Туғыҙлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тугузлы
башҡ. Туғыҙлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Арыҫлан ауыл Советы

Координаталар

55°19′05″ с. ш. 58°45′34″ в. д.HGЯO

Халҡы

507[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452511

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 810 007

ОКТМО коды

80 636 410 131

Тугузлы (Рәсәй)
Тугузлы
Тугузлы
Туғыҙлы (Башҡортостан Республикаһы)
Тугузлы

Туғыҙлы (рус. Тугузлы) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. 2008 йылдан Арыҫлан ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 507 кеше[2]. Почта индексы — 452511, ОКАТО коды — 80236810007.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғыҙлы ауылы Туғыҙлы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 16 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 29 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы, архив сығанаҡтары нигеҙендә, Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Туймазы районындағы Балтай һәм Түбәнге Бишенде ауылдары яҡынса 1725 йылда Себер даруғаһы Әйле башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән тип дәлилләне. Шул Әйле ырыуы кешеләренең бөтәһе лә тиерлек хәҙерге Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауылынан булған. Әйтер кәрәк, уларҙың күпмелер өлөшө, 100 йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡан. Һәм Троицк өйәҙе составында Туғыҙлы менән йәнәшә Арыҫлан һәм Яҫауыл ауылдарына нигеҙ һалған.

Шулай итеп, Туғыҙлы ауылына XVIII быуат башында Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XIX быуаттың 1-се яртыһында Арыҫлан ауылы (Яңы Туғыҙлы) барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Туғыҙлы тип теркәлгән.

1795 йылда Туғыҙлы ауылындағы 16 йортта 110 кеше, йәғни Ҡурғашйылға һәм Күлбай ауылдарында йәшәгән.

1816 йылда Туғыҙлы ауылында 140, 1834 йылда — 32 йортта 200 кеше йәшәгән.

Ҡайһы бер аҫабаларҙың исеме: Абдулвәхит, Абдулмәжит Алдыяровтар, Абдулвәхит, Хисамет­дин, Санъяп, Тимербулат Фәйзуллиндар, Тимербай Байсланов, Фәхретдин Тимеров, Ғүмәр Мәмбәтов, Әлмөхәмәт Йәрмөхәмәтов, Ҡолмөхәмәт Шәфиев һәм башҡалар. 1815 һәм 1845 йылдарҙа Туғыҙлыға Туймазы ауылы башҡорттары Фәйзул­ла Мөстәҡимов һәм Ғабдуллин, Байслан ауылынан — ҡаҙаҡтар Бүтәбәҡ Бағымбәтов, уның улы Жулай Бүтәбәҡов күсерелгән[4].

1811 йылғы VI рәүиздә иҫәпкә алынған Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 1-се йорт Туғыҙлы ауылы аҫаба башҡорттары:

  1. Илле башы (пятидесятник), өлкән писарь Тимербай Байсланов 53 йәштә, улы Шәмсетдин — 8 йәш.
  2. Шәфи Сәғитов 54 йәштә, улдары Бикмөхәмәт, Ишмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Йәрмәхәмәт, Килмөхәмәт; энеһе Мөхәмәт Шәрипов — 41 йәш, улы Дусмөхәмәт.
  3. Шәриф Абдулкәримов 45 йәштә, улы Мөхәмәткәрим; энеләре Дәүләт — 42 йәш һәм Ғабидулла — 27 йәш.
  4. Ғәбйәлил Зәйетҡолов 60 йәштә, улы Абдулнасыр — 20 йәш.
  5. Сәйфулла Мөстәҡимов 54 йәштә, улдары Әсфәндиәр — 3 йәш һәм Ғәйзәтулла — 1 йәш; энеһе Фәйзулла — 42 йәш.
  6. Балта Сәғитов 50 йәштә, улы Әфләтүн — 1 йәш.
  7. Баязит Иманғолов 47 йәштә, энеләре Миңдеғол — 41 йәш (уның улы Йосоп) һәм Рәмғол — 40 йәш.
  8. Тимерғәле Башаланов 34 йәштә, энеһе Батырша — 25 йәш.
  9. Ғүмәр Мәҡсүтов 77 йәштә, улдары Усман — 34 йәш, Әмин — 34 йәш (уның улдары Әмерхан һәм Рәжәп), Амангилде — 18 йәш.
  10. Исламғол Ишҡолов 10 йәштә, энеләре — Искәндәр, Исхаҡ.
  11. Бикҡол Ишбулдин — 20 йәш.
  12. Биктимер Ишәлин 30 йәштә, улдары Ниғәмәтулла — 4 йәш һәм Ғәбәйҙулла — 1 йәш.
  13. Санъяп Фәйзуллин 41 йәштә, энеләре Фисаметдин — 38 йәш, Абдулвәхит — 28 йәш (уның улы Сәхәүетдин).
  14. Сәйфетдин Зәйнәғәбдинов 20 йәштә.
  15. Абдулмәжит Алдыяров 52 йәштә, энеһе Ғәбделватан — 32 йәш (уның улы Ғәбдрәшит).
  16. Бикташ Арыҫланов 36 йәштә (уның улдары Дәүләтбай — 5 йәш һәм Өмөтбай — 2 йәш), энеләре Моратша — 24 йәш һәм Дәүләтша — 18 йәш (уның улы Вәлишә).
  17. Туҡтар Ирүбаев 25 йәштә.
  18. Мөхәмәтрәхим Ҡушаназаров 24 йәштә. Барлығы — 57 ир-ат.

