Оло Башҡортостан
Википедия – ирекле энциклопедия
Оло Башҡортостан— ВЦИК-тың 1922 йылдын 14 июнендәге декреты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы сиктәрҙәге Башҡорт АССР-ы.
ВЦИК ҡарар итә: «I. Өфө губернаһын бөтөрөргә, Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәрен БАССР составына индерергә...»
Махсус төҙөлгән комиссияньң докладында республика X быуаттан алып йәшәгән халыҡтар, Башҡортостанды колонияға әүерелдереү, ,башҡорт ерҙәрен талау,баш күтәреүҙәр тураһында теплө тарихи белешмәләр бирелә. Унда төп халыҡ — аҫаба башҡорттарҙың Дим, Ағиҙел, Ыҡ йылғаларының түбәнге өлешөндә, Өфө губернаһынын Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәүен раҫлаусы тарихи документтар булыуы әйтелә.
Башҡортостанды яулап алыу өсөн йөҙҙәрсә мең урыҫтар күсереп ултыртылған Өфө, Стәрлетамаҡ, Көнбайыш Башҡортостан —башҡорттарҙың борондан килгән ере, тик уның Башҡорт республикаһына индерелмәгән булыуы билдәләнә.
Ошо декрет нигеҙендә Көнсығыш Башҡортостан менән Көнбайыш Башҡортостан бергә ҡушала, СССР-ҙа йәшәгән башҡортарҙың 87 %-ы Башҡорт АССР-ыны берләшә.
[үҙгәртергә] Сығанаҡ
- Образование Башкирской Советской Социалистической Республики. Сборник документов и материалов. Уфа, 1953.
- Кульшарипов М.М. З.Валидов и образование Башкирской Советской Республики. Уфа, 1992.
- [Большая Башкирия|http://www.rbtl.ru/encikl/bbb/bol_bashk.htm]