Эстәлеккә күсергә

Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев
Тыуған көнө

25 октябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡаранйылға ауылы[1]

Вафат көнө

19 март 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Мәскәү дәүләт лингвистика университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

Дмитриев Николай Константинович

Ниндәй өлкәлә танылған

филолог

Награда һәм премиялары
Ленин ордены — 1967 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1961
Башҡорт АССР-ының
атҡаҙанған фән эшмәкәре

Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы (25 октябрь 1911 йыл — 19 март 1968 йыл) — күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). БАССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Ленин (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған, 1968 йылда вафат булған. 1942 йылдан — КПСС һәм 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.

1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары вазифаһын да башҡара. Жәлил Кейекбаев Башҡорт педагогия техникумын тамамланғандан һуң Мәскәүҙә Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында немец теле уҡыта.

1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй.

1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш редактор булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый.

1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына « Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы» темаһына диссертация яҡлай.

Хәҙерге башҡорт теле лексикаһы һәм фразеологияһы

1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй.

1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт интеллигенцияһынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» («Фонетика башкирского языка (опыт описательного и сравнительно-исторического исследования)») темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.

Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белә (12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай), мәҫәлән, немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә лә уңышлы эшләй. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була.

Введение в урало-алтайское языкознание

Мәскәүҙәге Сит телдәр институтында уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә. Тел мәҙәниәте талаптарын яҡшы тоя. Шуға күрә, тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә.

Бөйөк художник Гете, Г. Гейне кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләрен, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлок» драмаһын, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәрен немец теленән башҡорт теленә тәржемәләй.

Шуның менән, оригиналдың стилен, дөйөм эске һулышын бар нескәлектәре менән һаҡлауға өлгәшә. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була, ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.

Жәлил Кейекбаев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө темаға ҡобайырҙар, очерк һәм хикәйәләр ижад итә. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов тураһында шиғырҙар яҙып, шул уҡ иҫемдәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырып сығара.

Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә' даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы ҙур популярлыҡ яулай.

Туғандар һәм таныштар. Роман

Жәлил Кейекбаев республикала Н. К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы.

«Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла.

Күп тә , үтмәй, ул «Урал-алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәтең тамамлай. Жәлил Кейекбаевтың бөтәһе илленән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Шулар араһында етеһе айырым китап булып сыға. Ул башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.

Жәлил Кейекбаев ундан ашыу филология фәндәре кандидатын һәм фән докторын әҙерләй. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ғилми учреждениеларҙың эштәрендә булышлыҡ итә, башҡа университеттарҙың һорауы буйынса лекциялар менән сығыш яһай.

Ғалим-яҙыусы республикала йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлек Советы комитеты ағзаһы, БАССР Верховный Советы депутаты була.

Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән наградланды, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ була.

1942 йылдан КПСС ағзаһы һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тышҡы рәсемдәр
Кейекбаев портреты. Автор Илдар Шәйәхмәтов 1991 й.
«Урман әкиәттәре» китабы тышлығы. Төҙөүсөһе Шәйәхмәтов 2011. Художник Глеб Голубев
Мемориаль алтаҡта. 1986 йыл, автор Шәйәхмәтов И. Ғ.
Кейекбаев почта конвертында. 2011
Кейекбаевтың йәш сығындағы Жәлил Табын псевдоним-измаһы.

Ғалим хаҡында башҡалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
« Жәлил Кейекбаев ғорур, әммә нескә тәбиғәтле, кешелекле һәм кеселекле яҡты шәхес, бай күңелле кеше ине.
Әнүр Вахитов
»
« Жәлилдең һәр эшенә, бигерәк тә ғилми эшмәкәрлегенә берәгәйле, етди проблемаларҙы ҡуя белеүсәнлек хас ине. Юҡ, тел ғилемендә ул бер ваҡытта ла һәүәҫкәр булманы, кеше рухи эшмәкәрлегенең иң ҡатмарлы өлкәһен тәрән өйрәнеүҙә иһә ғилми дәрәжә алыу маҡсатын ғына күҙәтмәне. Ул барлыҡ ҡылыҡ -һыпаты менән тел ғалимы, шул фән өсөн генә донъяға тыуған кешеләй ине.
Әмир Чаныш
»