1842 йылда 227 башҡортҡа 70 сирек ужым һәм 104 сирек яҙғы иген сәселгән. 32 йортҡа 136 йылҡы, 87 һыйыр (фәҡәт башҡорттарҙа ғына йылҡы менән һыйыр малының ошондай нисбәтен күҙәтеп булған), 130 һарыҡ, 50 кәзә аҫыралған[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғыҙлы ауылында 1859 йылда 374 башҡорт теркәлгән.

1865 йылда 63 йортта — 435 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1830 йылда төҙөлгән мәсет, 2 һыу тирмәне булған[6].

XIX быуат аҙағындағы тасуирлауҙа: «ул текә битләү буйлап, үҙ ерҙәренең уртаһында урынлашҡан ҡалҡыулыҡта ята. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Ауыл 27 дисәтинә биләгән 127 йорттан тора. Йәшелсә баҡсалары юҡ. Ер 182 ир-ат йән башына бүленгән. 1887 йылдан алып 300 йән башына бүлеүгә күсә. 1861 йылдан алып ер бер тапҡыр яңынан бүленгән. Баҫыуҙар ҡалҡыулыҡлы һәм таулы урындарҙа урынлашҡан. Ер — ҡара тупраҡ. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ. Ашлама ҡулланылмай. 3 һәм 4 атлы һабандар менән һөрөлә. Иң яҡшы арыш уңышы - 50 бот, һолоноҡо - 80 бот. Әйле ауылында бер данаһы 60-70 һумдан «Ул текә битләү буйлап, үҙенә ҡараған ерҙең уртаһында ятҡан ҡалҡыулыҡта ята. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Ауыл 27 дисәтинә биләгән 127 йорттан тора. Үҙгәрештәр юҡ. 1887 йылдан алып халыҡ 300-ҙән ашыу ерҙе ҡулаҡсаға бүлеүгә күсә. 1861 йылдан алып бер тапҡыр ер эшкәртелә. Иң яҡшы арыш уңышы - 50 бот, һоло - 80. Әйле ауылында бер данаһы 60-70 һумдан 3 атлы һуҡҡыс һатып алынған. Өфөнән һәм Әйленән һәр береһенә 18-25 һум түләп алынған 7 елгәргес һатып алынған.

10 хужалыҡтың малы юҡ. Халыҡ ерҙәрҙе ҡуртымға алмай. Йорт хужаларының яртыһынан ашыуы бер тиҫтә өсөн 50-70 тин менән һөрөнтө ерҙе (160 дисәтинә) ҡуртымға бирә. Ауылда 2 поставкалы (3 дисәтинә урын) йәмәғәт он тартыу тирмәне йылына 20 һумдан 12 йылға бирелә. 10 майҙан 1 июнгә тиклем кешеләр утын ярыу өсөн Һатҡы заводына йөрөй. Үҙҙәренең харчийҙарында кубик үҫентеләр ҡырҡыу өсөн 1 һум һәм 1 һум 40 тин алалар. Ауылда 2 кибет. Ауыл хужалығы продукттарын халыҡ Һатҡы заводында баҙарҙа һата».

Йорт хужаларының яртыһынан ашыуы бер дисәтинәгә 50-70 тин менән һөрөнтө ерҙе (160 дисәтинә) ҡуртымға бирә. Ауылда 2 поставалы (3 тиҫтә урын) йәмәғәт он тартыу тирмәне, йылына 20 һумдан 12 йылға ҡуртымға бирелә. 10 майҙан 1 июнгә тиклем кешеләр утын ярыу өсөн Һатҡы заводына йөрөй. Үҙҙәре ҡырҡҡан 1 куб сажень утындары өсөн 1 һум һәм 1 һум 40 тин түләү алалар. Ауылда 2 кибет. Ауыл хужалығы продукттарын халыҡ Һатҡы заводында баҙарҙа һата».

XIX быуат аҙағынан хәҙерге — Туғыҙлы — атамаһы ҡулланыла[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Туғыҙлы ауылында мәсет, 2 бакалея кибете, 3 запас һаҡлау өсөн мөгәзәй булған.

1920 йылда Ҙур Туғыҙлы булараҡ теркәлгән. Һәм Ҙур Туғыҙлылағы 210 йортта 448 ир-ат һәм 592 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Барыһының да милләте — башҡорт. 1917-1920 йылдарҙағы хәрби-сәйәси ваҡиғаларҙың сиктән тыш кире эҙемтәһе енестәр нисбәтендә асыҡтан-асыҡ ярашһыҙлыҡта күҙәтелә[8].

Туғыҙлы халҡы «Әлимбаев» крәҫтиән (фермер) хужалығында, «Аҡҡош» ЯСЙ-ендә хеҙмәт итә.

Туғыҙлыла урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғыҙлы ауылында башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1040
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 980
1959 йыл 15 ғинуар 815
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 551
2002 йыл 9 октябрь 584
2010 йыл 14 октябрь 507 239 268 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яруллин Сибәғәт Әсҡәдулла улы (1951, Туғыҙлы ауылында тыуған) — баянсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлаған. Башҡорт дәүләт филармонияһы баянисы[10].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡарағайлы урамы (рус.  Сосновая (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Туйтүбә

Урмандар:

Йылғалар: Әй, Туғыҙлы.

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: көньяҡҡа 11 километрҙа Аверкин соҡоро, көньяҡ-көнбайышҡа 17 километрҙа — Һикеяҙ мәмерйәләр комплексы (Силәбе өлкәһе), 18 киометрҙа — Әй фонтаны бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 189—191 с. (История д. Тугузлы)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Туғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Туғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Туғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Знаменитые кигинцы
  11. Карта д. Тугузлы. Улицы