Баннов Геннадий Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баннов Геннадий Ефимович
Тыуған көнө

28 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Төмән ҡалаһы

Вафат булған көнө

16 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Яҙыусы, һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, спортсы-боксер

Наградалары һәм премиялары

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы, Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фондының маҡтаулы дипломы, К. Д. Ушинский миҙалы

Баннов Геннадий Ефимович (28 декабрь 1928 йыл — 16 апрель 2017 йыл) — педагогш, яҙыусы, спортсы, республикала боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1962—1989 йылдарҙа Өфөләге 118-се урта һөнәри-техник училище директоры. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәи‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Ефимович Баннов 1928 йылдың 28 декабрендә Төмән ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда Новосибирск тимер юл училищеһына уҡырға инә, бер йылдан һуң уҡыуын дауам итергә Өфө тимер юл техникумына күсерелә. Уны уңышлы тамамлағас, йүнәтмә менән Сахалин өлкәһенең Александровск ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Аҙаҡтан Южно-Сахалинск ҡалаһында Хеҙмәт резервтарының өлкә идаралығында инспектор, һуңынан идаралыҡ совет рәйесенең урынбаҫары була.

1953 йылдан Геннадий Баннов Өфөлә йәшәй. Башта Хеҙмәт резервтары системаһында, шунан йылғасылар, аҙаҡтан полиграфистарҙың һөнәрселек училищеләрендә эшләй, 26-сы урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1962 йылдан 1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы 118-се урта һөнәрселек техник училищеһында директор була. Ситтән тороп уҡытыусылар институтын һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Мәғариф һәм һөнәри белем биреү өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнгән.

Әҙип 2017 йылдың 16 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Баннов йәш сағынан спортҡа ныҡлап ылыға. Башҡортостан Республикаһы Бокс федерацияһының рәсми сайтындағы мәғлүмәттә «Бөйөк Ватан һуғышынан һуң үткәрелгән БАССР-ҙың беренсе чемпионатында ҙур уңышҡа өлгәшеүселәр» араһында уның да исеме бар. Артабан да төп эше менән бер рәттән бокс менән әүҙем шөғөлләнә, Сахалин өлкәһенең һәм Башҡортостандың чемпионы була. Cпорттың был төрөн таратыуҙа, пропагандалауҙа һәм артабан үҫтереүҙә турана-тура ҡатнаша, шуға ла хаҡлы рәүештә республикала боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып һанала.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Баннов уҙған ХХ быуаттың илленсе йылдары аҙағында әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 1957 йылдан уның публицистик мәҡәләләре, очерктары һәм хикәйәләре гәзит-журналдарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа даими баҫылып килә. Ул башлыса үҙе яҡшы бөлгән мөхит — һөнәри училищеләрҙә уҡыусылар, эшсе йәштәр һәм спортсылар тураһында яҙа. Журналистиканы нәфис әҙәбиәт өҫтөндә эшләү менән тығыҙ бәйләп алып барырға көндәлек тырышлығын һала. Артабанғы бер нисә тиҫтә йыл арауығанда сыҡҡан унға яҡын проза китабында ул Бөйөк Ватан һуғышы елдәре ҡағылған быуын вәкилдәренең яҙмышын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй, үҙ геройҙарының эске донъяһын һәм уй-кисерештәрен асып биреүҙә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана.

Әҙиптең «Под сенью черемухи» исемле рус телендәге беренсе хикәйәләр йыйынтығы Башҡортостан китап нәшриәтендә 1970 йылда донъя күрә. «Ребята из девятнадцатой» тип аталған повесы 1973 йылда баҫыла, һәм автор уның өсөн Башҡортостан комсомолы премияһын ала.

1974 йылда Геннадий Баннов СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

1980 йылда Өфөлә сыҡҡан «Звезды на росстани» повесы тағы бер әҫәре менән бергә 1985 йылда Мәскәүҙең «Современник» нәшриәтендә яңынан нәшер ителә һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының, СССР Яҙыусылар союзының һәм СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитетының берлектәге Бөтә союз премияһына лайыҡ була.

1996 йылда әҙиптең «Виктория» романын «Китап» нәшриәте донъяға сығарҙы.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

рус телендә:

  • Под сенью черемухи: Рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970. — 128 с.
  • Ребята из девятнадцатой: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 214 с.
  • Звезды на росстани: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 208 с.
  • Звезды на росстани: Повести. — М.: Современник, 1985. — 238 с.
  • Висячий камень: Повести, рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — 320 с.
  • Эстафета: Повести. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 336 с.
  • Виктория: Роман. — Уфа: Китап, 1996. — 254 с.
  • Отзовется вдали колокольцами: Повести. — Уфа: Китап, 2004. — 516 с.
  • За огнями маяков: Повесть. — Уфа: Китап, 2009.
  • Висячий камень: Повести. — Уфа: Китап, 2013.

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алим Фаизов. Не стало одного из старейших писателей Башкирии Геннадия Баннова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 17 апрель[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Не стало одного из старейших писателей Башкирии Геннадия Баннова. , 2017, 17 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2017)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]