көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында киң таралған булған. Ҡашмауҙы никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе. XX быуат башында уны кешелеккә, байрамдарға кейгәндәр. Күберәк хәлле ғаиләләрҙең ҡатындары кейгән. Ҡашмауҙы таҫтар, һарауыс йә яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр һәм эйәк аҫтынан үңербау, ҡаптырма менән беркетеп ҡуйғандар. Колхоздар барлыҡҡа килгәс, башҡорт ҡатындары үҙҙәренең ҡашмау-һаҡалдарын, көмөш биҙәүестәрен трактор һатып алырға биреүҙәре мәғлүм. Һаҡланып ҡалғандарының байтағын инде Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтҡа ярҙамға тапшырғандар.
Бөгөнгө көндә ҡашмауҙы фольклор коллективтарында күрергә мөмкин. Ул башҡорт милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө. Республикала Ағинәйҙәр хәрәкәте барлыҡҡа килгәс, улар милли кейемде тергеҙеү буйынса ҙур эш башланы. Хәҙер ҡашмау теккәндә, ҡыҙыл мәрйен генә түгел, аҡ ынйыны ҡулланыуҙары ла күҙәтелә.
Милли кейемдең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлектәре этнографик әҙәбиәттә ярайһы ентекле һүрәтләнгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КАШМАУ, женский головной убор
- ↑ Розалия Солтангареева. Семейно-бытовой обрядовый фольклор башкирского народа. — Жильем, 1998. — С. 86. — 241 с.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео «Орнамент». Головной убор башкирских женщин — кашмау. 2011г. с субтитрами на русском языке.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КАШМАУ, женский головной убор
- Женский головной убор — кашмау. Музей археологии и этнографии Учреждения Российской академии наук Института этнологических исследований УНЦ РАН.
- Kашмау. Башкирский народный костюм.
- Kашмау 2016 йыл 2 апрель архивланған.. Энциклопедия моды. Андреева Р., 1997.
- Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманаты