Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы (14 ноябрь 1954 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алһыу Рәхимйән ҡыҙы Ҡолдәүләтова 1954 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Ул 8 йыллыҡ белемде Тимер мәктәбендә ала. Бөрө кооператив училищеһын (1974), Башҡортостан кооператив техникумын (1976) һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1992) тамамлай[1].
- Хеҙмәт юлы
- 1972—1973 — һатыусы
- 1976 йылдан район ҡулланыусылар йәмғиәте бухгалтер, баш бухгалтер
- 1983 йылдан — «Бөрйән» совхозында экономист
- 1987 йылдан — район финанс идаралығының бухгалтер иҫәбе һәм планлаштырыу бүлеге етәксеһе, өлкән ревизор-инспектор (1992)
- 1994 йылдан — район финанс идаралығы етәксеһе, бер үк ваҡытта Бөрйән районы администрацияһы башлығы урынбаҫары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004)[2]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулдавлетова Алсу Рахимьяновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 301. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.