Эстәлеккә күсергә

Франц Фердинанд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Франц Фердинанд
Franz Ferdinand
Франц Фердинанд
Австрия эрцгерцогы Эрцгерцог - титул, дававшийся всем членам династии. Может стоить заменить на кронпринц?
19 май 1896 йыл — 28 июнь 1914 йыл
Алдан килеүсе: Карл Людвиг (1889—1896)
Дауамсы: Карл (1914—1916)
 
Дине: католик
Тыуған: 18 декабрь 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Грац, Австро-Венгрия
Үлгән: 28 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (50 йәш)
Сараево, Австро-Венгрия
Ерләнгән: Артштеттен замогы,Түбәнге Австрия
Династия: Габсбургтар
Атаһы: Карл Людвиг
Әсәһе: Мария Аннунциата
Ҡатыны: София Хотек
Балалары: герцогтар Максимилиан (1902—1962) һәм Эрнст (1904—1954), ҡыҙҙары София (1901—1990)
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
 
Наградалары:
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
I дәрәжә Тимер таж ордены
I дәрәжә Тимер таж ордены
Крест Военных заслуг (Австро-Венгрия)
Крест Военных заслуг (Австро-Венгрия)
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Подвязка ордены
Подвязка ордены
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры Изге Маврикий һәм Лазарь орденының Ҙур тәреһе кавалеры Италия Тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены

Франц Фердинанд Карл Людвиг Йозеф фон Габсбург эрцгерцог д ' Эсте (нем. Franz Ferdinand von Österreich-Este; 18 декабрь 1863 йыл, Грац, Австро-Венгрия — 28 июнь 1914 йыл, Сараево, Австро-Венгрия) — Австрия эрцгерцогы. 1896 йылдан Австро-Венгрия тәхете вариҫы. Кавалерия генералы (1899). «Млада Босна» йәшерен ойошма ағзаһы серб студенты Гаврило Принцип тарафынан Франц Фердинандтың үлтерелеүе Беренсе донъя һуғышы башланыуына сәбәпсе була.

Император Франц Иосиф һәм Ике Сицилияларҙың принцессаһы Мария Аннунциатаның (1843—1871) ҡустылары эрцгерцог Карл Людвигтың (1833—1916) өлкән улы. Франц Фердинандтың олатаһы, Наполеон III тарафынан француз интервенцияһы барышында Мексика тәхетенә ултыртылған эрцгерцог Максимилиан 1866 йылда ир туғандарының берәйһенең файҙаһына таждан баш тартыу мөмкинлеген дә ҡараған. Был аҙымды ул Габсбургтар тажын һаҡлап ҡалыу ниәтенән эшләргә булған, әммә яҡын арала Икенсе империя режимы емерелеүе һәм Максимилиандың үҙенең дә атылып үлтерелеүе был планды юҡҡа сығара.

1875 йылда ул ҙур ғына байлыҡ һәм Габсбургтарҙың бер сит ботағы вәкиле булған герцог Моденский Франческо V д’Эсте исемен мираҫлыҡҡа ала. 1896 йылда атаһы үлгәндән һуң Австро — Венгрия тәхетенә ултыра, әммә Франц Фердинандты был тәхеткә күпкә алдараҡ — Франц Иосифтың берҙән-бер улы кронпринц Рудольфтың 1889 йылда үҙ-үҙенә ҡул һалғандан һуң — әҙерләй башлайҙар.

1893 йылда Франц Фердинанд Ер шары тирәләй ҙур сәйәхәт башҡара. Австралия, Яңы Зеландия, Яңы Гебридтар, Соломон утрауҙары, Яңы Гвинея, Саравак, Таиланд, Японияла була. Иокогаманан ул «RMS of Empress China» пароходында Ванкуверға китә һәм Канада аша Европаға ҡайта. 1895—1896 йылдарҙа Венала сәйәхәтен һүрәтләгән «Минең Ер шары тирәләй сәйәхәтемдең көндәлеге» («Tagebuch meiner Reise um die Erde») китабын сығара. 1898 йылда Франц Фердинанд императорҙың армия менән юғары командованиеһында урынбаҫар итеп билдәләнә. Ваҡыты-ваҡыты менән император уны вәкиллек миссиялары менән сит илдәргә лә ебәрә. Франц Фердинанд үҙенең «канцелярияһын» Вена резиденцияһында — Бельведер һарайында — булдыра. Бында ул үҙенең янына кәңәшселәр (советниктар) граф Чернин, фельдмаршал Конрад фон Гетцендорф һ. б. йыя.

