Ислам үҫеш банкыһы
Ислам үҫеш банкыһы | |
Тармаҡ | финансовые услуги[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1975 һәм 1973[1] |
Рәсми атамаһы | البنك الإسلامي للتنمية[2] |
Ҡыҫҡаса атамаһы | BID |
Әүҙемлек урыны | Джиддә |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы |
В партнёрстве с | Международный фонд сельскохозяйственного развития[d][3] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Джиддә, Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны |
Хеҙмәткәрҙәр | 932 кеше |
Рәсми сайт | isdb.org |
Cтатус официального наблюдателя в организации | БМО-ның Генераль Ассамблеяһы[4] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 29 875 |
Ислам үҫеш банкыһы Викимилектә |
Ислам үҫеш банкы, ИБР (Islamic Development Bank, IsDB) — Джиддала (Сауд Ғәрәбстаны) урынлашҡан халыҡ-ара финанс ойошмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам үҫеш банкы 1973 йылдың 18 декабрендә Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының ағзалары булған илдәрҙең финанс министрҙарының беренсе конференцияһында төҙөлә. Үҙенең эшмәкәрлеген 1975 йылдың 20 октябрендә башлай. Банктың капиталы ойоштороусы илдәрҙең иғәнәләре иҫәбенә барлыҡҡа килгән. Төп ойоштороусы илдәр:
Әлеге үҫеш этабында 56 ил Ислам үҫеш банкының ағзаһы булып тора. Ойошманың структураһын идара итеүселәр советы, директор-башҡарыусылар советы, секретариат, администрация, Банк президенты, вице-президенттар һәм төбәктәрҙәге бүлексәләр тәшкил итә. Идара итеүселәр советында һәр ағза-илдән бер управляющий һәм бер управляющий урынбаҫары вәкил булып тора. Совет йылға бер тапҡыр, үткән йыл өсөн Банк эшмәкәрлегенә күҙәтеү яһау һәм киләсәккә йүнәлеш билдәләү өсөн, йыйыла. Директор-башҡарыусылар Советы 11 ағзанан тора, шуларҙың бишәүһе (Сауд Ғәрәбстаны, Кувейт, Ливия, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары) Банктың иң эре акционерҙары булып тора, ә ҡалған алты ағзаны ошо биш ағза-илдән булмаған управляющийҙар һайлай. Улар үҙҙәренең посын өс йыл дауамында биләй һәм ҡабаттан һайлана ала. Совет Банк эшмәкәрлегенең дөйөм етәкселеге өсөн яуаплы һәм финанс операцияларына ҡағылышлы ҡарарҙарҙы раҫлай. Банктың Финанс ресурстары устав капиталынан һәм өҫтәлмә финанс сараларынан тора. Финанс операцияларын киңәйтеү һөҙөмтәһендә Банк өҫтәлмә финанслау сығанаҡтарын тәьмин итә: инвестицион-депозит план тормошҡа ашырыла, «Ислам банктары портфеле» һәм өҫтәлмә финанс ресурстарын йәлеп итеү маҡсатында айырым инвестицион фонд бар. Ислам үҫеш банкы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһында күҙәтеүсе статусына эйә. (United Nations General Assembly observer).
Хәҙерге ваҡытта Ислам үҫеш банкы төркөмө төҙөлгән, ул түбәндәге ойошмаларҙы үҙ эсенә ала:
- Шәхси сектор үҫеше буйынса ислам корпорацияһы (Islamic Corporation for the Development of the Private Sector (ICD))
- Инвестицияларҙы һәм экспорт кредиттарҙы страховкалау буйынса ислам корпорацияһы (Islamic Corporation for the Insurance of Investment & Export Credit (ICIEC))
- Ислам тикшеренеү һәм уҡыу институты (Islamic Research and Training Institute (IRTI))
- Халыҡ-ара ислам сауҙа-финанс корпорацияһы (International Islamic Trade Finance Corporation (ITFC))
Маҡсаты һәм бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам үҫеш банкы төркөмө бурысы булып иҡтисади һәм социаль үҫеш проекттарын финанслау юлы менән ағза илдәрҙә ҡатнашыу. Банк үҙенең эшмәкәрлеген закондарға һәм шәриғәт ҡанундарына таянып тормошҡа ашыра.
