Саспаев Аман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саспаев Аман
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡырғыҙстан
 СССР
Тыуған көнө 15 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 15 июнь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (85 йәш)
Һөнәр төрө яҙыусы

Аман Саспаев — (15 октябрь 1929 — 15 июнь 2015) — ҡаҙаҡ, уйғыр, ҡырғыҙ телдәрендә ижад иткән прозаик һәм публицист, СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1967), профессор.


Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саспаев Аман хәҙерге Ҡырғыҙстандың Ысыҡ-Күл (Эҫекүл) өлкәһе Түп районы Кен-Суу ауылында ярлы ғаиләһендә тыуған. Атаһы вафат булыуы сәбәпле 1933 йылда әсәһе менән Ҡытайҙың Кулджу ҡалаһына барып сығалар.

Башланғыс белемде ғәрәп телендә алған. 1937—1944 йылдарҙа Текес ҡалаһының ҡаҙаҡ һәм уйғыр мәктәптәрендә уҡыған.

1950 йылда Текес ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай, 1952 йылда Пекиндағы Милли әҙселектәр өсөн үҙәк институтына уҡырға инә, ҡытай телен өйрәнә, ләкин 1956 йылда вузды ташлай.

Хеҙмәт юлын 1945 йылда Текес ҡалаһының бер канцелярияһында курьер булып башлай, милицияла хеҙмәт итә, завхоз булып эшләй.

Әҫәрҙәре 1948 йылда «Инҡилаби Шәрҡи Төркөстан» уйғыр газетаһы хәбәрсеһе итеп тәғәйенләнә.

1950 йылдан 1952 йылға тиклем «Билим-юрты» мәктәбе укытыусыһы булып эшләй.

1956 йылда Өрөмсө ҡалаһында халыҡ нәшриәтендә ҡырғыҙ милли секцияһын ойошторола, Аман Сапаев ошо секторҙың өлкән мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1962 йылда ул тыуған яғына ҡайта һәм 1967 йылға тиклем Түп районының «Сан-Таш» совхозына эшсе булып урынлаша.

1967 йылдан 1971 йылға тиклем, 1973 йылдан 1979 йылға тиклем һәм 1987 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Аман Саспаев Ҡырғыҙстан Яҙыусылар Союзының Ысыҡ-Күл өлкәһе буйынса әҙәби консультант булып эшләй.

1980—1987 йылдарҙа — «Ысык-Кол правдасы» өлкә газетаһы хәбәрсеһе.

1971—1973 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары Әҙәби курста уҡыған.

Ул Каракол (башҡ.Ҡаракүл) ҡалаһының К. Тыныстанов исемендәге Ысыҡ-Күл дәүләт унивеситеты профессоры булған.

Яҙыусы һәм публицист Аман Саспаев 2015 йылдың 15 июнендә 86 йәшендә вафат булған.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аман Саспаевтың ижади эшмәкәрлеге 1947 йылда башлана, ул ҡаҙаҡ телендә — йырҙар, уйғыр телендә проза яҙа һәм уларҙы ваҡытлы матбуғатта баҫтыра. 1966 йылда Ҡырғыҙстанда «Гөлҡайыр» (ҡырғ. «Гүлкайыр») исемле беренсе хикәйәләр йыйынтығын сығара. Авторҙың ҡайһы бер хикәйәләре урыҫ, француз, ҡытай, латыш, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, уйғыр һәм ҡарағалпаҡ телдәренә тәржемә ителгән. Ул шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм уйғыр телдәрендә иркен яҙған.

Күп йылдар ҡытай телен өйрәнеү һөҙөмтәһендә авторы 55 мең һүҙҙән торған 91 табличкалы «Ҡытай-ҡырғыҙ һүҙлеге» эшләгән, ул 2003 йылда ҡырғыҙ дәүләтселегенең 2200 йыллығы айҡанлы баҫылып сыҡҡан[1][2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аман Саспаев Ҡырғыҙ Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, ә 1994 йылда «Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған[3].

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ҡырғыҙ телендә:

  • Гулкайыр: Ангемелер. — Фрунзе (Бишкәк): Кыргызстан, 1986. — 141 б. Мальва.
  • Майда толкундар: Ангемелер. — Фрунзе (Бишкәк): Мектеп, 1970. — 160 б. Мелкие волны.
  • Хадизат: Ангемелер. — Фрунзе (Бишкәк): Мектеп, 1975. —96 б.
  • Парторг: Роман. — Фрунзе (Бишкәк): Кыргызстан, 1977. —248 б.
  • Мурат: Ангеме. — Фрунзе (Бишкәк): Мектеп, 1978. — 15 б.
  • Татым туз: Ангемелер жыйнагы. — Фрунзе (Бишкәк): Кыргызстан, 1979. — 272 б. Щепотка соли.
  • Ыйык сезим: Ангемелер. — Фрунзе (Бишкәк): Кыргызстан, 1985. —272 б. Святые чувства.

урыҫ телендә:

  • Мурат: Рассказ. — Фрунзе (Бишкәк): Мектеп, 1979. — 16 с.
  • Утро в новом доме: Рассказы. — М.: Сов. писатель, 1977. —128 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]