Эрцгерцог Франц Фердинанд (уң яҡта) ғаиләһе менән.

1900 йылда Франц Фердинанд Пражский Градта балда танышҡан чех графиняһы София Хотеккә (1868—1914) өйләнә. Был никах морганатик никах була. Кейәүгә сыҡҡас, София княгиня Гогенберг титулын ҡабул итә. Император рөхсәте менән ҡылынған никахлашыу алдынан Франц Фердинанд тантаналы рәүештә буласаҡ балалары исеменән тәхеткә хоҡуҡтарынан баш тартырға тейеш була. Был турала белдереү һәм тейешле закон проекты Австрия рейхсратында бик тыныс ҡабул ителә; тик младочехтар ғына осраҡлы хәл менән файҙаланып, тағы ла бер ҡабат Австрия тажын Богема тажынан айырыуын талап иттеләр. Венгрия рейхстагында оппозиция шау-шыу ҡуптара: венгр закондарында морганатик никах тигән төшөнсә юҡлығын һәм шуның өсөн Франц Фердинандтың никахы тулыһынса законлы булырға тейеш тигән фекерҙә ныҡ торалар. Премьер-министр Кальман Селль проектты яҡлап сыға һәм ул бик көслө, ҡыҙыу дебаттарҙан һуң ҡабул ителә.

Франц Фердинандтың ғаиләһе Австрия замогы Гогенбергта һәм Чехияның Конопишт замогында йәшәгән. Франц Фердинандтың һәм Софияның ҡыҙҙары София һәм ике улы — Максимилиан һәм Эрнст — була. Улар Эсте фамилияһын һәм Гогенберг кенәздәре титулын йөрөтә. 1938 йылда Максимилиан һәм Эрнст Гогенбергтар Австрия һарайы туғандары һәм Австрия аншлюсы дошмандары булараҡ Гитлер бойороғо буйынса Дахау концлагерына ултыртылалар. Максимилиан 6 айҙан һуң азат ителә, ә Эрнст башҡа лагергә күсерелә һәм 1943 йылда азат ителә. Улар икеһе лә һуғышты кисергән кешеләр һәм хәҙерге ваҡытта ла уларҙың тоҡомдары бар.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц Фердинанд тәхеткә ултырғандан һуң Франц II исеме аҫтында батшалыҡ итергә ниәтләгән була. Католик сиркәүенең өҫтөнлөгө һәм клерикалицизм яҡлы була, әммә шул уҡ ваҡытта империяның милли өлкәләренә ҡарата бер аҙ йомшаҡлыҡ күрһәтә.

1901 йылда Франц Фердинанд үҙен «католик мәктәп союзының» бағыусыһы итеп таныта һәм улай ғына түгел, союздың ынтылыштарына ыңғай ҡарашын белдергән телмәр тота. Союз Los-von-Rom-Bewegung («Римдән ҡулыңды ал») хәрәкәтенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш яҡлы була. Телмәр Австрияның бөтә клерикаль булмаған матбуғат сараларында бик көслө нәфрәт тыуҙыра.

1902 йылда, император вәкиле булараҡ, Лондонға Эдуард VII коронацияһы тантаналарына һәм Санкт-Петербургка рәсми визит менән бара. Аҙаҡҡы сәфәрендә ул үҙе менән Клерикаль — халыҡ партияһы рәйесе граф Зичиҙы алып барғыһы килә, әммә ул ваҡыттағы Венгрия министр — президенты Селль ҡаршы төшә һәм Франц Фердинандҡа граф Зичи менән барыуҙан баш тартырға тура килә. Венгрия рейхстагы күпселек тауыш менән Селлдең ҡылығын хуп күрә.

