Һарытау дәүләт медицина университеты
Һарытау дәүләт медицина университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 10 июнь 1909 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Саратовский медицинский институт, Саратаўскі медыцынскі інстытут һәм медицинский факультет Саратовского государственного университета |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Электрон почта | meduniv@sgmu.ru |
Рәсми сайт |
sgmu.ru sgmu.ru/en/ |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Саратовского медицинского университета[d] |
Һарытау дәүләт медицина университеты Викимилектә |
В. И. Разумовский исемендәге Һарытау дәүләт медицина университеты — Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «В. И. Разумовский исемендәге Һарытау дәүләт медицина университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император Николай университетына 1909 йылда Император Николай II бойороғо буйынса нигеҙ һалына һәм ул берҙән-бер факультеттан — медицина факультетынан тора[3]. Университетты асыу тантанаһы 1909 йылдың 6 декабрендә үтә. Университетта анатомия, физиология, зоология, физика, химия, хирургия, ботаника кафедралары ойошторола
1909 йылдың 26 июлендә университеттың беренсе ректоры булып талантлы хирург, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар медицина белемен яҡлап сығыш яһаусы профессор В.И. Разумовский тәғәйенләнә
Медицина университетында уҡытыусылар составы бик оҫта комплектлана: күренекле медицина эшмәкәрҙәре йәлеп ителә.
Медицина факультетының беренсе курсына 1909 йылда 92 студент һәм 14 тыңлаусы ҡабул ителә. В.И.Разумовскийҙың иҫ киткес энергия арҡаһында бөтә предметтар буйынса беренсе курстың лекцияларын системалы уҡыу башлана.
1911 йылдың февралендә Һарытау университеты студенттары араһында эшселәр менән теләктәшлек забастовкаһы тоҡана. Студенттар сыуалыштары менән көрәшкә ике министрлыҡ: мәғариф һәм эске эштәр берләшә. Ҡыуылған студенттарҙы кисекмәҫтән армияға саҡырырға ҡарар ителә. Быны белеп, В. И. Разумовский бер студентты ла ҡыумай. Л.А.Кассо етәкслегендә Рәсәй империяһының Халыҡ мәғарифы министрлығы В.И.Разумовскийҙың прогрессив ҡараштарын, ныҡлы ихтыярын, принципиаллеген хупламай
1912 йылда мәғариф министры Л.А. Кассо В.И. Разумовскийҙы ректор вазифаһынан бушата. В. И. Разумовский, шул мәлгә атҡаҙанған профессор исемен ала һәм уҡытыу эшенә күсә. 1912 йылдан 1915 йылға тиклем ул оператив хирургия буйынса курс уҡый һәм һуғышҡа киткән профессор-хирургтарҙы алмаштыра. Февраль революцияһынан һуң 1917 йылда В.И. Разумовский Кавказ фронтында баш хирург итеп тәғәйенләнә. 1920 йылда Василий Иванович Һарытауға ҡайтыу мөмкинлеге ала, унда университеттың медицина факультетында дөйөм хирургия кафедраһын етәкләй.
1930 йылда медицина университеты университет составынан дауалау-профилактика, санитария-гигиена, әсәлек һәм сабыйҙарҙы һаҡлау факультеттары менён үҙ аллы медицина институты булып айырыла. 1935 йылда унда 1600 студент уҡый.
29 йыл эсендә (1960 йылдан 1989 йылға тиклем) Һарытау медицина институтын РФ Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Н.Р. Иванов етәкләй. Уның етәкселеге ваҡытында 95 доктор һәм 600-ҙән медицина фәндәре кандидаттары әҙерләнә, 32 яңы кафедра асыла. Студенттарҙың иҫәбе 4800 кешегә тиклем арта. 1976 йылда институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1988 йылда институтта стоматология факультеты асыла. Был бөтәһе лә профессор Н.Р. Ивановтың – Һарытау медицина институтының 20-се ректорының шәхси ҡаҙаныштары.
1993 йылдан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Һарытау медицина институты медицина университеты тип үҙгәртелә һәм Рәсәйҙә иң эре медицина университеттарының береһе булып тора.
1994 йылға Һарытау дәүләт медицина университеты Рәсәй Федерацияһының иң эре медицина вуздарының береһе булып тора, улар араһында рейтингта 5-6-се урынды биләй, ә донъяла медицина өлкәһендә иң яҡшы йөҙ уҡыу йорттары араһында 53-сө урында тора.
