Эстәлеккә күсергә

Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Аҡъюл, Аҡъюл ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (79 йәш)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Одесса милли аҙыҡ технологиялары академияһы[d]

Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы (рус. Куватов Дамир Мударисович) (20 июль 1933 йыл31 октябрь 2012 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы 1933 йылдың 20 июдендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1957 йылда Одесса технологик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1957 йылда тнститутты тамамлағас Бөрө, Мәләүз, Өфө, Сибай икмәк ҡабул итеү преприятиеларында етәксе вазифаларында башлай. 1982 йылдан 1994 йылдың майына тиклем «Башкортостанхлебпродукт» производство берләшмәһендә генераль директор булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының икмәк продукттары системаһы етәксеһе Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов эшләгән осорҙа элеваторҙарҙың ҡеүәте реконструкциялана, яңы предприятиелар төҙөлә, ашлыҡ киптереү процессын камилләштырыу буйынса бик ҙур эш башҡарылуы факты асыҡланды.[1][2]

Ейәнсура районы, 205-се Иҫәнғол һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [3]

Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы 2012 йылдың 31 октябрендә Өфөлә вафат була, Өфөлә ерләнгән.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрь Революцияһы ордены, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре маҡтыулы исеме.

  1. Деловой мир Башкортостана 2020 йыл 1 октябрь архивланған.
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  4. Дамир Куватов — ученый, исследователь, парламентарий
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104