Франц Фердинанд сәйәсәт өлкәһендә ҡаты реалист була: 1906 йыл тирәһе ул Австро-Венгрияның үҙгәртеп ҡороу планын төҙә. Был план милләт-ара ҡаршылыҡтар киҫкенләшеүен түбәнәйтеп, Габсбургтар империяһы ғүмерен оҙайта алырлыҡ булған. План эрцгерцогтың үҙе һәм австро-румын сәйәсмәне һәм юрисы Аурель Попович тарафынан төҙөлгән. План буйынса империя Бөйөк Австрия Ҡушма Штаттары — өс ил (йәки Австро-Венгро-Славия) дәүләте булып үҙгәртелергә тейеш була. Империяла көн күргән һәр эре халыҡ өсөн 12 милли автономия булдырыла. Ике ил берләштергән империянан (дуалистик) өс ил берләштергән империяға (триалистик) әүерелеү Габсбургтар үҙҙәре өсөн дә, славян халыҡтары өсөн дә отошло булыр ине. Чехтар күптән теләгән автономияһын алырҙар ине һәм Габсбургтар власын ҡолатыу идеяһынан баш тартырҙар ине.

Венгрия элитаһы триализмдың төп һәм иң уҫал дошманы була. Габсбургтар менән компромисс һөҙөмтәһендә Венгрия 1867 йылда империяның 1/2 территорияһына хужа була. Франц Фердинанд менән ҡаршылыҡтарҙың көсөргәнешлеген уның сәйәси оппоненты — Венгрияның премьер-министры граф Иштван Тисаның: «Әгәр ҙә тәхет вариҫы үҙенең планын тормошҡа ашырырға ниәт итһә, мин уға ҡаршы мадьяр милли революцияһы күтәрәм», тигән һүҙҙәре асыҡ дәлил. Ошо ваҡиға Тисаның Сараеволағы 1914 йылдағы үлтерергә ниәтләүҙә ҡатнашлығы булыуы мөмкинлеген күрһәтә.

Франц Фердинанд рустарҙы, уларҙан бигерәк сербтарҙы яратмай, әммә ул Сербия менән иҫкәртеү саралары ҡулланған һуғышҡа ҡырҡа ҡаршы була. Превентив һуғыш яҡлы уның протежеһы Австро-Венгрия армияһы генераль штаб начальнигы Франц Конрад фон Гётцендорф була. Бындай һуғыш кисекмәҫтән Рәсәй менән бәрелешкә килтерер ине. Тәхет вариҫы һәр осраҡта ла бындай бәрелештән һаҡланыу юлын эҙләгән.

Босния һәм Герцеговина өсөн Австро-Венгрия почта маркаһы эрцгерцог Франц Фердинанд һәм княгиня София иҫтәлегенә, 40 геллер, 1917 йыл. Сараевола «ҡанда храм» төҙөү өсөн 2 геллер өҫтәмә менән һатылған

1914 йылдың 28 июнендә эрцгерцог Франц Фердинанд Сараевоға генерал Оскар Потиорек саҡырыуы буйынса килә. «Млада Босна» ойошмаһы Фердинандты үлтерергә ҡарар сығара. Үлтереү алты заговорсыларҙан торған төркөмгә йөкмәтелә. Уларҙың барыһы ла йәш, Австро-Венгрия подданныйҙары, Боснияла тыуған, православие динендәге сербтар була.

Иртәнге сәғәт 10 тулыуға Франц Фердинанд ҡатыны менән Сараевоға поезд менән килә. 10:10 сәғәттә йыйылған халыҡ менән сәләмләнгән алты машинанан торған кортеж (эрцгерцог һәм графиня Хотек икенсе машинала Потиорек менән бергә ултырғандар), полицияның үҙәк отделениеһын үтеп китә. Эрцгерцог машинаһы заговорсылар урынлашҡан Милячка — Аппель йылғаһы яр буйына яҡынлаша. Тәхет вариҫы һаҡсылары был көндә бик шикле рәүештә аҙ һанлы булалар, ә Веналағы шымсылар өйҙәрендә ҡалған була.

