Әминев Марат Мөхәмәт улы
Әминев Марат Мөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1967 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Бер туғандары | Әминев Әмир Мөхәмәт улы |
Туған тел | башҡортса |
Һөнәр төрө | прозаик, журналист, сатирик |
Эш урыны |
издательство[d] Республика Башкортостан |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй яҙыусылар союзы[d] һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы |
Әминев Марат Мөхәмәт улы (24 октябрь 1967 йыл) — журналист, прозаик-сатирик. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Мөхәмәт улы Әминев 1967 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылында тыуған. Башҡорт яҙыусыһы Әминев Әмир Мөхәмәт улының ҡустыһы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Табын» район гәзитендә башлай, артабан «Башҡортостан» гәзите, «Ағиҙел», «Һәнәк» (яуаплы сәркәтибе), «Ауыл биҙәктәре» журналдары кеүек республиканың киң мәғлүмәт сараларында дауам итә. Рәсәй Федерацияһының социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһендә матбуғат бүлеген етәкләй. Әлеге көндә «Республика Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт юлын дауам итә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, өс проза китабы авторы[1].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул бик күп юмористик хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Уның скетчтары, юмористик хикәйәләре, төрлө постановкалары Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә билдәле артистар башҡарыуында ла, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттарында ла яңғырай. Уның ижадына образлы осҡонло тел, нескә юмор, әҫәрҙең үҙенең минималь формаһында мөмкин тиклем фекерен белдерә белеү хас. Марат Әминев балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәрән фәлсәфәле хикәйәләр авторы. Сит ил үҫмерҙәр һәм балалар әҫәрҙәрен руссанан башҡортсаға тәржемә итеүсе булараҡ та билдәле. Роберт Стивенсондың «Хазиналар утрауы», Вальтер Скоттың «Айвенго» һәм башҡа күп хеҙмәт талап иткән тәржемәләрҙең авторы. Әҫәрҙәре үҫеп килеүсе быуында донъяға ҡараш тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай[2].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марат Әминев. «Фатиха». — Өфө: «Китап», 2017 й. — С. 215..
«Фатиха» тип аталған был китапҡа авторҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм иң шәп юморескалары тупланған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Ватандаш» журналы Марат Әминев
- ↑ Министр культуры поздравила с юбилеем Марата Аминева(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2022)