Йондоҙ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Йондоҙ — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йондоҙ исеме башҡорт телендәге «йондоҙ» һүҙенән алынған ҡатын-ҡыҙ исеме. Йондоҙ һымаҡ балҡып торһон тип ҡушылған[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йондоҙ Иҫәнбәт (татар. Йолдыз Нәкый кызы Исәнбәт рус.  Исанбет Юлдуз Накиевна, 30 май 1936 йыл4 май 2021 йыл) — музыка белгесе, педагог. Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Татарстан АССР-ының (1987) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты (1970).

Эсра Йылдыз (төр. Esra Yıldız, 4 июль 1997 йыл) — төрөк боксёры, 2016 йылғы Европа чемпионатының бронза призёры. 60 килограммға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. 2020 йылдағы Токиолағы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[Фуат Йылдыз]] (1 апрель 1965 йыл) — грек-рим стилендәге немец көрәшсеһе, Германия чемпионаттары чемпионы һәм призёры. 48 килогремға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза призёры. Европа һәм донъя чемпионаттары ҡатнашсыһы. 1992 йылда Барселоналағы йәйге Олимпия уйындары ҡатнашсыһы (4-се урын).

Ауыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йондоҙло (рус. Юлдузлы) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йондоҙ —— күп мөйөшлө геометрик фигура.

Йондоҙ — билдәле дан ҡаҙанған атаҡлы шәхес: кино йондоҙо, сәхнә йондоҙо, эстрада йондоҙо.

«Йондоҙ») — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Йондоҙ (йылға) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Изяшка йылғаһының һул ярына тамағынан 9,2 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Йондоҙ сәскә (А́стра) (лат. Aster) — ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә кергән еҫһеҙ, эре сәскәле үҫемлек; июль- сентәбрь айҙарында сәскә ата; бал ҡорто өсөн иң һуңғы өҫтәмә аҙыҡ биреүселәр рәтенә инә.

Йондоҙҙар — үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр.

Йондоҙҡай (Stellaria) — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Йондоҙлоҡ — бер исем аҫтында берләштерелгән йондоҙҙар төркөмө; хәҙерге заман астрономияһында йондоҙло күктә уңайлы ориентирлашыу өсөн күк сфераһының бүленгән өлөштәре. Боронғо заманда йондоҙлоҡ тип күк сфераһындағы яҡты йондоҙҙарҙан төҙөлгән фигураларҙы атағандар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