Гимназист Неделько Чабринович (сер. Недељко Чабриновић) кортеж яғына граната ташлай, әммә маҡсатына ирешмәй. Граната ярсығы тейеп, өсөнсө машина шоферы һәләк була, башҡа пассажирҙары, шулай уҡ полицейский һәм үтеп барыусылар йәрәхәтләнә. Чабринович алдан әҙерләп ҡуйған ағыуҙы (цианлы калий) йота, әммә ул уны тик ҡоҫтора ғына. Бәлки цианлы калий урынына уға икенсе төрлө ниндәйҙер көсһөҙ ағыу биргән булғандарҙыр. Ул йылғаға һикерә, әммә уны тотоп алалар, бик ныҡ туҡмайҙар һәм австриялылар ҡулына бирәләр. Башҡа заговорсылар машинаны ышыҡлаған халыҡ аша бер нәмә лә эшләй алмайҙар. Үлтерергә маташыу килеп сыҡмаған һымаҡ була.

Франц Фердинанд ҡала ратушаһына китә. Автомобилдәр Принцип эргәһенән үтеп китә. Әллә машиналар бик тиҙ барғанғамы, әллә шартлау тауышын ишетеү менән эш бөткән, тип һанағанғамы, Принцип, Мехмедбашич һәм Кубрилович һымаҡ уҡ, бер нәмә эшләмәй: бомба менән дә, револьвер менән дә ҡулланмай.

Ратушала әле үлтерергә маташыу тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр. Мосолман бургомистр үҙенең ҡабарынҡы сәләмләү телмәрен башлау менән, эрцгерцог уны тупаҫ итеп туҡтата: «Етәр ахмаҡлыҡ менән булырға! Беҙ бында ҡунаҡ булараҡ килдек, ә беҙҙе бомбалар менән ҡаршылайҙар! Ниндәй түбәнселек!» Шулай ҙа ул һөйләүҙән ҡапыл туҡтап, бургомистрға: «Ярай, үҙегеҙҙең телмәрегеҙҙе әйтегеҙ…»-, тип рөхсәт бирә. Сәләмләү телмәре әйтелә, эрйгерцог яуап һүҙен әйтә. Телмәр тотҡандан һуң эрцгерцог йәрәхәтләнгән граф Мерицииның хәлен белер өсөн госпиталгә һәм Сараеволағы музейға барырға тейеш була. Эрцгерцогка хәүефһеҙлек тәьмин итеү йәһәтенән эрцгерцог свитаһы придворныйы барон Морсе (Morsey) Потиорекка урамдарҙан халыҡты ҡыуырға тәҡдим итә. Яуап итеп Потиорек: «Һеҙ Сараево кеше үлтереүселәр менән тулған, тип уйлайһығыҙмы?»- тигән һәм Франц Фердинанд хәстәханаға йәрәхәтләнгәндәрҙең хәлен белер өсөн барырға була. Софи ныҡышып, уның менән бергә китә. Аппель (Appel) яр буйы ситенән барырға булалар. Потиорек шофёр Франц Урбанға маршруттың үҙгәреүе тураһында әйтергә онота. Шофёр Франц Иосиф урамына борола. Урам исеме яҙылған мөйөштә генә Потиорек ҡапыл хатаны күреп ҡала. Ул шоферҙың яурынынан тотоп ала ла ҡысҡырып ебәрә: "Туҡта! Ҡайҙа бараһың? Яр буйынан!" Шофер тормозға баҫа ла тротуар сығынтыһына эләгеп, туҡтай. Ул яй ғына машинаны бора башлай. Ни ғиллә менәндер, тап ошо ерҙә Мориц Шиллер[1] магазинынан Гаврило Принцип килеп сыға. Ул машинаға йүгереп килеп, браунингын сығара[2], тәжрибәле, оятһыҙ киллер һымаҡ ҡапыл Софияның эсенә[3] ата, ә Франц Фердинанд (ул ҡатынынан алда ултырған) артҡа ҡарай әйләнгәс, браунингты уға төбәй ҙә муйынына ата. Чабринович һымаҡ, Принцип та ағыуланырға уйлай, тик уны ла ағыу ҡоҫтора ғына. Шунан ул атылырға ниәтләп ҡарай, әммә йүгереп килгән кешеләр пистолетын тартып ала. Чабриновичты туҡмаған кеүек, уны ла ҡаты туҡмайҙар, хатта төрмәлә ҡулын ампутацияларға тура килә. Икенсе версия буйынса, маршрутты үҙгәртмәгәндәр, ә беренсе машинаның шоферы заговорсыларға ярҙам иткән.

