Әзербайжанда нефть сәнәғәте
Нефть сәнәғәте — Әзербайжан иҡтисадының төп өлкәһе. Әзербайжан- донъяла нефть сәнәғәтенә башланғыс һалған төбәк.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжанда нефть сығанаҡтары борондан билдәле.
Урта быуаттарҙа нефть тарихи Ширван ерендә, бигерәк тә Апшерон ярымутрауында күпләп табыла. X—XIII быуаттарҙа Балаханы ауылында «еңел нефть», Сураханда — «ауыр нефть» табыла. Беҙҙең эраның башында уҡ бындағы халыҡ нефть таҙартыу тураһында хәбәрҙар була. XIII быуатта географ Ибн Бекран Баҡыла нефтте насар еҫенән ҡотолоу, уны дауаланғанда ҡулланыу өсөн таҙарталар тип яҙа[1].
1264 йылда Баҡынан Персияға китеп барған итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло урындағы халыҡтың ер майын сығарыуын күрә. Каспий диңгеҙе яры буйлап хәҙерге Әзербайжан ерендә нефтте нисек йыйғандарын күрә. Марко Поло бында нефть тултырылған быуаларға йөҙ карап ебәреп булыр ине тип яҙа,[2]. Ул нефтте өйҙәрҙе яҡтыртыр өсөн һәм тире сирҙәрен дауалау өсөн ҡулланалар тип әйтә[1].
Марко Поло тауҙарҙан урғылып сыҡҡан ут тураһында ла яҙа (ер аҫтынан сыҡҡан газ кислород менән ҡушылып яна башлай). Был күренеш менән утҡа табыныусылар дине бәйле. Сураханы ауылы янында XVIII быуат аҙағындағы Атешгях (Ут урыны) индустар ҡорамы һаҡланып ҡалған, бында газ боронғо замандарҙан алып сыға[2].
Ғәрәп географы Абд ар-Рәшид әл-Бакуви[3] (XIV—XV быуаттар) Бакынан көнөнә 200 -ҙән артыҡ нефть төйәлгән дөйә сығып китә тип яҙа. Һәр бер дөйә 300 кг нефть күтәрә[1]. Хамдаллах Казвини (XIV быуат) нефте йыйып алыр өсөн ҡойоларға һыу тултыралар, шунан уны тюлень тиреһенән эшләнгән сумкалар менән йыйып алалар тип яҙа. Мөхәммәд Мүмин әйтеүенсә, (1669 ) бындай сумкаларҙы нефть ташыу өсөн дә ҡулланғандар[1].
1572 йылда Баҡыла булып киткән инглиз Джефри Декет ерҙән сығып ятҡан майҙы кешеләр өйҙәрен яҡтыртыу өсөн ҡулланыуы, уны «нафт» тип атауҙары тураһында яҙа.
1601 йылда Иран тарихсыһы Амин Ахмад ар-Рази Баҡы янындағы 500ҡойонан нефть сығарыла тип яҙа. Быны XVII быуаттағы төрөк тарихсыһы [Катиб Челеби ҙа раҫлай. XVII быуатта немец сәйәхәтсеһе Лерх Апшерон ярымутрауында 350—400 нефть ҡойоһо бар ти. Ул Балаханы ауылындағы ҡойонан көнөнә өс мең килограмм нефть табыла тип яҙып ҡалдырған[1].
Инглиз миссионеры Отец Уиллот, Ширван да 1689 йылда булып киткәндән һуң, Сәфәүи династияһы шаһтары Баҡы нефтен һатыуҙан 7 мең туман, йәки 420 мең француз ливры табыш ала ти[1].
1639 йылда немец ғалимы һәм сәйәхәтсеһе Адам Олеарий (Oleum Petroleum) Баҡы янындағы ҡойоларҙан нефть сығарыуҙы тасуирлап ҡалдырған.
XIX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1803 йылда Баҡы сауҙагәре Касымбек диңгеҙҙә ике ҡойо эшләтә, Биби-Эйбатттан улар 18 һәм 30 м алыҫлыҡта була, һыуҙан уларҙы шыплап ҡағылған таҡталарҙан эшләнгән бура һаҡлай .
Рәсәй империяһына ингәс, (1806 ) нефть промыслалары Рәсәй ҡулына күсә. Ҡара нефтте мөгәрәптәрҙә, ағын — таш һарайҙарҙа ергә күмеп ҡуйылған ҙур көршәктәрҙә һаҡлағандар[4].
1808 йылдан Баҡы һәм Ширван нефть промыслалары ике йөҙ мең түләгән ниндәйҙер бер әрмән сауҙәгәренә нефть сығарыу өсөн биреп ҡуйылған.
