Эстәлеккә күсергә

Учалы Стоунхенджы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Учалы Стоунхенджы (Бағышай, Баҡшай) — Башҡортостандың Учалы районында табылған Англияның бөтә доняға билдәле Стоунхенджына оҡшаған археологик ҡомартҡы. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы янындағы Баҡшай тигән урын 1956 йылда осраҡлы рәүештә тиерлек (һауанан фотоға төшөргән ваҡытта) табылған. 1998 йылда яланда ниндәйҙер түңәрәк «йәшерелеүе» асыҡланған. 2004 йылда Көнсығыш итстисади-гуманитар университеты, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм Учалы районы хакимиәте тырышлығы менән был объектта археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә башлаған.

Әлеге ваҡытта бында «халыҡ календары», йәғни түңәрәк рәүешендә эшләнгән астрономик обсерватория урынында ҡазыу эштәре алып барыла. Тауға менеп ҡараһаң, ул ап-асыҡ күренә, сөнки үләне икенсе төрлөрәк үҫә. Был серле урынды «Учалы Стоунхеджы» тип тә йөрөтәләр. Оҡшаш объекттар донъяның тағы бер нисә урынында — Австрия, Чехия, Рәсәйҙең Ҡурған һәм Рязань өлкәләрендә бар, тик улар Баҡшайзан бәләкәйерәк.

Археологтар һәм ғалимдар фекеренсә, учалыларҙың Баҡшайы — электән ҡалған табыныу урыны ла, ҡиммәтле археологик ҡомартҡы ла. Боронғолар был яланды юҡҡа һайламаган — бында Урал, Миндәк йылғалары һәм Баҡ-шай шишмәһе бергә ҡушыла. Икенсенән, ялан фәҡәт Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Өсөнсөнән, боронғо ауыл диаметры бер саҡрым самаһы булған «тәрилкә» рәүешендә йәйелгән, ситтән тау һырттары менән уратылған. Ҡаҙылган урындарҙа күпләп уҡ баштары, һауыт-һаба ярсыҡтары, баҡыр әйберҙәр һәм башҡа ҡомарткылар табыла.

Археологтар был урында ҡасандыр булған боронғо ҡорамды ла ҡазып сығармаҡсы. Ҡорам торған урындағы түбәнге ҡатламында боронғо таш быуат, хатта палеолит дәүеренә ҡараған әйберҙәр табылған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡорамдар Һиндостан, Мысыр, Италия һәм Чехияла бар. Боронғо ауыл 12 мең йыллыҡ тарихҡа эйә булһа, ҡорамға иһә биш мең йыл самаһы, тип күҙаллана.

Учалы Стоунхенджы бөгөнгө көндә
Файл:Восстан.jpg
Стоунхендж ҡасандыр ошондай булған
  1. Шамиль Валеев,Гипотеза о «Башкирском Стоунхендже» подтвердилась. «Российская газета», 26.08.2005 г.
  2. Г. Илъясова. Серле Баҡшай. Башҡортостан календары 2008 йылға.
  1. [1](недоступная ссылка) Башкортстан Стоунхенджы нинди серлєр саклый? («Кызыл таң» гәзитендә татар телендә)
  2. [2](недоступная ссылка) Учалы районында боронғо кешеләр йәшәгән урын табылған.. Башвест — Интернет газета.