Банктың аҡса берәмеге булып бер СДР-ға (СДР[1] (ингл. Special Drawing Rights, SDR, SDRs) — Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ) сығарған яһалма резерв һәм түләү сараһы. Банк иҫәптәрендәге яҙыу рәүешендә ҡул аҡсаһыҙ ғына башҡарыла, банкноталар сығарылмаған) тигеҙ булған ислам динары тора. Рәсми тел булып ғәрәп теле һаналһа ла, инглиз һәм француз телдәре лә уның менән бер рәттән файҙаланыла. Банктың капиталы 15 млрд ислам динары тәшкил итә. Ислам үҫеш банкы дөйөм характерҙағы мәғлүмәтте һәм йыллыҡ отчет докладын ғәрәп, инглиз, француз телендә баҫтыра.
Ислам үҫеш банкы эгидаһы аҫтында яҡынса 300 ислам банкы бар, улар донъяның 75 илендә эшмәкәрлек алып бара, дөйөм активтары 1 триллион долларҙан артып китә. Ислам банкинг Ҡөрьәндә яҙылған тыйыуҙарға таянып эш итә. Аҡса менән ҡулланған өсөн банк яғынан да, аҡса һалыусы яғынан да түләү талап итеү ярамай тип иҫәпләнә. Ләкин практикала был шартты ҡулланыу анһат түгел. Бының өсөн теологтар һәм финансистар тарафынан табышты тормошҡа ашырыу схемалары эшләнгән. Мәҫәлән, аҡса һалыусынан аҡса алғанда, банк теләһә ниндәй ваҡытта бөтә сумманы йәки уның бер өлөшөн ҡайтарып биреүҙе гарантиялай. Аҡса һалыусы менән аҙаҡҡы иҫәпләшкәндә банк уға «ваду» - аҡса менән ҡулланған өсөн рәхмәт йөҙөнән билдәле бер сумма түләй. Ислам кредиты - «мушарака» биргәндә, банк бурысҡа аҡса алып тороусының эшендә ҡатнашсы булып сығыш яһай һәм уның менән бергә килемде лә, зыянды ла бүлешә. Процентһыҙ кредит мохтаж булған кешеләргә, ойошмаларға,тѳбәктәргә матди ярҙам рәүешендә, йәки, ғәҙәттә банк партнеры булған фирмаларҙың аныҡ хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫҡа ваҡытлы субсидия рәүешендә бирелә. Ислам сусҡа итен етештереү һәм эшкәртеү, алкоголь менән сауҙа итеү, шулай уҡ асыҡтан-асыҡ енәйәти бизнес: фәхишәлек, наркотиктар, порнография таратыу һ.б. менән бәйле эшмәкәрлекте финанслауҙы ҡырҡа тыя. Хәҙерге ваҡытта ислам банкингы принциптарын традицион банктарға индереү популярлашып бара. Мәҫәлән, көнбайыш банктар "Citibank" һәм "Societe Generale" клиенттарға ислам законы принциптары буйынса хеҙмәт күрһәтә. Ислам банктары менән "General Motors", "IBM", "Alcatel", "Daewoo" кеүек гиганттар, шулай уҡ эре финанс холдингтары "Societe" хеҙмәттәшлек итә. Иҡтисади кѳрсѳк шарттарында ислам банктарының сәскә атыуы бигерәк тә һиҙелә, уларҙың активы йылына 15% -ҡа үҫә.
Ағзалыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта 56 дәүләт банк ағзаһы булып тора. Ағза итеп алыу өсөн төп талап булып Ислам хеҙмәттәшлек ойошмаһында ҡатнашыу, банк капиталына ағзалыҡ взнос түләү һәм банк директорҙары Советы ҡабул иткән ҡағиҙәләрҙе, тәртипте, терминдарҙы үтәү тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам банкингы
- Economy of the OIC
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам үҫеш банкы төркөмөнөң рәсми сайты
- Егоров А. В. «Халыҡ-ара финанс инфраструктураһы», М.: Линор, 2009. ISBN 978-5-900889-28-3