Мулдаҡай (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мулдаҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Ауыл советы

Асы

Координаталар

54°35′15″ с. ш. 57°39′19″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 810 005

ОКТМО коды

80 611 410 121

ГКГН номеры

0520482

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мулдаҡай (Рәсәй)
Мулдаҡай
Мулдаҡай
Мулдаҡай (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мулдаҡай

Мулдаҡай (рус. Мулдакаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 192 кеше[1]. Почта индексы — 453445, ОКАТО коды — 80211810005.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло Теләк улусының Өфө өйәҙе Мулдаҡай ауылы хәҙерге Белорет районына инә. Уның барлыҡҡа килеү ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Ләкин шуныһы билдәле: 1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә ауыл теркәлмәгән. 1920 йылда ул 55 йорттан торған, уларҙа 262 кеше йәшәгән[2]. Малсылыҡ, игенселек, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың исеме антропономик. Мулдаҡай ауылы тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған, уның улы улус старшинаһы Әсән Муллаҡаев билдәле. Шулай уҡ Ҡулдаҡай, Төрөкмән булараҡ теркәлгән[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 192 97 95 50,5 49,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 148 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асы): 39 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Катав-Ивановск): 65 км[5]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үрге урам (рус. Верхняя улица)
  • Таулы урам (рус. Горная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Түбәнге урам (рус. Нижняя улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[6]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мышыүҙәге тауы
  • Олоғолаҡ тауы
  • Өпәтүбә тауы[7].
  • Ләмәҙ йылғаһы
  • Бәҙәреш йылғаһы[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]