Зәҡәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр


Зәҡәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға – зәҡәт бирергә тейеш.

Зәҡәт бирелә торған мөлкәт[үҙгәртергә]

  • Зәҡәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
  • Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәҡәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәҡәт бирелмәй;
  • Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәҡәт биреү фарыз;
  • Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәҡәт биреү фарыз;
  • Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
  • Зәҡәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәҡәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәҡәт бирелмәй;
  • Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәҡәт бирелә.

Мөлкәттең зәҡәт өлөшө[үҙгәртергә]

  • Бер төр мөлкәттән зәҡәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәҡәт бирелмәй;
  • Зәҡәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
алтын – 20 мыҫҡал;
көмөш – 140 мыҫҡал;
ҡуй, һарыҡ, кәзә – 40 баш;
һыйыр – 30 баш;
ат – 2 баш;
һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.
  • Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәҡәт итеп бирелергә тейеш.

Яҙылып бөтмәгән

Зәҡәт бирелә торған кешеләр[үҙгәртергә]

Яҙылып бөтмәгән

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.