1830 йылда 1594 йылда ҡаҙылған 116 ҡойонан 710—720 баррель нефть сығарыла. 1834 −1838 йылдарҙа Баҡылағы промыслала тау инженеры Николай Иванович Воскобойников директор була, ул бер ни тиклем үҙгәрештәр индерә, Баҡы менән Балахандағы ҡойолар мөгәрәптәр менән таш каналдар менән тоташтырыла. Кранлы резервуарҙар аша нефть ағыҙып алырлыҡ итеп эшләнә. 1837 −1839 г йылдарҙа бында Воскобойников чертеждары буйынса төҙөлгән нефть ҡыуҙырыу заводы эшләй[4].
1846 йылда В. Н. Семенов тәҡдиме буйынса Биби-Эйбат ятҡылығында Баҡы промыслаһы директоры Алекссев етәкселегендә донъялағы беренсе скважина быраулана(тәрәнлеге 21 м)[5] 1848 йылдың 14 июлендә скважинанан ағас штангалар ҡулланып нефть алына[2][6].
1857 йылда В. А. Кокорев һәм П. И. Губонин Баҡы янындағы Сураханда тәүге нефть ҡыуҙырыу заводын төҙөтә. Завод тәбиғи газ ятҡылығында эшләй[7]. 1859 йылда Сураханда майҙан яҡтыртыу өсөн материал алыу өсөн завод төҙөлә.Затем этот материал был получен и из балаханской нефти. 1861 йылда Балаханда сығарыла башлаған фотонафтиль (яҡтыртыу майы) Рәсәй баҙарында Америка керосинына көнәркәш була.
1863йылда инженер Жавад Меликов Баҡыла һыуытҡыс ҡулланып, торбалы нефть ҡыуҙырыу ҡоролмаһын эшләй (завод), бер нисә йылдан һуң ул ошо тәжрибәһен ҡулланып Грозныйҙа нефть ҡыуҙырыу заводын төҙөй.
1863 йылда эшҡыуар В. А. Кокорев саҡырыуы буйынса Баҡы нефть ҡыуҙырыу заводына (Сурахан) химик Дмитрий Иванович Менделеев килә һәм бер аҙ ваҡыт бында консультант булып эшләй. Бер туҡтауһыҙ нефть ҡыуыу, нефть резервуарҙарын булдырыу, нефть ташыусы караптар төҙөү, нефть торбаларын эшләү идеяларын Менделеев тап шунда алға һөрә башлай.
Тәүге нефть ығы-зығыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Откуп бөтөрөлгәс, күп кенә ерҙәр асыҡ алыш-биреш (торг) үткәрелгәндән һуң промышленниктар ҡулына күсә (тәүгеһе 1872 йылда үтә). 1876 йылда 101 скважина була.
1873 йылда Әстерхан саҡҙагәре Н. И. Артемьев Баҡынан Әстерханға цистерналар менән диңгеҙ карабында тәүге тапҡыр нефть алып бара. 1874 йылда «Бакинское нефтяное общество» йәмғиәте төҙөлә (ойоштороусылары промышленниктар Пётр Губонин һәм Василий Кокорев).
1870 йылдарҙа В. Г. Шухов нефтте скважинанан компрессия ысулы менән сығарыуҙы тәҡдим итә, уны Баҡыла 1897 ҡуллана башлайҙар. Шухов проекты буйынса 1878 йылда Рәсәйҙә тәүге нефть үткәргесе төҙөлә (Балахан промыслаларынан Л.Нобелдең Ҡара ҡалаһына тиклем (Баҡы). Алыҫлығы- 10 км, а диаметры — 76 мм була .
XIX аҙағында Биби-Эйбаттә диңгеҙҙә быраулау башлана[2].
XX быуат башында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1901 йылға Баҡы нефть промыслалары 11,4 млн т нефть(йәғни Рәсәйҙәге нефтең 90 % , донъялағы- 50 %) бирә[8]. XX быуат башында Баҡыла 167 нефть предприятиеһы була, уларҙың 55 әрмән, 49 — әзербайжан, 21 — рус, 17 — йәһүд, 6 — грузин эшҡыуарҙары һәм 19 — сит ил компаниялары ҡулында була.Эре предприятиелар әрмән һәм рус эшҡыуарҙары ҡулында була[9].
