Борханкүл (күл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борханкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Троицк районы (Силәбе өлкәһе)
Карта

Борханкүл - рус. Бурхакуль, Бурхалкүль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борханкүл Троицк районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Уй һәм Мейәс йылғалары араһында, Борханкүл ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан[1]. Был ауыл атамаһын ошо күлдән алған.

Урынлашҡан еренең ландшафты — урманлы дала.

Рельефы — тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены)

Координаттары: 54°21'5"N 62°8'20"E

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса күл Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыМейәс йылғаһы Силәбе ҡалаһынан алып йылғаның тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010501011111200014758
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211201475
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы башҡорт халҡының ир-ат килеп сыҡҡан: Бурхалкуль, озеро, деревня, Троицкий район.От распространенного у башкир и татар арабского мужского имени Бурхан, в значении «истинный выразитель веры».[3][4].

Күл атамаһы, шулай уҡ монголдарҙа ла таралған Борхан тигән исемдән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал. "Башҡорт исемдәре" белешмә китабында Борхан исеменә ике аңлатма бирелә:

  • Борхан (монг.) - бот, тораташ;илаһ, әүлиә
  • Борхан (ғәр.) - дәлил, хәҡиҡәт,дөрөҫлөктө иҫбатлаусы (ғәр. برهان‎. Ғәрәпсә "Бурһан" тип уҡыла[5].

Гидроним, тимәк, Борхан (Борһан)+күл тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Озеро Бурханкуль
  2. Озеро Бурханкуль
  3. Шувалов Н.И. Бурханкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 33-сө бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фонотов М. Голубые зеркала каменного пояса. — Челябинск: Взгляд, 2003. — 253 с. — ISBN 5-93946-057-7.
  • Весновский В. Иллюстрированный путеводитель по Уралу. — 1-е изд. — Екатеринбург: Типография "Уральской жизни", 1904. — С. 381. — 442 с.
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 33-сө бит
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]