Сибай гимназия-интернаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сибай гимназия-интернаты
Нигеҙләнгән

1960 йыл

Директор

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Бикбова Роза Хаммат ҡыҙы

Тип

дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Башҡортостан, Сибай ҡалаһы

Сибай гимназия-интернаты — Башҡортостандың Сибай ҡалаһындағы интернатлы уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибай мәктәп-интернатына 1960 йылда нигеҙ һалына.

1961 йылдың 1 мартында асыла.

1972 йылда 8 йыллыҡ мәктәп 10 йыллыҡҡа әүерелә.

1989 йылда 6 гимназия һәм сәнғәт класы асыла, шуларҙың «А» кластары — гуманитар, «Б» — ғәмәли математик, «В» — сәнғәт йүнәлешендәге кластар. 1991 йылда 10 йыллыҡ 11 йыллыҡҡа үҙгәртелә. Гимназияла юғары уҡыу йортона инеү өсөн уҡыусыларға әҙерлек өсөн йүнәлешле белем бирелә: гуманитар, ғәмәли математика һәм химия-физика, химия-биология.

1992 йылдың 30 ғинуарында мәғариф министры бойороғо менән мәктәп-интернат гимназия-интернатҡа әйләнә.

Сибай гимназия-интернатында Урал аръяғының Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондарынан һәм Ҡоролтай ҡарарҙарын бойомға ашырыу маҡсатында Силәбе, Ырымбур өлкәләренән йыл һайын барлығы 300-гә яҡын бала белем һәм тәрбиә ала.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Иң яҡшы инновацион мәктәп — 2002», «Йыл мәктәбе — 2003» конкурстары еңеүсеһе.

2005 — «Балаларҙы туҡландырыуҙы яҡшы ойоштороусы мәктәп» республика конкурсында 1-се урын.

2006 — «Һаулыҡ һаҡлау һәм спорт эштәре яҡшы ойошторолған мәктәп» республика конкурсында 3-сө урын.

2008 — «Мәғариф» милли проекты гранты.

2009 — «Мәктәп-интернат, лицей, гимназия уҡыусылары араһында спартакиада» республика конкурсында 3-сө урын.

2010 — «Башҡортостанда иң яҡшы лагерь» балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу смотр-конкурсында гран-при.

2011 — «Балалар һәм йәштәр ялын тәьмин итеүҙә фән һәм практика» фәнни-методик өлгөләр һәм программалар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты.

2013 — Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү мәктәптәре, гимназия, интернатлы лицей уҡыусылары араһында спартакиадала 2-се урын.

2014 — халыҡ-ара проект сиктәрендәге «Урал дуҫтарын йыя» (Ҡурған) конкурс фестивалендә 2-се урын.

2014 — Башҡортостан Республикаһының уҡытыу туған телдә алып барылған инновациялы дөйөм белем биреү ойошмалары слетында 1-се урын (еңеүсе).

2014 — «Хәүефһеҙ юл» республика конкурсында гран-при.

2015 — А. С. Макаренко исемендәге халыҡ-ара конкурста (Владимир ҡалаһы) 3-сө урын.

2016 — «Мәктәп китапханаһы үҫеше» гранты.

2018 — «Кит» ижади конкурсында (Анапа ҡалаһы) еңеүсе («Салтанат» бейеү ансамбле).

Билдәле уҡыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәфәрғәли Йәнтүрин — ғалим-ботаник, эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.

Берйән Байымов — ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987), яҙыусылар союзы ағзаһы.

Урал Ҡылысов — педагогика фәндәре кандидаты.

Илгиз Хәйруллин — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ирек Кинйәбулатов — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008).

Мәүлит Ямалетдинов — шағир, яҙыусы һәм ҡурайсы. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Ҡадир Әлибаев — башҡорт шағиры, Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Лира Яҡшыбаева — башҡорт яҙыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Зифа Баязитова — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған һәм халыҡ артисы.

Таңсулпан Ғарипова-прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018)[1], Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).

Гөлсөм Бикбулатова — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы.

Альберт Салауатов — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Әхәт Мостафин — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Шамил Сәлихов — химия фәндәре кандидаты.

Әлфирә Мажитова — философия фәндәре кандидаты.

Таңһылыу Ғәйнуллина — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.

Тамара Илембәтова — Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.

Әлнисә Алдырханова-Кәримова — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Атҡаҙанған уҡытыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаева — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Гөлнур Салауат ҡыҙы Баййегетова — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Камил Ишбулды улы Сирғәлин — физкультура уҡытыусыһы

Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фатима Шәкир ҡыҙы Абдулмәнова — математика уҡытыусыһы

Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы Әбйәлилова — музыка уҡытыусыһы

Моратов Юлай Хәким улы — музыка уҡытыусыһы

Алдырханова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алдырханова Ә. Үткәнебеҙ данлы, киләсәгебеҙ өмөтлө // Тамаша. Мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы. — 2015, № 2 (94). — 26-32-се биттәр
  • Алдырханова Ә. Интернатта нығый пар ҡанат. — Сибай, 2010
  • Хилалова М. «Кендек» тирәләй әйләнә донъя… // Атайсал, 2019, № 13 (2597). — 1-се бит