Фирүзә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фирүзә

Фирүзә — башҡорт, татар, абхаз, әзербайжа́н, ҡаҙаҡ, фарсы, төрөк, үзбәк, ингуш, осетин, ҡыргыҙ һәм башҡа халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ исеме булып йөрөй.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирүзә исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе нур сәсеүсе, шатлыҡлы, бәхетле. Шулай уҡ, ғәрәп телендәге мәғәнәһе — яҡты күңелле («светлая душа»). Икенсе бер вариантта Фәйрүзә булып йөрөй. Таш атамаһынан алынған. Фирүзә — аҫыл таш, «бәхет килтерә торған таш», йәки еңеү килтерә торған таш. Зәңгәр йәки йәшкелт зәңгәр төҫтәге минерал, биҙәү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы (сәхнә псевдонимы — Фирүзә Париж) (1977) — йырсы, актриса. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).

Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (24 февраль 1961 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Алифова Фирүзә Шодмоновна (таж. Фирӯза Алифова; 7 декабря 1980, Дүшәнбе) — тажик йырсыһы, Тажикистан Республикаһының мәҙәниәт алдынғыһы[2].

Шәрипова Фирүзә Фәхретдиновна (29 августа 1994, Тараз, Ҡаҙағстан) — Ҡаҙағстан спортсыһы, боксёр. 2-се ярым еңел (IBO, 2017—2019), еңел (WIBA, 2017—2021; WBU, 2017—х. в.) һәм 1-се ярым урта (IBA, 2020—х. в.) ауырлыҡ категорияларында донъя чемпионы. Азия чемпионатының бронза призёры (2012). Ҡаҙаҡстан чемпионаттарында ике алтын (2012, 2013), бер көмөш (2014) һәм бер бронза (2016) миҙал яулай[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирүзә (фарс. فیروزه — Фирүзә — «бәхет килтерә торған таш», йәки фарс. پیروز — еңеү килтерә торған таш) — зәңгәр йәки йәшкелт зәңгәр төҫтәге минерал, биҙәү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла.

Фирузаба́д(اردشيرخوره Ардашир-Хваррах , фарс. فيروزآباد Fīrūzābād) — Ирандың көньяғында Фарс провинцияһындығы ҡала. Фирузабад шахрестанының административ үҙәге[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