Эстәлеккә күсергә

Әбү Дауыт cүнәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. سنن أبي داود
Стоит ли доверять источнику не известно
Стоит ли доверять источнику не известно
Әбү Дауыт Сүнәне
Автор(ҙар) Әбү Дауыт
Яҙыу ваҡыты VIII быуат
Оригиналь теле ғәрәпсә
Һүрәтләндерә исламдың иртә тарихы
Темаһы биография
Жанры тарихи хроника
Күләме 5274 хәҙис
Эстәлеге Мөхәммәт пәйғәмбәртормошонан эпизодтар
Персонаждар Мөхәммәт пәйғәмбәр, сәхәбәләр, хаҡ хәлифәләр, Пәйғәмбәр ҡатындары һ.б..
Тәүсығанаҡ замандаштары телдән тапшырған
Иҫбатлана Ҡөрьән,Сәхих әл-Бохари, Сәхих Мөслим,
Төп нөсхә неизвестен
Текст произведения в Викитеке

Әбү Дауыт Сүнәне (Сунан Аби Дауд; ғәр. سنن أبي داود‎; рус. Суна́н Абу́ Дау́да) — Әбү Дауыт йыйған алты төп хәҙистәр йыйынтығының (Күтүб әс-ситтә) иң бәләкәйе[1][2][3]. Әбү Дауыт йыйынтығы әл-Бохари һәм Мөслим имамдар йыйынтығынан һуң өсөнсө урынды биләй.

«Сунән» — имам Әбү Дауыттың тәүге әҫәрҙәренең береһе. 20 йыл дауамында ул ғәрәп хәлифәтенең төрлө мөйөштәрендә хәҙистәр йыя һәм һижри 241 йылда яҙып бөтөрә. Әбү Дауыт 500 мең хәҙис йыйған, шуларҙың 5 274-е генә йыйынтыҡҡа индерелгән. Дауыт ғүмере буйына йыйынтығына бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайта һәм ҙур булмаған үҙгәрештәр индерә[4].

Әбү Дауыт сүнәнендә башҡа оҡшаш йыйынтыҡтарҙа осрамаған хәҙистәр йыйылған[5]. Ул шәриғәт нормаларын үҙ эсенә алған тәүге хәҙистәр йыйынтығы тип иҫәпләнә, ә был китаптың бүлектәре фиҡһтың төрлө бүлектәренә тап килә: «Инаныс», «Тәһәрәт», «Намаҙ», «Зәкәт» һәм башҡалар. Мәккә халҡына мөрәжәғәтнамәһендә имам Әбү Дауыт былай ти: «„Сүнән“ йыйынтығына шәриғәт ҡанундарынан торған хәҙистәрҙе генә индерҙем, һәм донъя рәхәтлектәрен (зуһд), төрлө эштәрҙең яҡшылыҡтарын ҡулланыуҙа сама белеү тураһында хәҙистәрҙе индермәнем…»[4].

Әбү Дауыт үҙенең китабын 18 өлөшкә бүлә, уларҙың бер өлөшөн хәҙистәр, беренсе тапшырыусыһы күрһәтелмәгән хәҙистәр (мөрсәл) тәшкил итә. Һуңғараҡ йыйынтыҡтағы хәҙистәрҙе тапшырыусылар уны башҡаса бүлә. Мәҫәлән, Әл-Хатиб әл-Бағдади йыйынтыҡты 32 өлөшкә бүлә[4].

Тәүге «Әбү Дауыт Сүнәне» хәҙистәр йыйынтығы Делиҙа (Һиндостан), һижри 1271 йылда нәшер ителә[4].

  1. Ignác Goldziher, Muslim Studies, vol. 2, pg. 240. Halle, 1889—1890. ISBN 0-202-30778-6
  2. Scott C. Lucas, Constructive Critics, Ḥadīth Literature, and the Articulation of Sunnī Islam, pg. 106. Leiden: Brill Publishers, 2004.
  3. Ibn Khallikan’s Biographical Dictionary, translated by William McGuckin de Slane. Paris: Oriental Translation Fund of Great Britain and Ireland. Sold by Institut de France and Royal Library of Belgium. Vol. 3, pg. 5.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Абу Дауд — хадисовед, достигший уровня иджтихада(недоступная ссылка) muslimpress.ru
  5. Various Issues About Hadiths. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2012 года.
  • Али-заде, А. А. Абу Давуд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Abū Dāʾūd al-Sid̲j̲istānī / Robson, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)