2010 йылда П.В. Глыбочко И.М.Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһын етәкләй (һуңыраҡ И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты), ә. В.М. Попков В.И. Разумовский исемендәге Һарытау дәүләт медицина университетының ректоры вазифаһына һайлана.
Уҡыу эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарытау медицина 5 000 хеҙмәткәр: 200 фән докторы, 600 фән кандидаты, шуларҙың 230-ы Рәсәй ведомствоһының түш билдәһе менән бүләкләнгән, 60 хеҙмәткәр Рәсәй Федерацияһының почетлы исеменә лайыҡ булған
Университетта 7 меңдән ашыу студент, шул иҫәптән 50 яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу сит ил гражданы уҡый.
Дауалау эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медицина университетының клиник базаһы махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итә.Университеттың клиник үҙәге 1800 койка тәшкил итә, уның составында:
- Күп профилле клиник дауаханаһы
- Күҙ ауырыуҙары клиникаһы (12 вольская урамы),
- Венерик һәм тире ауырыуҙары клиникаһы
- Профессор В.Я Шустов исемендәге профпатология һәм гемотология клиникаһы.
- Травматология, нейрохирургия һәм ортопедия ғилми-тикшеренеү институты
Йыл һайын 56 субъекттан 60 меңдән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән 20 мең балаларға юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә, 30 меңдән ашыу операция үткәрелә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылда университеттың 400 хеҙмәткәре фәнни-ғәмәли сараларҙа ҡатнаша, 746 доклад тәҡдим итә. Инглиз телле журналдар тәүге уңышлы университет булдырыу буйынса эш алып бара – "medical Saratov journal". 2019 йылда университетта нейрофизиология өлкәһендә алдынғы проекттар комплексын тормошҡа ашырыу менән бәйле фәнни эштә яңы йүнәлеш булдырыла. Эштәр Рәсәйҙең һәм халыҡ-ара фәнни үҙәктәр менән хеҙмәттәшлектә алып барыла. Уларҙың бер өлөшө Ҡытай тәбиғи фәндәр Дәүләт фонды һәм Пекин, Сиан, Харбин ҡалаларында урынлашҡан
Структураһы[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауалау
- Клиник психология
- Педиатрия
- Фармацевтика
- Стоматология
- Медик-профилактик
- Сит ил уҡыусылары менән эшләү деканат
Институт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сестра белеме биреү институты
- Өҫтәмә профессиональ белем биреү һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү институты
- Фундаменталь һәм клиник уронефрология ғилми-тикшеренеү институты
- Кардиология ғилми-тикшеренеү институты
- Һарытау хәрби-медицина институты
Үҙәге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медицина ғилми-инновацион белем биреү үҙәге
- Мультипрофилле аккредитационный- симуляция үҙәге
- Вузға тиклемге белем биреү үҙәге
- Медицина колледжы
Рейтингтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы университетты Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздары исемлегенә индерә, уға «Е» класы рейтингы бирелә[5]
- Рәсәй RAEX-100 яҡшы вуздары рейтингында: 2020 йылда иң яҡшы 100 юғары уҡыу йортона инә. 100 университеттан барлығы 14 медицина вузы рейтингҡа инә
- TOP IN RUSSIA by UNIVERSITIES Ranking University 2020 Web: илдең 37 медицина вуздары араһында 18-се урын
- 2020 Интерфакс милли рейтинг: илдең 337 юғары уҡыу йорттарынан 131с-се
- Донъя университеттары рейтингы системаһы Webometrics (йәки Ranking Web) 2020: 188 урында «РФ иң кәрәкле юғары уҡыу йорто-2019»: 50 медицина юғары уҡыу йортонан 27 урынды биләй
- Донъя рейтинг агентлығы ««Академический стандарт» Academic Ranking of World Universities-European Standard ARES-2019: РФ-ның 198 университетынан 77-се урында
- Йыл һайын, 2018 йылдан башлап, университетҡа инә башлау менән Forbes журналы версияһы буйынса Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына инә. 2018 йылда 78-се, 2019 йылда 50-се урын
- Һарытау хәрби-медицина институты
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Книга "Сохраняя традиции" 2019 | Саратовский ГМУ имени В.И. Разумовского | ВКонтакте . Дата обращения: 17 сентябрь 2020.
- ↑ Саратовский Государственный Медицинский Университет // Общая информация // Структура . Дата обращения: 17 сентябрь 2020. 2020 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.