« Республикабыҙ тарихында яҡты йондоҙ булып балҡып уҙҙы был ғүмер.
Рәшит Шәкүр
»
  • Фазлетдинов И. Бар доньяга танылган тюрколог. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2016, 25 октябрь (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2016) (тат.).
  • Зайнуллин М. Патриарх башкирской филологии. К 100-летию Джалиля Киекбаева. «Бельские просторы» журналы, 2011. (рус.)[2]
  • Башҡорт филологияһының беренсе докторы. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1960, № 2. »
  • Ғ. Әмир и. Сәсәңдәрҙең сәсәне. («Аҡ елкән» китабында.) Өфө, 1981.
  • Ә. Аҙнабаев. Ж- Кейекбаев — структуралист. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1971, № 11.
  • Ғ. Сәйетбатталов. Ғалим һәм яҙыусы. «Ағиҙел», 1971, № 11.
  • Вопросы башкирского языкознания. Сборник статей, посвящен-ных памяти профессора Дж. Киекбаева. Уфа, 1972, 172 стр.
  • С. Кулибай. Замандаштар тураһында. Өфө, 1972.
  • М. Зәкиев. Дәртле йыр. Ижады һәм тормошо. Өфө, 1972, 68 бит.
  • А. Вахитов. Джалиль Киекбаев и его роман. Предисловие к книге «Родные и знакомые». Уфа, 1981.

Төп фәнни хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башкирское литературное произношение» (1954);
  • «Вопросы башкирской топонимики» (1956);
  • Ғәрәп һәм фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙә сингармонизм.Башҡортостан уҡытыусыһы.-1957-№7.-24-28 б.
  • «Башкирские диалекты и краткое введение к их истории» (1958);
  • Башҡорт теленең фонетикаһы. Өфө, 1958, 212 бит.
  • Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше. Өфө, 1964, 88 бит.
  • Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966, 276 бит.
  • О происхождении некоторых падежных форм в урало-алтайских языках в свете теории определенности-неопределенности//Вопросы методологии и методики лингвистических исследований.Уфа.1966, с.175-180.
  • Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972, 152 стр.
  • Башҡорт теле фонетикаһы (тасури һәм сағыштырма- тарихи тикшеренеү тәжрибәһе). Уфа, 1958 (на башк. яз.);
  • Основы исторической грамматики урало-алтайских языков. Уфа, 1996;
  • Избранные статьи. Уфа, 2002.
  • Зөбәй Үтәғолов. Очерк. Өфө, 1944, 47 бит; 1985, 64 бит.
  • Сталин тураһында ҡобайыр Өфө, 1944, 44 бит.
  • Урман әкиәттәре. Өфө, 1954, 24 бит.
  • Әкиәттәр. Өфө, 1960, 50 бит.
  • Две сказки. Уфа, 1958, 15 стр.
  • Лесные сказки. Уфа, 1966, 20 стр.
  • Две сказки. Уфа, 1971, 30 стр.
  • Туғандар Һәм таныштар. Роман. Өфө, 1975, 384 бит.
  • Родные и знакомые. Роман. Уфа, 1981, 464 стр.
  • Ғафури районында Жәлил Кейекбаев исемендәге премия булдырылған.
  • Өфө ҡалаһында һәм Ғафури районы Красноусольский ҡасабаһында Жәлил Кейекбаев урамдары бар.
  • Башҡорт дәүләт университетында Жәлил Кейекбаев музейы и мемориаль кабинеты бар. БДУ-ла уның исемендәге стипендия булдырылған (1997).
  • Өфөлә Жәлил Кейекбаев йәшәгән йортта таҡтаташ асылған.
  • Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында профессор Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы бар.
  • Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы урта мәктәбе Жәлил Кейекбаев исемен йөрөтә.
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө һанлы гимназияға Жәлил Кейекбаев исеме бирелгән.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар