Исламда һаҡал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исламда Һаҡалды алдырыуға (ғәр. إعفاء اللحية‎‎) -ғи’фә-үл-лихйә) һәм ҡырыуға мөнәсәбәт төрлө мәҙһәбтәрҙә, фирҡәләрҙә төрлөсә. Ҡайһы берҙәрендә (ғәр. فسق‎‎‎ ‎‎) - фисҡ (яҙыҡ), ә үҫтереү - (ғәр. واجب‎‎) - үәжиб (мотлаҡ) тип һанала. Икенселәре һаҡал үҫтереүҙе (ғәр. مستحبّ‎‎) - мүстәхәб (хәйерле эш), ә ҡырыныуҙы (ғәр. مكروه‎‎‎‎) - мәкруһ (ярамаған, әммә харам түгел тип иҫәпләй. Һаҡалды мосолмандар ирлек символы тип һанай, ә уны үҫтереү кешенең тәбиғи халәте (фитра) тип күрә [1][2].

Икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһының мосолман депутаттары. 1907

Һаҡал үҫтереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башланғыс Исламда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чечняла Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һаҡал төгөн күрһәтеү (2014)

Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙ заманындағы йәһүдтәр һәм нәсраниҙар кеүек үк һаҡал үҫтергән [3]. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр мосолмандарға һаҡал үҫтерергә ҡушҡан: «Мөшриктәрҙән айырылып тороғоҙ — һаҡал үҫтерегеҙ һәм мыйыҡтарығыҙҙы ҡырҡығыҙ»[4], «мыйыҡтарығыҙҙы ҡырҡығыҙ һәм һаҡал үҫтерегеҙ - утҡа табыныусылар» кеүек булмағыҙ[5].

Имам әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығындаМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Бәхилләшеү хажы мәлендә кешеләргә үҙенең сәс, һаҡал төктәрен алырға рөхсәт иткәне тураһында яҙыла [6]. Шунда алынған төктәрҙе мосолмандар шешәләргә һалып, йәшел туҡымаға төрөп һаҡлаған, һәм улар хәҙер ислам донъяһының барлыҡ төбәктәренә таралып киткән[7].

Урта быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡалды ҡырыу тыйылыуын ҙаһири мәҙһәбе факиһы (хоҡуҡ белгесе) Ибн Һазм [8][9], мәликиҙәрҙән әл-Хаттаб||ar|الحطاب}}[10], хәнбәлиҙәрҙән әс-Сәффәрини[11], хәнифиҙәрҙән Ибн Ғәбидин яҙған[12].

Күпселек ғөләмәләрҙең һаҡал ҡырыуҙы тыйыуы менән килешмәгән шәфиғи мәҙһәб вәкилдәре лә бар, улар быны харам түгел, бары мәкруһ тип атай Былай тип әр-Рафиғи, Мүхиддин ән-Нәүәүи[13], Зәкәриә әл-Ансари[14] һәм әл-Хатиб әш-Шәрбини||ar|الخطيب الشربيني}} әйткән[15]. Шуға ҡарамаҫтан, шәфиғиҙар әз-Зәркәши, әл-Хәлими, әл-Кәффәл әш-Шәши һәм әл-Әзраи һаҡал ҡырыуҙы тыйыуҙы дөрөҫ тип һанаған [13].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марокко короле Мөхәммәд VI

Ҡәҙимге ғәрәп йәмғиәтендә кешенең социаль статусы һаҡалының оҙонлоғона, рәүешенә һәм төҫөнә ҡарап билдәләнә [2]. Хәҙерге сәләфи ғөләмәләр Ибн Баҙ[16], Мөхәммәд ибн Сәлих әл-Үсәймин[17], Насируддин әл-Әлбәни[18] и др.) һаҡал ир-атты ҡатын-ҡыҙҙан һәм һаҡал үҫтермәй торған кафырҙарҙан айырып торған сифат тип атайҙар.Ҡырыныуҙы харам һәм гонаһлы ғәмәл тип һанайҙар. Шиғый аятуллалар Али Систәни [19] һәм Мөхәммәд Ширази ҙа шул фекерҙә[20]. 2012 йылда аятулла Али Хәменеи Иран милли телевидениеһы эфирында Марокко короле Мөхәммәд VI-сенең сығып ҡына килгән кеүек һаҡалын «хурлыҡ» һәм «Пәйғәмбәрҙең йөҙөнә төкөрөү» тип атай. Король иһә быны «сафсата тип белдерә»[21].

Рәсәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарасай-Черкес Республикаһы Ғөләмәләр Шураһы 2011 йылдың 27 авгусында ҡабул иткән ҡарарына ярашлы, хәнәфи мәҙһәбе буйынса һаҡал йөрөтөү үәжиб булып тора. Ғөләмәләр Шураһы советы ҠЧР-ҙың бөтә имамдарын кәмендә күренеп торорлоҡ итеп һаҡал үҫтерергә» ҡуша (йәғни, ҡырынғыс менән ҡырынырға рөхсәт ителмәй)[22].