Фердинандты һәм уның ҡатынын губернатор резиденцияһына алып киләләр. София бер нисә секундтан үлә. Франц Фердинанд йәрәхәтләнгәндән һуң 10 минут йәшәй.

Серб террористары ҡулынан Франц Фердинандтың һәләк булыуы Австро-Венгрия өсөн Сербияға ультиматум иғлан итеүгә сәбәп була. Сербияны Рәсәй яҡлап сыға һәм был Беренсе донъя һуғышының башы була.

Франц Фердинандтың балалары морганатик никахтан тыуғанға күрә, ҡартайып барған Франц Иосиф I яңы вариҫы итеп үҙенең 1906 йылда үлгән ҡустыһы Оттоның улын, 27 йәшлек эрцгерцог Карлды ҡуя. 1916 йылдан ул Австро-Венгрияның аҙаҡҡы хакимы була.

  • 1917 йылда Австро-Венгрияла Босния һәм Герцеговина өсөн эрцгерцог Франц Фердинанд һәм княгиня София иҫтәлегенә, номиналы менән 40 геллер почта маркаһы сығарыла. Сараевола «ҡанда храм» төҙөү өсөн 2 геллер өҫтәмә хаҡ менән һатылған.
  • 1990 йылда рус скульпторы Г. Паршин баш өҫтәндә нимф менән Франц Фердинандтың бюстын ижад итә. Скульптураның исеме — «Ҡорбан килтереү» («Жертвоприношение»)[4].
  • 2001 йылда Маршалл утрауҙары почта хеҙмәте Эрцгерцог Франц Фердинанд һәм Княгиня София һүрәте менән 60 центлыҡ марка сығара.
  • 2014 йылда төрлө илдәрҙең (Австрия, Чехия, Мозамбик, Нигер, Гвинея-Бисау, Того һ. б.) почта ведомстволары Беренсе донъя һуғышына бағышланған маркалар һәм блоктар сығара. Ҡайһы берҙәрендә Эрцгерцог Франц Фердинанд һәм Княгиня София һүрәте бар.
  • 2014 йылда Сараеволағы үлтереүҙең 100 йыллығына арналған фон Гогенберг кенәздәре һәм герцогтары тоҡомо тарафынан иҫтәлекле медаль булдырылған. Медалдең аверсында Эрцгерцог Франц Фердинанд һәм Княгиня Софияның профилдәре, ә реверсында — Арштеттен замогы һүрәте урынлаштырылған. Медаль Австрия өсөн ғәҙәти булған өс мөйөшлө колодкаға беркетелгән, таҫмаһы аҡ-ҡыҙыл төҫтәрҙә.
  1. The Origin of the Tale that Gavrilo Princip Was Eating a Sandwich When He Assassinated Franz Ferdinand | History | Smithsonian
  2. Это был полуавтоматический пистолет «Browning-M-1910», калибра 7,65×17 mm.
  3. Правда, по одной из сербских версий, Принцип метил не в Софию, а в Потиорека.
  4. Репродукция имеется в журнале «Молодая Гвардия», № 1 / 1991 г.