Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 10 июль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Зәйет, Күнтәй, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, фольклорсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
филология фәндәре кандидаты[d]

Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы (10.07.1973) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2015)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айгөл Мөжәүир ҡыҙы Хәкимйәнова 1973 йылдың 10 июлендә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Әзекәй ауылында тыуған.

1991 йылда 2-се һанлы Өфө педагогия училищеһының музыка бүлеген тамамлай. 1997 йылда «Филолог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1999 йылда тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлегендә эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәкимйәнова (Мостафина) Айгөл Мөжәүир ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының текстологияһын, музыкаль һәм йыр фольклорының жанр үҙенсәлеген һәм поэтикаһын, башҡорт фольклорының хәҙерге торошон өйрәнеүгә, ҡыр тикшеренеүҙәренә арналған.

«Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар яҙа. Экспедиция материалдары йыйынтыҡтарын төҙөүселәрҙең һәм авторҙарҙың береһе.

2016 йылда ҡырғыҙ халҡының «Манас» героик эпосын башҡорт теленә тәржемә итеү эшендә ҡатнаша.

15-тән ашыу фольклор экспедицияһы ҡатнашыусыһы, фольклор экпедициялары материалдары йыйынтығын төҙөүсе. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2][3].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башкирские свадебные песни (текст и практика). Уфа, 2018 (авторҙаш).

Лирические песни башкир. Поэтика. Концептосфера. Уфа, 2019[4].

Төп баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жемчужины земли давлекановской / Сост. Хакимьянова А. М., Мухаметгалин Р. Г. Уфа, 2008. 328 с. (башҡорт телендә).

Башкирский народный кубаир «Урал-батыр»: Библиографический указатель (авторҙаш, 2011).

Манас. Героический эпос кыргызов (на кыргызском и башкирском языках) // ИИЯЛ УФИЦ РАН (Перевод. Сиразитдинов З. А., Хусаинова Г. Р., Хакимьянова А. М., Хуббитдинова Н. А., Юлдыбаева Г. В. Уфа: Китап, 2016. 388 с.

Хакимьянова А. М., Султангареева Р. А. Башкирские свадебные песни (текст и практика). Уфа: Мир печати, 2018. 176 с. с ил. (урыҫ һәм башҡорт телендә).

Хакимьянова А. М., Лирические песни башкир. Поэтика. Концептосфера. Монография. Уфа: Китап, 2019. 160 с.

Башҡорт халыҡ ижады. XIV том: Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры" / Төҙөүселәре Хәкимйәнова А. М., Хөсәйенова Г. Р. Яуаплы редакторы Ф. А.Нәҙершина. Өфө: Китап, 2020. 376 б. (Башкирское народное творчество. Том XIV: Фольклор Великой Отечественной войны / Төҙөүселәре: Хакимьянова А. М., Хусаинова Г. Р. Ответ. ред. Ф. А. Надршина. Уфа: Китап, 2020. 376 с).

Хусаинова Гульнур Равиловна: Биобиблиографический указатель. Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2019. 88 с. с илл. (Төҙөүсеһе Хәкимйәнова А. М.).

Хусаинова Г. Р. Избранные научные труды. Санкт-Петербург: Нестор-История, 2019. 240 с. с илл. (Төҙөүсеһе Хәкимйәнова А. М.).

Хакимьянова А. М. Словесно-поэтический репертуар башкирской свадьбы: прошлое и настоящее (Scopus) / Oriental Studies. Элиста, 2020. № 13 (5). С. 1476—1487 (doi.org/10.22162/2619-0990-2020-51-5-1476-1487).

Хакимьянова А. М. Современное состояние песенного фольклора башкир (XXI быуат экспедиция материалдары буйынса) (Scopus) / Oriental Studies. Элиста, 2021;14(2). С. 409—419 (doi.org/10.22162/2619-0990-2021-54-2-409-419)[5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХАКИМЬЯНОВА Айгуль Мужавировна

Старший научный сотрудник отдела фольклористики ИИЯЛ УФИЦ РАН Хакимьянова Айгуль Мужавировна

диссертация на тему: «Башкирские народные лирические песни: поэтическое своеобразие жанра»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]