Хәлидиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлидиә
Нигеҙләүсе Хәлит әл-Бағдади
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Нәҡшбәндиә Хәлидиә, Хәлидилек йәки Хәлидиә — Исламда шәйех Хәлит әл-Бағдади заманынан (1779—1827) башланған сөнниҙәрҙең Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең бер тармағы. Йәғни үҙ исемен тәриҡәттең был тармағы шәйех әл-Бағдади исеменән алған.

Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең хәлиди тармағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйех Хәлит әл-Бағдади тырышлығы менән нәҡшбәндиә тәриҡәте Ираҡта, Сүриәлә һәм Курдистанда тарала, ислам донъяһында иң киң таралған тәриҡәткә әйләнә. Хәлит Бағдади Ғосман империяһында үҙенең тармағын (нәҡшбәндиә-хәлидиә) ойоштора. XIX быуаттың бер нисә тиҫтә йыл дауамында нәҡшбәндиә-хәлидиә тәриҡәте Ғосман солтандарының ярҙамы менән файҙалана, янычарҙар корпусы бөтөрөлгәндән һуң уларҙы Бекташи тәриҡәте шәйехтәре алмаштыра. Хәлидиә курдтарҙың милли бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡораллы ихтилалдар (1879 йыл) башында тора, шулай уҡ Төркиәлә буржуаз реформаларға ҡаршы көрәшә. Хижәз аша был тармаҡ Индонезияға (1840 й.), Малайзия, Цейлон, Калимантан һәм Сулу утрауҙарына, Мозамбикҡа һ. б. үтеп инә .

Башҡортостанда был тармаҡтың иң атаҡлы вәкиле — башҡорт шәйехе, ишан Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (1833—1917)[1].

Нәҡшбәндиә тәриҡәте хәлидиә тармағының алтын силсиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Имам Әмбиә Сәйединә Мөхәммәт
  2. Әбү Бәкер
  3. Сәлмән әл-Фарси
  4. Ҡасим бин Мәхәммәт
  5. Жәғәфәр әс-Садиҡ
  6. Баязид-и Бистами
  7. Хужа Әбүл Хәсән Һараҡани
  8. Әбү әл-Фәрмәҙи
  9. Йософ Хәмәдәни
  10. Абдул-Хәлиҡ Жүжүвәни
  11. Хужа Ғариф Рифгири
  12. Мәхмүт Инжир Фәғнәүи
  13. Хужа Ғәзизән Али Рамитәни
  14. Мөхәммәт Баба Семаси
  15. Сәйет Әмир Күлал
  16. Баһауетдин Нәҡшбәнд
  17. Ходжа Ғәләүетдин Ғаттар
  18. Яҡуп Черхи
  19. Ходжа Ғөбәйҙулла Әхрар
  20. Ходжа Мөхәммәт Заһид
  21. Дәрүиш Мәхмәт
  22. Мөхәммәт Хаджиги Әмкәнди
  23. Ходжа Мөхәммәт Баҡыйбиллаһ
  24. Имам Раббани Әхмәт-и Фарук Серхенди
  25. Ходжа Мөхәммәт Мәғсүм
  26. Шәйех Сәйфетдин Ғариф
  27. Мөхәммәт Нур әл-Бәдүәни
  28. Шәмсетдин Хәбибулла ибн Мирзайән
  29. Ходжа Абдуллаһ Деһлеүи
  30. Мәүләнә Хәлит Зыяуддин Бағдади (1779—1826 йй.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Л. Ә. Ямаева буйынса Зәйнулла Рәсүлев консерватив ҡарашлы кеше булған, ә „Рәсүлиә“ мәҙрәсәһендәге йәдитселек элементтары уның улы — Ғабдрахман Рәсүлев ваҡытында индерелә.

    Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Gammer, Moshe. Muslim Resistance to the Tsar: Shamil and the Conquest of Chechnia and Daghestan. Portland, OR: Frank Cass, 1994.
  • Shaykh Muhammad Hisham Kabbani, Classical Islam and the Naqshbandi Sufi Tradition, Islamic Supreme Council of America (June 2004), ISBN 1-930409-23-0.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]