Палдиски

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Палдиски
Paldiski
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил Эстония
Регион Харьюмаа
Координаталары Координаталары: 59°21′00″ т. к. 24°03′00″ кс. о. / 59.35° т. к. 24.05° кс. о. (G) (O) (Я)59°21′00″ т. к. 24°03′00″ кс. о. / 59.35° т. к. 24.05° кс. о. (G) (O) (Я)
Мэр Каупо Каллас
Беренсе мәртәбә телгә алынған XVII быуат
Элекке исеме Рогервик, Балтик порты, Ба́лтиски[1]
Ҡала с 1783
Майҙаны 60,17 км²
Халҡы 4081[2] кеше (2012)
Милли составы урыҫтар — 67 %
эстондар — 25 %
Сәғәт бүлкәте UTC+2
Рәсми сайты сайт http://www.paldiski.ee/
Палдиски (Земля)
Палдиски

Па́лдиски (эст. Paldiski), тарихи исемдәре Рогервик (швед. Rågervik), Балти́к порты, Ба́лтиски (эст. Baltiski)[1]Эстониялағы ҡала, Фин ҡултығында урынлашҡан порт.

География[үҙгәртергә]

Палдиски ҡалаһы Харьюмаа өйәҙендә, Эстонияның башҡалаһы Таллиндан 52 саҡрым аралыҡта, Фин ҡултығының яр буйында урынлашҡан. Ул Кейла, Вазалемма һәм Падизе өйәҙҙәре менән сиктәш. Ҡаланың территорияһы акваторияһы менән һәм тағы ла Пакри утрауҙары менән бергә 102 км² самаһы тәшкил итә.

Халҡы[үҙгәртергә]

Халҡы
Йыл  Бөтәһе[3]
2007 4 170
2010 4 125
2012 4 081

Халыҡ һаны 4,1 мең кеше (2010). Милли составы: урыҫтар — 67 %, эстондар — 25 %. Барлығы ҡалала 31 милләт вәкиле йәшәй.

Рогервик тотҡондары[үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев (16 июня 1754 — 8 октября 1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың көрәштәше, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. 1989 йылда Палдиски ҡалаһында уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла.
  • Юлай Аҙналин (1722 – 1797-1800 араһы) – башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
  • Ҡәнзәфәр Усаев (1738 — 10 июля 1804) — Пугачевтың көрәштәше, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
Палдискилағы Салауат Юлаевтың һәйкәле

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]