Төмән өлкәһе мөфтөйө Илдар Йыһаншин һүҙҙәре буйынса, татарҙар араһында һаҡал йөрөтөр өсөн быға лайыҡ булырға кәрәк. традициялары булған кейгән һаҡаллы , һаҡалын йөрөткән өсөн, был хоҡуғы атҡаҙанған кәрәк. Өйләнгәндән һуң, 30-35 йәштә бәләкәй генә һаҡал үҫтерергә мөмкин булған, 60 йәштән һуң ғына Ҡыш бабайҙыҡы шикелле оҙон һаҡал үҫтерергә мөмкин»[23].

Мәскәү мемориаль мәсете имам-хатибы Шамил Әләүетдинов үҙенең «Һаҡал йөрөтөү» тигән мәҡәләһендә, һаҡал үҫтереү фарыз түгел һәм бындай фекер — «наҙанлыҡ сағылышы» тип белдерҙе. Был мәсьәләлә ул, Ҡаҙағстандандағы коллегалары кеүек, ХХ быуат Мысыр ғөләмәләре Мөхәммәд Әбү Заһир һәм и Мәхмүд Шалтут фекеренә таяна[24].

Төньяҡ Кавказда, атап әйткәндә Дағстанда оҙон һаҡаллыларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре «дини экстремизм» йәһәтенән «профилактик иҫәпкә» алыуҙары мөмкин[25][26][27].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Patrick Hughes, Thomas Patrick Hughes. Dictionary of Islam. — Asian Educational Services, 1995. — P. 40. — 750 p. — ISBN 9788120606722.
  2. 2,0 2,1 Abdelwahab Bouhdiba. Sexuality in Islam. — Routledge, 2013. — P. 34. — 304 p. — ISBN 9781135030377.
  3. Jeffry R. Halverson. Theology and Creed in Sunni Islam: The Muslim Brotherhood, Ash'arism, and Political Sunnism. — Palgrave Macmillan, 2010. — P. 123. — 208 p. — ISBN 9780230106581.
  4. Сахих аль-Бухари № 5892, Сахих Муслим № 259

  5. Сафи ар-Рахман аль-Мубаракфури. Жизнь Пророка, да благословит его Аллах и приветствует. — С. 63.

  6. Ahmet Zebidi Zeynüddin. Sahih-i Buhari muhtasarı tecridi sarih tercemesi / Ahmed Naim-Kâmil Miras. — Istanbul, 1926-46. — С. 193—8. — 442 с.
  7. Encyclopaedia of Islam, 1960—2005, Liḥya-Yi S̲h̲erīf
  8. Ибн Хазм аль-Андалуси. Маратиб аль-иджтима = مراتب الإجماع. — С. 157.
  9. Ибн Хазм аль-Андалуси. Аль-Мухалла = المحلى. — Т. 2. — С. 189.
  10. Аль-Хаттаб. Мауахиб аль-джалиль = مواهب الجليل. — Дар аль-кутуб аль-илмийя. — Т. 1. — С. 313.
  11. Ас-Саффарини. Газа аль-альбаб = غذاء الألباب. — Дар аль-кутуб аль-илмийя. — Т. 1. — С. 334.
  12. Ибн Абидин. Радд аль-Мухтар = رد المحتار. — Дар аль-кутуб аль-илмийя. — Т. 3. — С. 398.
  13. 13,0 13,1 Ибн Хаджар аль-Хайтами. فصل في العقيقة // Тухфат аль-Мухтадж = تحفة المحتاج.
  14. Закария аль-Ансари. Асна аль-Маталиб = أسنى المطالب. — Т. 1. — С. 551.
  15. Аль-Хатиб аш-Шарбини. Мугни аль-Мухтадж = مغني المحتاج. — Т. 6. — С. 186.
  16. حكم حلق اللحية (ғәр.). — www.binbaz.org.sa.
  17. Мухаммад ибн Салих аль-Усаймин. ما حكم حلق اللحية؟ // مجموع فتاوى و رسائل الشيخ محمد صالح العثيمين. — Т. 11.
  18. Насируддин аль-Албани. Этикет бракосочетания = آداب الزفاف. — С. 210—211.
  19. الاستفتاءات » حلق اللحية (ғәр.). www.sistani.org. Дата обращения: 1 март 2015.
  20. Мухаммад Ширази. حلق اللحية (ғәр.). alshirazi.com. Дата обращения: 1 март 2015.
  21. Аятолла Хаменеи признал бороду короля Марокко «недостаточно исламской», Credo.ru (15 марта 2012). 2 март 2015 тикшерелгән.
  22. Постановления и рекомендации Совета Улемов ДУМКЧР(и не только КЧР). www.elbrusoid.org (9 сентябрь 2011). Дата обращения: 2 март 2015. Архивировано 3 март 2015 года.
  23. Виктория Гришина Муфтий Тюменской области: нужно уважать традиции и обычаи страны, в которую ты приехал. — Комсомолькая Правда, 13 марта 2013.
  24. Шамиль Аляутдинов Ношение бороды. — Umma.ru.
  25. Лаптиева Д. Борода экстремизма. За что ставят на профучет на Северном Кавказе. Спектр (5 сентябрь 2016). Дата обращения: 9 март 2017.
  26. Гордиенко И. Схватить «экстремиста» за бороду. Новая газета (28 июнь 2016). Дата обращения: 9 март 2017.
  27. В Дагестане врача поставили на профучет из-за длинной бороды. Наша версия на Северном Кавказе (27 ғинуар 2016). Дата обращения: 9 март 2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәмә әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]