Әзербайжан ССР-ында ерле халыҡты етәксе урындарға тәғәйенләү сәйәсәте алып барыла, тик әзербайжандарҙың белеем кимәле түбән булыу был эште тотҡарлай. 1920 йылда әзербайжандарҙың 1% ғына уҡымышлы була, уларҙың 14 % юғары белемле була. 1929-1930 йылдарҙа Әзербайжан дәүләт фәнни-тикшеренеү институтында аспиранттарҙың 62% әзербайжандар тәшкил итә.30-сы йылдар аҙағында Әзербайжанда күп һанлы техник интеллигенция була һәм улар араһынан бихисап етәкселәр, ғалим-нефтселәр сыға. 1935 йылда әзербайжандар Баҡы нефть сәнәғәтенедә эшселәрҙең 19,3% тәшкил итә, иран хеҙмәткәҙәре һәм эшселәре дәүмәле 20,4% -тан (1922 йыл ) 15,0% (1929 йыл) һәм. 3,1%-ҡа ( 1935 йыл) тиклем кәмей[10]
Башҡортостанда нефть сәнәғәтен булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920-се йылдар аҙағында Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарын эҙләү әүҙем бара. Үҙәктән һәм Әзербайжандан күп кенә белгестәр, нефтсе эшселәр килә. 1932 йылда Ишембай ауылы янында 702-cе скважина беренсе Башҡортостан нефтен бирә. 1930-сы йылдар аҙағына Башнефть илдә нефть сығарыу буйынса өсөнсө урында бара, дүртенсе урында- Майкопнефть була. Ишембай нефть ятҡылығын «Икенсе Баҡы» тип йөрөтә башлайҙар. 1932 йылда Стәрлетамаҡта нефть техникумы асыла, 1940 йылда ул ҡала статусын алған Ишембайға күсерелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Мәскәүҙән И. М. Губкин исемендәге нефть институты һәм Әзербайжан ситтән тороп уҡыу нефть институты (Баҡы) Өфөгә күсерелә, шулай итеп, Өфө нефть институтына (хәҙерге Өфө нефть техник университеты) нигеҙ һалына.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Dr. Farid Alakbarov. Baku: City that Oil Built 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 The Oil Industry of Medieval Persia (Azerbaijan and Baku). San Joaquin Geological Society 2013 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Michael Dumper,Bruce E. Stanley. Cities of the Middle East and North Africa: a historical encyclopedia, p 64:
«The Arab geographer Abd ar-Rashid al- Bakuvi (fifteenth century) commented on how the walls of Baku were washed by the waves of the sea, how the city depended on imports of wheat from nearby cities, and how the walls were strenghtened by two fortified castles of stone.»
- ↑ 4,0 4,1 Анатолий Трошин. На пути к большой нефти. Журнал «Нефть России». № 2, Февраль 2000 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Корпоративный музей ОАО «НК Роснефть». 1846 год(недоступная ссылка)
- ↑ Корпоративный музей ОАО «НК Роснефть». 1848 год(недоступная ссылка)
- ↑ Корпоративный музей ОАО «НК Роснефть». 1857 год(недоступная ссылка)
- ↑ Кавказский календарь на 1915 г. Отдел статистический. Тифлис, 1914, с.355
- ↑ The Baku Oil and Local Communities: A History. (edited by Leila Alieva) Baku, Qanun, 2009, 276 p. // стр. 125—126
- ↑ Журнал "Нефть России", №1, 2005. "Национальная политика довоенного СССР в основных нефтедобывающих районах". Александр Иголкин, доктор исторических наук, профессор, член-корреспондент РАЕН, ведущий научный сотрудник Института российской истории РАН
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефтепром РА Викимилектә |
- Пажитнов К. А. Очерки по истории бакинской нефтедобывающей промышленности. — М.—Л., 1940
- Гулишамбаров С. Современное состояние фотогенного производства Бакинского района. — Баку, 1879
- Бахметев А. Нефтепровод от Баку до Поти и Батуми. — СПб., 1882
- Ахундов Б. Ю. Монополистический капитал в дореволюционной бакинской нефтяной промышленности. — М., 1959
- Исмаилов М. А. Промышленность Баку в начале XX века. — Баку, 1976
- Сумбатзаде А. С. Промышленность Азербайджана в XIX в. — Баку, 1964
- Монополистический капитал в нефтяной промышленности России. 1883—1914. Документы и материалы. — М.—Л., 1961
- Вышетравский С. А. Нефтяное хозяйство России за последнее десятилетие. — М., 1920
- Эвентов Л. Иностранный капитал в нефтяной промышленности России (1874—1917 гг.). — М.-Л., 1925
- Монополистический капитал в нефтяной промышленности России. 1914—1917. Документы и материалы. — Л., 1973
- Лисичкин С. М. Очерки по истории развития отечественной нефтяной промышленности. — М., 1954
- 30 лет деятельности Товарищества нефтяного производства Братьев Нобель 1879—1909. — СПб., 1910
- Мир-Бабаев М. Ф. Краткая история азербайджанской нефти. — Баку, Азернешр, 2007.
- Mir-Babayev M.F. The role of Azerbaijan in the World’s oil industry — «Oil-Industry History» (USA), 2011, v. 12, no. 1, p. 109—123.
- * Дэниел Ергин. В поисках энергии: Ресурсные войны, новые технологии и будущее энергетики = Daniel Yergin "The Quest: Energy, Security, and the Remaking of the Modern World". — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 720 p. — ISBN 978-5-9614-4379-0.