Әлмөхәдтәр
Әлмөхәдтәр | |
Нигеҙләү датаһы | 1121 |
---|---|
Әүҙемлек урыны | Андалусия[d][1] һәм Пиреней ярымутрауы[1] |
Идара ителеүсе ойошма | Әлмөхәдтәр[d] |
Дәүләт | Әлмөхәдтәр[d] |
Алдағы | Әл-Мурабиттар |
Әлмөхәдтәр Викимилектә |
Әлмөхәдтәр (ғәр. الموحدون al-Muwahhidūn, әл-Мүәһһидүн, һүҙмә-һүҙ «бер аллаға табыныусылар»; исп. almohades) — Төньяҡ Африкала һәм Ислам Испанияһында (1121—1269) династия һәм дәүләт. Әл-Мурабиттар дәүләте менән көрәш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Дәүләт территорияһы Әбд әл-Мөмин (1161) осоронда иң ныҡ киңәйә. Реконкиста (нигеҙҙә, испандар һәм португалдар мавр әмирлектәре биләгән ерҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙылған кире тартып алыу процесы) һөҙөмтәһендә тарҡала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлмөхәдтәр — дини хәрәкәт, ә һуңыраҡ 1121—1269 йылдарҙа Мәғриб берберҙарының династияһы һәм дәүләте. Хәрәкәттең нигеҙ һалыусыһы Мөхәммәт ибн Түмәрт иһә әл-Мурабиттарҙың дини инаныстарына ҡаршы сыға, әммә шул уҡ ваҡытта Аллаһы тәғәләнең берлеге йәһәтенән ҡәтғи талаптар ҡуя — фекерҙә булыуын талап итә; уның эйәрсәндәренә әл-мүәһһидүн («бер Аллаһлылар» (исп. Almohades) ҡушаматы шунан килеп сыға ла.
Ул әл-Мурабиттарға һуғыш иғлан итә (1121), ә уның вариҫы Әбд әл-Мөмин, хәлифә титулы (1130) ҡабул итеп, 1146 йылда Марракешты яулай һәм әл-Мурабиттарҙың хакимлығын тартып ала.
Яулап алыу яуҙары һөҙөмтәһендә (1151-53 һәм 1159-60) әлмөхәдтәр бөтә Мәғриб менән Андалусты буйһондора һәм яр буйы ҡалаларынанан норманндарҙы ҡыуып сығара.
Шул уҡ ваҡытта, Мәғрибтең көнбайыш өлөшөн ғәрәпләштереү тиҙләшә. Артабан һалымдар менән талау һәм феодаллаштырылған элита тарафынан дини эҙәрлекләүҙәр баш күтәреүҙәргә килтерә һәм улар ҡот осҡос баҫтырыла.
1195 йылда Әлмөхәдтәр Аларкоста Кастилия баш күтәреүселәрен еңә, ләкин 1212 йылда улар үҙҙәре Лас-Навас-де-Толосала Кастилия, Арагон һәм Наварраның берләшкән ғәскәренән еңеләләр.
1248 йылға Гранада әмирлегенән башҡа бөтә биләмәләрен тиерлек юғалталар. Шул уҡ осорҙа улар Мәғрибтә лә юғалтыуҙар кисерә: уларҙың дәүләтселегенән Тунис (1229) һәм Тлемсена (хәҙерге Алжир территорияһы, 1235) хакимдары династиялары айырылып сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә әлмөхәдтәр бәнү-мерин бербер ҡәбиләһенә хәрби-сәйәси позицияларын бирергә мәжбүр була, улар 1269 йылда Марракешты яулап алып, Әлмөхәдтәрҙең хакимлығын юҡҡа сығара.
Әлмөхәдтәр династияһы хәлифәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абд аль-Мумин 1130—1163
- Абу Якуб Юсуф 1163—1184
- Яҡуп әл-Мансур1184—1199
- Мухаммед ан-Насир 1199—1213
- Абу Якуб Юсуф II 1213—1224
- Абдул-Вахид I 1224
- Абдалла аль-Адил 1224—1227
- Абу Закария аль-Мутасим 1227—1235
- Абу Ала аль-Мамун 1227—1232
- Абд аль-Вахид ар-Рашид 1232—1242
- Али Абуль-Хасан ас-Саид 1242—1248
- Умар аль-Мустафик 1248—1266
- Абу Дабус 1266—1269
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Almohádové (rod) // Чешская национальная авторитетная база данных
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альмохадтар идаралығы испанияла "Руниверс"сайтында
- Грюнебаум Г. Э.фон. Классик ислам. Тарих очеркы (600—1258)
- Рыжов К. В. Альмохады // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
- Гумилев Л. III бүлек. X—XIII Быуаттарҙа Азия Һәм Төньяҡ Африка. Мәғриб IX—XI быуаттарҙа. Альморавидтар Һәм Альмохадтар. // Көнсығыш тарихы (урта быуаттарҙа Көнсығыш)
- Анонимные авторы. Испанские средневековые хроники: Хроника Карденьи I. Хроника Карденьи II. Анналы Толедо I. Анналы Толедо II. Анналы Толедо III. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (24 август 2011). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 4 декабрь 2012 года.
- Рыжов К. В. Альмохады // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.